Изге эштәр күберәк булһын!
13 января 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Билдәле булыуынса, социаль өлкәләге именлек, халыҡтың йәшәү кимәле һәм сифаты, күрһәтелгән хеҙмәттәр тормошобоҙҙа мөһим роль уйнай. Райондың социаль өлкәһендәге йыл йомғаҡтары тураһында ра-йон хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Йәғәфәр улы  Салауатов бына нимәләр һөйләне:

Ҙур еңеүегеҙ менән!
13 января 2017 йыл | Мәғариф

9-11 ғинуарҙа Өфө ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте.
Республиканың ғына түгел, күрше төбәктәр мәктәптәренән килгән  уҡыусылар араһында Красноусолдағы 1-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Илнара Айытова (уҡытыусыһы – Ф.Й.Шәрәфетдинова) (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр араһында) 1-се урынды яуланы, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Илүзә Мәхийәнова (уҡытыусыһы – Ю.Р.Мәүлетҡолов) (милли мәктәптәр араһында) призер булды. Уларға  Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ, тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләйбеҙ!

Һалым инспекцияһы семинар үткәрә
13 января 2017 йыл | Яңылыҡтар

Хөрмәтле һалым түләүселәр! Һалым инспекцияһы "Рәсәй Федерацияһының һалым ҡануниәтенә индерелгән, 2017 йылдың 1 ғинуарында үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәр”, "Түләү документтарын тултырыу нескәлектәре”, "Контроль-иҫәп техникаһын ҡулланыу һәм теркәүҙең яңы тәртибенә күсеү” темаларына семинарҙар үткәрә.
Һеҙҙе 19 ғинуарҙа 11.00 сәғәттә район хакимиәтенең (Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2) ултырыштар залында  көтөп ҡалабыҙ.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең
Башҡортостан Республикаһы буйынса
3-сө район-ара инспекцияһы.

Үткәндәрҙе хәтерләп
13 января 2017 йыл | Хаттар

Йәғәфәр ҡатыны Гөләйшә менән ауылда йәшәнеләр, ҡартайып үлделәр. Балалары: Суфия ҡыҙҙары ире Әсҡәт менән Салауат ҡалаһында йәшәй. Улдары Винер ҙа ошо ҡалала ине, вафат булды. Наилә ире Фәрит Вахитов (билдәле журналист, эҙәрмән, хәрби "Дан” музейы хеҙмәткәре) менән Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр. Вилсур үлде, ҡатыны Рәйсә менән Ҡотлоғужала йәшәнеләр. Нурия ире Риф менән Өфөлә йәшәп, донъя ҡуйҙылар.
Минең ҡартатайҙың - Сабирҙың алты балаһы булған. Балаларының иң олоһо Мәсүрә, ире Фәрхетдин бабай Сәхәүетдин улы булған. Игенйылғала күмәк хужалыҡ ойошторғанда уларҙың өйҙәрен тартып алып, үҙҙәре Урта Азия яғына сығып киткәндәр. Ә өйҙәре оҙаҡ йылдар Ҡотлоғужала колхоз контораһы булып хеҙмәт итте. Фәрхетдин бабай ҡайтып та йөрөгән, Латип ауылына ла барған. Һуңынан улар Ишембай яғындағы Бурансы тигән ауылда (хәҙер Ишембай ҡалаһына ҡарай) йәшәнеләр һәм вафат булдылар.
Икенсе балалары - минең әти Вафир. Өсөнсө балалары Миәссәрә. Миәссәрәнең балалары: Мәрйәм - Салауатта, Сәбилә – Ишембайҙа, Рая – Урта Азияла.
Сабир ҡартатайҙың дүртенсе балаһы Шакир, ҡатыны Ғәлиә. Улар һуғышҡа тиклем Латип ауылында йәшәгәндәр. Ғәлиә еңгәнең ата-әсәһен - Хәмзиндарҙы өйҙәренән ҡыуып сығарып, туғандары яғына Төркмәнстанға сығып киткәндәр. Уның апаһының улы Рәйес Баһауетдинов оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ районы Салауат исемендәге колхоз рәйесе булып эшләне, Юғары Услы ауылында йәшәне. Уға юғары ҡаҙаныштары өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелде. Мин Бельский ауыл Советы рәйесе булып эшләгәндә ошо хужалыҡта семинар үткәрҙеләр. Был хужалыҡта һәр ерҙә тәртип ине. Комбайндар, барлыҡ тағылма инвентарь, башҡа техника асыҡ һауала ҡар-ямғыр аҫтында ултырмай, барыһы ла келәттә йә япмала һаҡланыуына һоҡланып ҡайтҡан инек.
