Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте
21 декабря 2016 йыл | Уңғандарыбыҙ

Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре, юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн һәм Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр:
Ольга Валентиновна МАВРИНА – лаборант;
Әхтәм Кәлимулла улы ҒӘЙНУЛЛИН – тракторсы;
Эдуард Марат улы БОХАРМӘТОВ – баш инженер;
Илдар Флүр улы СОЛТАНҒОЛОВ – водитель;
Салауат Уҫман улы БАТЫРШИН – юл хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес.
Хеҙмәт бурысын намыҫлы башҡарғаны өсөн һәм Суд приставтары көнө айҡанлы Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде:
Лиана Радик ҡыҙы БАСАРИЕВА – суд приставы- башҡарыусыһы.
Хеҙмәт  бурысын намыҫлы башҡарғаны өсөн һәм Суд приставтары көнө айҡанлы Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде:
Татьяна Викторовна ТРОФИМОВА –  өлкән инспектор-эш башҡарыусы.

Яңы китап сыҡты
21 декабря 2016 йыл | Яңылыҡтар

 "Йырым ҡалһын бүләккә”
Райондың һәүәҫкәр шағирҙары әленән-әле үҙҙәренең китаптарын сығарып тора. Ошо көндәрҙә "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзаһы, хисле күңелле лирик шағир, Ерек ауылында йәшәүсе Миңтимер Кәримовтың "Йырым ҡалһын бүләккә” исемле шиғри йыйынтығы донъя күрҙе.
Яңы китап сыҡты

Наркотиктарға ҡаршы реклама
21 декабря 2016 йыл | Хоҡуҡ

5 декабрҙән 2017 йылдың 25 ғинуарына тик-лем сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, наркотиктарға ҡаршы йүнәлештәге социаль рекламаға конкурс иғлан ителде.

Әсәйҙәр алтын кеүектәр, эштә ялҡын кеүектәр!
21 декабря 2016 йыл | Хаттар

Әсәй! Ниндәй яғымлы һүҙ был! Кеше үҙ ғүмерендә шул һүҙҙе нисә ҡабат әйтә икән? Әйткән һайын, ул һүҙ яңынан-яңы мәғәнәгә эйә. Әсәй шул бер генә һүҙҙән һинең шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла белә.

Кеше китә - эше ҡала
21 декабря 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бына йыл буйы барған Кино йылы ла әкрен генә аҙағына яҡынлаша. Районыбыҙҙа ла төрлө саралар үткәрелде, гәзит биттәрендә бик күптәр тураһында матур иҫтәлектәр донъя күрҙе.
Мин дә үҙебеҙҙең ауылдың киномеханигы, Кулибины булған Фәнир ағай Мәҡсүтов тураһында яҡты хәтирәләр менән бүлешергә булдым.
Кеше китә - эше ҡала
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 17