Яңы йылды яңы кафела
09 января 2017 йыл | ---

Яңы йыл алдынан ғына Красноусолда шәхси эшҡыуарҙар Рузалия һәм Миңлебулат Әбүләевтарҙың өр-яңы кафеһын асыу сараһы үтте. Унда район хакимиәте башлығының төҙөлөш эштәре буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы Кейекбаев ҡатнашты. Йола бу-йынса, ҡыҙыл таҫманы киҫкәндән һуң, ул кафе хужаларына район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы, уңыштар теләне.