Шакир ағайҙар 1949 йылға тиклем Ҡотлоғужа ауылында йәшәне. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ҡотлоғужала "Ҡыҙыл ялан” колхозы рәйесе булып та эшләне. Уларҙың Әнүәр, Фәнил, Рауил, Хәлиҙә, Рафаэль, Ҡасим исемле балалары бар ине. 1949 йылда Төркмәнстанға сығып киттеләр. Унда башта ауылда, һуңынан Чарджоу ҡалаһында йәшәнеләр. 1989 йылдың декабрендә әни менән уларға барып, 15 көнләп ҡунаҡ булып ҡайттыҡ. Бик яҡшы йәшәйҙәр ине. Шакир ағай ҙа, еңгә лә был яҡты донъяла юҡтар инде.
Ҡартатайым Сабирҙың тағы ла бер улы Сабит Баймаҡ районында йәшәгән. Ә кесе улы Садир һуғышта үпкәһенә һыуыҡ алдырып, ҡайтҡас үлде.
Латип ауылындағы тормош
Минең әти-әни Латип ауылында колхоз ойоштороп, шунда йәшәгәндәр. Был тирәлә ер күп һәм тупраҡ уңдырышлы булған. Әти ферма мөдире, әни төрлө эштә эшләгән. Хеҙмәт хаҡына игенде лә күп алғандар, малды ла күп аҫрағандар. Мул тормошта, бай йәшәгәндәр. Һуғыш ваҡытында ла беҙҙең иген бар ине әле. Өй эргәһендәге баҡса ла бик ҙур ине, 0,5 гектар булғандыр. Әни унда арпа, ҡабаҡ сәсә ине. Ҡабаҡ бик уңа. Әни арпа ярмаһы менән бик тәмле ҡабаҡ бәлеше бешерә. Ул ауылда иң үҙәккә үткәне - яғыулыҡ булмауы. Техника, газдың нимә икәнлеген белгән кеше лә юҡ. Мейескә тиҙәк, һалам яғырҙар ине. Тиҙәкте ферманан килтереп, ат менән тапатып, кирбес формаһындағы ҡалыпҡа һалып, киптерергә өйөп ҡуя инек.
Беҙҙең ауыл Стәрлебаш районының ситендә урынлашҡан. Ауылдан 30 километр алыҫлыҡта урман да булған. Ләкин һуғыш һәм һуғыштан һуңғы осорҙа аттар бик аҙ, булғандары ла бик арыҡ ине. Автомобиль, тракторҙар юҡ. 1958 йылда МТС-тарҙы ремонт предприятиеһы итеп, тик шунан һуң ғына колхоздарға техника таратып бирелде. Беҙҙең күрше Сәмих (Сәмиғулла булғандыр инде) үҙенең үгеҙен егеп шул урмандан утын алып ҡайта ине. Беҙҙең әни ҙә колхоздан ат алып тороп, уға эйәреп утынға китте. Сәмих бабай ҡайтты, ә беҙҙең әни юҡ. Аты юлда арып, ике көн йөрөнө. Әллә утын алып ҡайтты, әллә юҡ, хәтерҙә ҡалмаған. Ошо хәлдән һуң Ғафури районындағы тыуған
ауылы Ҡотлоғужаға ҡайтырға булған. Был хәл 1947 йылдың ҡышы ине.
