2017 йылда байрамдар
27 декабря 2016 йыл | Яңылыҡтар

Киләһе йылда бер нисә байрам көнө ял көнөнә тура килә. Шуның менән бәйле ял көндәре күсерелә.
Шулай итеп, 31 декабрь - 8 ғинуар арауығында Яңы йыл каникулдары була һәм бар халыҡ ял итәсәк. 23 - 26 февраль (4 көн, кесе йоманан йәкшәмбегә тиклем); 8 март (шаршамбы); 29 апрель - 1 май ( 3 көн, шәмбе, йәкшәмбе, дүшәмбе); 6-9 май (4 көн, шәмбе, йәкшәмбе, дүшәмбе, шишәмбе); 10-12 июнь (3 көн, шәмбе, йәкшәмбе, дүшәмбе); 4-6 ноябрь (3 көн, шәмбе, йәкшәмбе, дүшәмбе) ял итәсәкбеҙ. Шулай уҡ 25 июнь (йәкшәмбе) –Ураҙа байрамы һәм 1 сентябрь (йома) – Ҡорбан байрамы ял көндәре булып тора.

Подписка оҙайтыла
27 декабря 2016 йыл | Матбуғат

Күп һанлы гәзит уҡыусыларҙың һорауын иҫәпкә алып 2017 йылдың тәүге ярты йыллығына "Табын” гәзитенә яҙылыу ваҡыты 2017 йылдың 13 ғинуарына тиклем оҙайтыла.


“Табын”ды яратып уҡыйбыҙ
27 декабря 2016 йыл | Матбуғат


Беҙ "Табын” гәзитен күптән алдырып уҡыйбыҙ һәм башҡаларға ла шуны кәңәш итәбеҙ. Элек "Йондоҙ” гәзитен дә алдырып уҡыныҡ. Нисек инде үҙ телеңдә сыҡҡан гәзитте алдырмайһың?


Йәнә һәләкәт
27 декабря 2016 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

25 декабрҙә Рәсәй Оборона министрлығының "ТУ-154” самолеты Ҡара диңгеҙ күгендә һәләкәткә осраны. Авиаһәләкәттә барлығы 92 кеше һәләк булды. Улар араһында "I канал”, НТВ һәм "Звезда” телеканалдарының 9 журналисы ла бар.

Муса батыр ерендә
26 декабря 2016 йыл | Мәғариф, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай үҙенең «Ғәйрәт» шиғырында:
Муса батыр, һиңә күскәндер, тим,
Урал тауҙарының ғәйрәте.
 Кәмемәйме Урал ғәйрәте лә
Көн-төн яҡҡас тәнен көйрәтеп,
- тип яҙғайны. Был шиғырҙа трагик яҙмышлы шәхес образына ғорурлыҡ һәм һоҡланыу ҡатыш күңел һыҡраныуы сағыла. Һәм был әрнеү шиғыр юлдарына күҙ йүгерткән һәр уҡыусының күңеле аша үткәндер, тип уйлайым. Эйе, тап шулай, сөнки илебеҙҙең легендар геройы Муса Мортазин 1937 йылдың 31 майында ҡулға алынып, 27 сентябрендә СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы тарафынан «халыҡ дошманы» тигән ялған ғәйеп менән үлем язаһына хөкөм ителә һәм шул уҡ көндө атып үлтерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тик 1956 йылдың 14 июлендә генә СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы, енәйәт эше булмағанлыҡтан, хөкөм ҡарарын юҡҡа сығара һәм ул тулыһынса аҡлана. Ә 1967 йылдың 11 июлендә наградаларға хоҡуғы ҡайтарыла. Быйыл иһә Граждандар һуғышы ҡаһарманы, өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, легендар комбриг, полководец, күренекле хәрби һәм дәүләт эшмәкәре Муса Лот улы Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулды.
Муса батыр ерендә


качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 17