Ғүмер байрамың менән!
11 января 2017 йыл | Хаттар

Красноусол ауылында йәшәүсе
Зәйтүнә Әхмәтғәли ҡыҙы Зәйнешеваны
юбилейы менән ҡотлайым,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп!
 

Үткәндәрҙе хәтерләп
11 января 2017 йыл | Хаттар

Инеш һүҙ
Ир-уҙаман пенсияға сыҡҡандан һуң икенсе көнөнә, ғәҙәте буйынса, иртә таңдан тороп тышҡа сыҡты. Ул үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгән, шул уҡ ваҡытта өҫтөнән меңәрләгән тонна йөк алып ташланған кеүек итеп хис итте. Әйтерһең дә күктәге ҡош инде: нимә теләһә шуны эшләй ала – бер кем дә уға тегене эшлә, быны эшлә, тип бойороҡ бирмәй, әрләүсе лә, мыжыусы ла юҡ. Типһә тимер өҙөрҙәй ир үҙен түбәнһетелмәгән ғорур кеше итеп тойҙо. Ул ошо халәтенең бик оҙаҡҡа, тиҫтә йылдарға һуҙылыуын теләне. Шулай булып сыҡты ла. Пенсияға сыҡҡандан һуң 15 йыл һуҙымында ул бер нимә тураһында ла уйламаны ла, борсолманы ла. Ауырлыҡта үткән бала сағы, унан һуңғы уҡыу, үҫмер йылдары, ғаилә ҡороуы, балалар үҫтереүе, алдағы тормош хәлдәре тураһында уйламаҫҡа тырышты. Ләкин бындай вайымһыҙ тормош оҙаҡ дауам итә алмай. Тормош бит бер урында тормай, алға ағыуын дауам итә. Бер быуынды икенсеһе алыштыра һәм был тәбиғи хәл. Ә яҡты донъяла йәшәүебеҙ өсөн ашау-эсеү, өҫкә кейергә кейем, уңайлы торлаҡ, алыҫ араға йөрөү өсөн транспорт сараһынан тыш рухи аҙыҡ та кәрәк бит әле. Уны ла ауылдағы, илдәге яңылыҡтар, донъя хәлдәре ҡыҙыҡһындыра, йыр-моң тыңлап алғыһы, китап, гәзит-журнал уҡығыһы килә. Бының өсөн үҙенең физик яҡтан таҙа, һәр саҡ хәрәкәттә, аҡылы камил, барлыҡ ағзаларының да теүәл булыуын теләй.
Илдәге үҙгәртеп ҡороу елдәре һөҙөмтәһендә бер төркөм һатлыҡ йәндәр ярҙамы менән фашизм идеяларының тергеҙелеүе лә борсоуға һала уны. Айырым илдәрҙә фашизм идеяһы менән һуғарылған ҡомһоҙ әҙәмдәрҙең матди байлыҡ артынан ҡыуып власҡа ынтылыуы, бындай хәлдәрҙең илебеҙ йәштәренә лә тәьҫир итеүе ҡурҡыныс хәл, тип иҫәпләй.
Ошолар хаҡында бына нимә ти ул: "Беҙҙең ата-бабалар, ағай-апайҙарыбыҙ фашизмды үҙ өйөндә дөмөктөргәндәр ине бит заманында. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып етмеш йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла, фашизм идеяһы айырым кешеләр, бигерәк тә йәштәр араһында яҡлау табыуы борсоуға һала. Йылан үҙе үлһә лә, ағыуы ҡала тиеүҙәре дөрөҫтөр. "Фашизм” әллә ни насар һүҙ ҙә түгел. Итальян теленән тәржемә иткәндә "фаше” һүҙе "ойошма, партия” мәғәнәһен аңлата. Тик беҙҙең аңға "фашизм” бөтөнләй башҡа төрлө һеңеп ҡалған.
Яуызлыҡтың иң киң таралған юлы булып көслө илдәрҙең көсһөҙҙәрен ҡорал ҡулланып үҙенә буйһондорорға ынтылыуы, уларҙы баҫып алыуы, үҙҙәренә ҡулай хөкүмәт булдырырға ынтылыуы тора. Бындай хәл элек тә булған һәм әле лә дауам иттерелә.
Көслө дәүләттәр үҙҙәренә ҡулай булмаған көсһөҙ дәүләттәргә ҡаршы террор ҡулланалар, экстремистик төркөмдәргә ярҙам итеп уларҙы ҡоралландыралар һәм көсһөҙҙәргә ҡаршы һөсләтәләр. Таяҡтың ике башы булған кеүек, был террорҙан үҙҙәре лә зыян күреүе ихтимал бит. Шулай булмаҫ тип берәү ҙә гарантия бирә алмай.
Коррупция ла дәүләт өсөн иң яуыз дошман булып тора. Дәүләт милкен урлаусылар иҡтисадтың нигеҙ ташын ҡаҡшата. Шовинизм да бик ҡурҡыныс яуызлыҡ. Бер милләтте бөтөрөп, икенсеһен арттырырға ниәтләнеүселәр бар. Ислам дине артына йәшеренеп, үҙҙәрен изгелек ҡылыусылар тип атаусыларҙың барлыҡҡа килеүе лә яуызлыҡтың бер төрө булып тора”. Бына ошолар хаҡында уйлана, борсола ла инде өйҙә ятҡан ветеран.

Патриотик тәрбиә – берләштереүсе көс
11 января 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

21 декабрҙә ра-йон хакимиәтенең ултырыштар залында район ветерандарының 3-сө пленумы булып үтте. Унда ветерандар советы ағзалары, беренсел ветеран ойошмалары рәйестәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ветерандар менән эшләүсе ра-йон хеҙмәттәре етәкселәре, хәрби комиссариат, афған ветерандары советы, ДОСААФ, йәштәр ойошмалары вәкилдәре, ауылдарҙан делегаттар ҡатнашты.