Ҡотлоғужа ауылындағы тормош
Ҡайтырға тип әйтеүе генә еңел. Һуғыштан һуңғы ауыр ваҡыттар. Алда әйтеп үтеүемсә, колхоздың бер ниндәй техникаһы юҡ, аттар ябыҡ. Әни тәүәккәл, үҙ-үҙенә ныҡлы ышанған, батыр йөрәкле ҡатын булғандыр инде. Ниндәй ауырлыҡтар алдында ла ҡаушап, аптырап ҡалмаған. Балалары ла бик бәләкәй: олоһо Хәлимәгә – 11, Әминәгә -10, миңә – 8, һеңлем Хәлиҙәгә 5 йәш булған. Уйлап ҡараһаң, өйөңдө һатып, донъяңды туҙҙырып, бөтөнләй урамда тороп ҡалыу ихтималлығың да бар бит әле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әни булған ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға үҙендә көс тапҡан. Ҡотлоғужа ауылына килеп, колхозға ағза булып кереп, бәрәңге сәсеү өсөн ер алыуға өлгәшкән. Һыйырың, бәрәңгең булһа, йәшәп була, астан үлмәйһең. Күсенергә Шакир ағай ҙа ярҙам иткән. Ҡотлоғужа ауылы кешеләре – Абдразаҡ Ғәлимулла улы Сәфәрғәлиев менән Хөрмәт Ғәлиулла улы Ғилмановтар һыйырҙарын егеп килеп, кәрәк-яраҡты күсерешергә ялланғандар.
Улар Латип ауылына 1947 йылдың 19 майында һыйырҙарын егеп, өсәүләшеп килделәр. Был ваҡытҡа өй һатылған ине. Ә 20 майҙа барлыҡ әйберҙәрҙе ике арбаға тейәп, һыйыр менән үгеҙ тананы, һарыҡтарҙы ҡыуып, юлға сыҡтыҡ. Ололар йәйәүләп, Хәлиҙә туғанымды арбаға ултыртып, юлда ике кис ҡунып, 70 километр араны үтеп, 22 майҙа кис көнө Ҡотлоғужа ауылына килеп еттек. Фатима ҡарт әниҙәрҙең
(әниҙе ҡарап үҫтергән үгәй әниһе, үҙ инәһе Ишембай районына ҡараған Ишәй ауылынан булған, минең әнигә 3 йәш булғанда үлгән) йортона килеп морон төрттөк. Улар ҡыҙы Фәүзиә апай менән бергә йәшәйҙәр ине. Әниҙең үгәй инәһе Фатиманың 1925 йылғы улы – Әхмәт ағай. Ул һуғышта ҡатнашҡан, лейтенант дәрәжәһендә хәрби хеҙмәттә ҡалып, Германияла хеҙмәт итә ине. Беренсе көндө бик яҡшы һый менән ҡаршы алдылар. Ҡарт әни юҡты бар итергә тырышҡандыр инде. Һуңынан ашау яғы насарланды. Балтырған, төрлө үлән ашауға күстек. Иген дә бөткән ине.
Беҙгә кеше тупһаһынан арынып, үҙ өйөбөҙҙө йүнләргә кәрәк ине. Һатып алырлыҡ өйҙәр бар, ләкин бик бәләкәй, йә булмаһа тирә-яғы емерелеп бөткән. Ҡотлоғужалағы өйҙәрҙең хаҡы беҙ Латип ауылында һатып киткән өйҙән байтаҡҡа ҡиммәт булып сыҡты. Шәйхетдин бабай Ғәлиев йортон һата икән, тип ишеткәс, әни уның менән килешеп, өйҙө һатҡан аҡсаға ҡушып үгеҙ тананы, һарыҡтарҙы биреп, уның өйөн һатып алып, июль айы урталарында унда күсендек. Ә Шәйхетдин бабай урмандан диләнкә алып, беҙҙән йыраҡ түгел ҡалҡыулыҡ итәгендә өй һалып керҙе. Ул үҙе балта оҫтаһы ине, ярҙам итергә үҫеп еткән Фәрит, Зөфәр исемле улдары ла бар ине. Бүрәнәне беҙ өй хаҡы өсөн биргән үгеҙҙе егеп ташынылар. Был өйҙө һатыуҙың хикмәте лә булған икән: яҙ көнө Егән йылғаһы ташҡан осраҡта ошо тирәләге йорттар һыу аҫтында ҡала торған булған. Ләкин ни ғәжәптәндер беҙ йәшәй башлағандан һуң йортобоҙҙо бер ҡасан да һыу баҫманы. Дөрөҫ, беҙ был йортто һатып алғандан һуң ике йыл рәттән (1948, 1949) Егән йылғаһы ташып, һыуы ярҙарынан сыҡты, ләкин беҙҙең өйгә килеп етмәне, баҡсаға ла кермәне. Беҙҙән ике өй аша түбән "Йырын” тигән ерҙән ағып ятты. Шул йылдарҙан һуң бөтөнләй һыу баҫыу булғаны юҡ. Егән йылғаһы Яңы Ҡарамыш ауылы йорттарының баҡса артынан дуға яһап ағып ята ине, уны турыға йырып ебәрҙеләр. Һуңғы йылдарҙа ҡар ҙа аҙ яуа башланы.
