Өс байрам бер юлы
31 января 2017 йыл | Хаттар

Тормошта күптәргә бер нисә шатлыҡлы мәлде бер юлы кисерергә тура килә. Ошондай хәл Асия менән Миҙхәт Садиҡовтарҙың ғаиләһендә лә булды. Яңы йылдың тәүге көнөндә Асия еңгәнең 75 йәшлек юбилейы һәм уларҙың бергә йәшәүҙәренә 55 йыл ғүмер үтеп киткән. Өҫтәүенә Яңы йыл байрамы ла.

Каникул файҙалы үтте
31 января 2017 йыл | Хаттар

Минең ҡышҡы каникулым бик файҙалы үтте. Ғөмүмән, мин ҡышты бик яратам. Рәхәтләнеп сана, саңғы шыуаһың, ҡар бабай әүәләйһең. Ә быйылғы ҡыш ҡарға бик бай. Иртән тороп ҡар көрәүгә, кискелеккә буран үҙенең эшен эшләп тә ҡуя. Атайым менән икәүләп ҡар көрәп, тау өйөп ҡуйҙыҡ. Һуңынан ҡустым Мираҫ менән тау шыуып, саңғыла йөрөп кинәндек. Тышта рәхәт, саф һауа.

Апайым – бер бөртөгөм
31 января 2017 йыл | Хаттар

1942 йылдың 13 ғинуарында Юрмаш ауылында Мәлиха Мөхәмәтдин ҡыҙы менән Моталлап Әбүнәғим улы Байшөгөровтар ғаиләһендә бишенсе бала булып апайым донъяға килә. Уға Сәлиха тип исем ҡушалар. Әммә сабыйҙың бер аҙналыҡ ҡына сағында атаһын һуғышҡа алып китәләр. Һәм ул шул китеүенән әйләнеп ҡайтмай…
Апайым – бер бөртөгөм
 

Изге күңеллеләр
31 января 2017 йыл | Хаттар

Яҙаһы һүҙем Сәйетбаба ауылының тиҙ ярҙам хеҙмәте шәфҡәт туташтары һәм водителдәре тураһында ине.
Улар беҙҙең ауыл биләмәһенә ҡараған 8 ауыл кешеләрен һәм тағы ла 3 ауыл советы халҡын хеҙмәтләндерә. Үҙем оло йәштә булғас, һаулыҡ яғы самалы. Ҡасан ғына тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртһам да, тиҙ генә килеп етәләр. Бына ул шәфҡәтле ҡыҙҙар – Флүрә Мәүлетҡолова, Мөнирә Ҡотлоәхмәтова, Рәсимә Ишниязова, Рәмилә Ишбулдина, Сәүиә Йәрмиева. «Тиҙ ярҙам» машинаһында эшләүсе тәжрибәле водителдәр Рәфис Байбулдин менән Раил Аҙнабаевты ла тик яҡшы яҡтан ғына телгә алабыҙ. Бар ауыл халҡы исеменән уларға рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Беҙ уларҙың эшенән бик ризабыҙ. Медицина өлкәһендә оҙаҡ эшләүҙәрен, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем.
Беҙҙе, ауыл халҡын, борсоған ҙур мәсьәлә тураһында ла яҙғы килә. Ул да булһа - нисә йылдар инде дарыухана юҡлығы. Уны һорап ҡайҙарға ғына мөрәжәғәт итеп ҡараманыҡ, барыһы ла "булыр” тип буш һүҙ менән яуап бирә. Беҙ эшләгән осорҙа – 80-90-сы йылдарҙа дарыухана бына тигән итеп эшләне. Бинаһы әле лә бар – тик эшләүсе белгесе генә юҡ. Күптән түгел
район үҙәгенә автобуста 8 кеше китеп барабыҙ, һораштырһам, бөтәһенең дә йомошо дарыуханала. Ярай әле йөрөй алабыҙ. Ә 80-90 йәшлек ҡарттар нисек барырға тейеш 60 саҡрымда ятҡан район үҙәгенә? Бик аяныс хәл был. Ни өсөн халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртмай икән беҙҙең түрәләр?
Зәйтүнә ШӘМСИТОВА,
медицина хеҙмәте ветераны,
"Почет билдәһе» ордены кавалеры.
Сәйетбаба ауылы.

Яҡшылыҡ эшләүҙән ҡыуаныс таба
31 января 2017 йыл | Хаттар

Күп кенә Мораҙ ауылы апайҙары элекке «Еҙем» колхозының Ҡарағай һөтсөлөк фермаһына һыйыр һауырға йөрөнө. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, һыуыҡмы, буранмы, ямғырмы ул, таңдан тороп эшкә китәләр ине, бармай ҡалғандары булмағандыр.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12