1990 йылда демократия исеме аҫтында бөтөн нимә үҙ ағышына ҡуйылғас, Нөгөш һыуһаҡлағысын ваҡытында ебәреүсе булмаған. 9 майҙа һыу һаҡлағыс тулып, уны ебәргәс, Ағиҙел йылғаһының һыуы ныҡ артып, күп ерҙәрҙе һыу баҫты. Беҙҙең баҡсаға ла һыу керҙе, һарай артына тик-лем килеп етте, артабан кире ҡайта башланы. Яңы Ҡарамыш фермаһы ла һыу аҫтында ҡалды. Һыу төндә килеп кергән ине, ҡараңғы, ут юҡ, 11 баш быҙау һыуға батып үлде. Ҡалған малдарҙы Ҡотлоғужа фермаһына килтерҙеләр.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа беҙгә лә аслыҡ касафатын күрергә тура килде. Һыйыр аҫрау һөҙөмтәһендә һыйырһыҙ ҡалғандар кеүек ныҡ интекмәнек. Һөт, ҡатыҡ булғас, яҙын ҡаҡы, йыуа, балтырған, йәйен еләк-емеш йыйып та тамаҡты туйҙыра инек. Еләк йыйып, уны Әминә апай Стәрлетамаҡ баҙарына алып барып һатып, икмәк алып ҡайтҡылай ине.
Ул ваҡыттарҙа һәр ауылда колхоз булды. Ҡотлоғужа ауылында ла 1930 йылда "Ҡыҙыл ялан” колхозы ойошторолоп, дөйөм хужалыҡтың тәүге рәйесе Сабир Йомағужин булған. Унан һуң Абдулла Сәфәрғәлиев, Шакир Рамазанов эшләне.
1950 йылда Ҡотлоғужа, Игенйылға, Яңы Ҡарамыш ауылдарындағы хужалыҡтарҙы бергә ҡушып, Куйбышев исемендәге колхоз ойошторолоп, уның рәйесе булып Ғәли Йомағужин эшләне. Унан һуң Имам Мозафаров колхоз рәйесе булды.
Уҡыу йылдары
1947 йылдың 1 сентябрендә Хәлимә, Әминә апайҙар 2-3-сө кластарға, ә мин 1-се класҡа уҡырға барҙыҡ. Класта 38 бала ине. Башта Асия Абдуллина уҡытты, унан һуң 4-се класҡа тиклем Заһира Йәнешева белем бирҙе. Ә 4-се класта Нурғәни Туҡаев һабаҡ бирҙе. Бишенсе кластан етенсе класҡа тиклем төрлө уҡытыусылар уҡытты. Мәктәп директоры булы Ғәли Йомағужин, Камал Мукамаевтар эшләне. Татар теленән һәм класс етәксеһе булып Асия Рамазанова, рус теленән Юныс Вәлишин, алгебра, геометриянан Менәүәрә Зәйнуллина, физиканан Мансур Вәлишин, ботаниканан Әбүбәкир Камалов, физкультуранан Мәхмүт Мансуров уҡытты.
1954 йылда ауылдағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Яңғыҙҡайын урта мәктәбенә уҡырға барҙым. Өс йыл буйы яҙын-көҙөн 8 километр араны йәйәү йөрөп, ҡышын интернатта ятып уҡырға тура килде. Егән йылғаһы аша күпер булмауы бик күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра ине. Һигеҙенсе класта уҡығанда МТС эшселәре Егән йылғаһы аша баҫма эшләнеләр. Йылға ташҡан, һыу баҫмаға саҡ-саҡ етмәй тора. Ялдан һуң бер аҙналыҡ аҙыҡ күтәреп, шул баҫма аша сығып барам. Уртаһына еткән инем, баш әйләнә башланы, баҫма һыу менән бергә аҡҡан кеүек. Ә тотонорға бер нимә лә ҡуйылмаған. Сүгәләп ултырҙым да, баш әйләнеүе баҫылғандай булғас, баҫманы көскә сығып еттем. Бер яңғыҙым инем, тирә-йүндә бер кем юҡ. Ярға сыҡтым да һыуға ҡарап торам, йылға ҡотороп аға. Ғүмер бар икән әле, тип уйлап ҡуйҙым.
Икенсе шундай бер ваҡиға яҙ көнө булды. Рина Әхмәтшина исемле класташ ҡыҙ менән Егән ярына килеп еттек. Боҙ тығылып йылғаны быуған. Кәмә беҙҙең яҡ ярҙа. Яңғыҙҡайын ауылы яғындағы ярҙа халыҡ йыйылған. Кәмәне алып сығығыҙ, тип ҡысҡыралар. Минең бер ваҡытта ла кәмә ишкәген ишкән юҡ, ағын һыуҙа ишергә оҫталыҡ та кәрәк бит, шулай ҙа тәүәккәлләнем. Яр буйынан ағымға ҡаршы барып, унан һуң икенсе ярға сығырға кәрәк. Йылға ныҡлы ташҡан, болғансыҡ һыу аға. Ярға етергә күп тә ҡалмаған ине, көслө ағым кәмәне ағыҙып алып китте. Боҙ өйөмөнә барып төртөлдөк, ҡаушап ҡалдым. Әл дә бер сос ағай боҙҙан-боҙға һикереп килеп, кәмәне тартып алыуға өлгәште. Беҙ ярға сығып та еттек, боҙ өйөмө шатыр-шотор ағып та китте. Шунан һуң Егән йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн тростан аҫылмалы күпер һалдылар.
Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә директор булып Әҙеһәм Сәғитов эшләй ине, ул тарих фәненән дәрес бирҙе. Һигеҙенселә уҡығанда класс етәксебеҙ Нәжибә Сабитова булды, татар теленән дә уҡытты. Алгеб-ранан - М. Суркиева, кеше физиологияһы һәм анатомиянан - Лотфрахман Фәйезов, инглиз теленән – Дашкина, хәрби әҙерлек дәресенән – Мөхәммәт Уразаев, физкультуранан Каслицина уҡытты. Ул беҙҙе бейергә лә өйрәтте.
9-10-сы кластарҙа алгебранан - Иҙрис Вәлишин, геометриянан - Камил Насиров, астрономиянан – Фаяз Ихсанов, рус теленән - Валентина Пестова, инглиз теленән – Бикмеева, физиканан Земфира Еникеева уҡытты, класс етәксеһе лә булды.
Яңғыҙҡайын мәктәбе бер нисә ағас бинанан тороп, Мораҡ ауылы яғындағы оста ине. Беҙ уҡығанда өс параллель класс булды. "А” класында Яңғыҙҡайын ауылы балалары, "Б” класында Татар Саскүле, Игенйылға, Ҡотлоғужа, Яңы Ҡарамыш, Мораҡ, Туғай ауылдарыныҡылар, "В” класында Мораҡ, Буруновка ауылдарынан килеүселәрҙе рус телендә уҡыталар ине.
Миңлерәхим РАМАЗАНОВ,
"Почет Билдәһе" ордены кавалеры.
(Дауамы. Башы 1-2-се, 3-сө һандарҙа).

Яуа ҡарҙар
13 января 2017 йыл | Хаттар

Мамыҡ ҡына ҡарҙар яуа
Ауылым өҫтәренә.
Бар матурлыҡ сағыла
Аҡ ҡарҙың төҫтәрендә.
Ҡарҙар менән ер өҫтөнә
Әйтерһең, сафлыҡ инә.
Шундай сихри халәт:
Шиғыр ҙа тыуа миндә.
Килә яҙаһы ауылдың
Тәбиғәт матурлығын.
Кешеләрҙең тырышлығын,
Ғаиләләр татыулығын,
Балалар игелеген,
Донъялар именлеген.
Саф мөхәббәт, оло хистәр…
Күңелдәр керһеҙлеген.
Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа,
Ергә ынйы ҡойола.
Ҡарҙың һәр бер бөртөгөндә
Бәхет кеүек тойола.
Эйе, эйе, бәхет ҡары
Яуһын ергә ишелеп.
Йәшәһен ерҙә һәр кеше
Тик бәхеткә төрөнөп.
Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа
Ауылым өҫтәренә.
Эй, Хоҙайым, йыл буйына
Гел шатлыҡ өҫтә генә,
Гел шатлыҡ өҫтә генә.
Ауылым өҫтәренә,
Ауылым өҫтәренә.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Игенйылға ауылы.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2