Сәләмәтлек дәрестәре
17 января 2017 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Бынан 3 йыл элек райондың халыҡты социаль яҡлау бүлеге тормошҡа ашыра башлаған «Өсөнсө быуын университеты» программаһы буйынса Красноусолда өлкәндәр өсөн «Сәләмәтлек төркөмө» эшләп килә. Әле унда 30-ға яҡын кеше шөғөлләнә.
Сәләмәтлек дәрестәре
Сәләмәтлек дәрестәре

Үткәндәрҙе хәтерләп
17 января 2017 йыл | Хаттар

 
Хеҙмәт юлын башлағанда
1957 йылда 10-сы класты тамамлағас, 1 июлдән 1958 йылдың башына тиклем быяла ҡомо запасы эҙләүсе Ленинград геологик разведка идаралығында ҡул менән быраулай торған бригадала ябай эшсе булып эшләнем. Унан һуң колхозда төрлө эштә йөрөнөм. Колхоз рәйесе булып Сафиулла Шәрипов эшләй ине. 1958 йылда Рәшит Йомағужинды колхоз рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар. Ә 1959 йылдың февраль айында Рус Саскүле менән бергә ҡушылып, колхозыбыҙ "Спутник” булып китте. Колхоз рәйесе Иван Медведев ине. Колхозда төрлө эштә эшләүҙе дауам иттем. Уҡырға китергә иҫәп бар, мөмкинлек юҡ. Мөмкинселек көтмәгәндә асылды. 1962 йылда колхозда комсомол секретары булып эшләгән Рәйес ағай Йомағужин комсомол путевкаһы менән ауыл хужалығы институтының әҙерлек курсына барырға тәҡдим итте. Ошо йылдың апрель айында Өфөгә сығып киттем. 14 һум аҡса түләп, өс ай уҡып, имтихан тапшырып, институттың агрономия факультеты студенты булып киттем. Ул ваҡытта институт К.Маркс урамында ине. Гоголь урамындағы ятаҡта бер бүлмәлә 9 егет йәшәнек. Һуңынан Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге урамдағы ятаҡҡа күсерҙеләр. 1963 йылдың 25 ноябрендә икенсе курста уҡып йөрөгәндә хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар. Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһендә хәрби-һауа көстәре часында өс йылға яҡын хеҙмәт итергә тура килде. Ул яҡтарҙа ағас-маҙар юҡ, тик йәйрәп ятҡан киң дала. Ауылдар араһы бик йыраҡ – бер-береһенән 40-50 километр алыҫлыҡта урынлашҡандар. Ҡыш көнө күҙ асҡыһыҙ буран тәҡәтте ҡорота. Төрлө милләт вәкилдәре – башҡорт, грузин, йәһүд, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, молдаван, мари, рус, украин, үзбәк, сыуаш, әрмән бер төптән булып тыуған илебеҙҙе һаҡланыҡ. Мин элемтәсе булып хеҙмәт иттем. Пенза өлкәһенән Иван Ведерников, Волгоград өлкәһенән Александр Коростелев исемле рус егеттәре менән элемтә станцияһында дежур итә инек.
Минең кеүек институттан хәрби хеҙмәткә алынғандарҙы сентябрь айы башында ҡайтарып ебәреү тураһында министрлыҡтың директиваһы сыҡты. 1966 йылдың август аҙағында хәрби хеҙмәттән ҡайтып, яңынан уҡый башланым.
Мин хәрби хеҙмәттә булғанда Әминә апайҙың ире Хәлит еҙнәй әнигә утын, бесән әҙерләүҙә ҙур ярҙам итте. Уларҙың ярҙамы менән һыйырынан айырылманы. Еҙнә зарарлы производствола эшләп пенсияға алдан сыҡһа ла, эшләп йөрөй ине әле, 1993 йылда эш урынында йығылып, 60 йәше лә тулмай (1934 йылғы ине) фажиғәле үлеп ҡуйҙы.
1969 йылдың йәй айында Ғафури районының "Победа” колхозында практика үттем. Хужалыҡта агроном юҡ ине. Аҙнабай Йәноҙаҡов эшләгән, тик уны тыуған "Йондоҙ” колхозына рәйес итеп ҡайтарғандар. 1965 йылда "Спутник” колхозынан ике колхоз булдырылып, "Победа” колхозына – Игенйылға, Ҡотлоғужа, Красный Пахарь, Краснодубровка, Цапаловка, Яңы Ҡарамыш, Яңы Әлтәшле ауылдары керә ине. "Победа” колхозы рәйесе Рәшит Сабир улы Йомағужин булды. Беҙ йәшәгән өй бик бәләкәй, иҫкергән ине. Шуға ла, практикала булһам да, өй һалырға ҡарар иттем. Колхоз рәйесе лә ярҙам итергә булды. Красный Пахарь ауылы киләсәкһеҙ иҫәпләнә ине. Шул рус ауылынан Рәйес Рамазанов менән барып, өй һатып алырға һөйләшеп ҡайттыҡ. Шул йылда уҡ өйҙө һүтеп, колхоз машинаһы менән ташып алдыҡ. Бер аҙ бүрәнә, таҡта алырға колхоз ярҙам итте. Урмансы булып эшләүсе Тимерйән Рафиҡов ағай ҙа ярҙамынан ташламаны. Көҙгә нигеҙ ҡороп, мүкләп күтәреп, тимер менән башын ябып, бер айға һуңлап уҡырға барырға тура килде. Өй һалышырға бик күп ауылдаштарым -  Рәйес Рамазанов, Зәки бабай Рамазанов, Йәғәфәр бабай Рамазанов, Барый, Әбдрәхим Рамазановтар, Хәлит Ғилманов, Риф Нафиҡов ҙур ярҙам күрһәтте. Шоферҙар – Әнүәр Камалетдинов, Әсҡәт Ғәббәсов төҙөлөш материалдарын килтереп бирҙеләр. Хәлит еҙнәй, Хәмиҙәнең иптәше Әхмәт Яппаров эш менән дә, материал менән дә ярҙам иттеләр. Яңы Ҡарамыш ауылынан Зиннур Ғайсаров ҡыйығын эшләп, башын тимер ҡалай менән ябып, иҙән-түбәһен түшәшеп, ишек, тәҙрә яҡтары, рамдарына тиклем ҡуйып бирҙе. Йорт һалыу күмәк көс талап итә шул.
Институтта бергә уҡыған иптәштәр – Мөсәүир Ғасимов (Туймазы районы) менән Рим Ғарифуллин (Илеш) дөйөм ятаҡтан әл дә миңә урын алып ҡалғандар ине. Уҡыуҙы дауам иттем. 1970 йылда уҡыуымды тамамлап, ҡулыма диплом алдым.
Колхозда эшләгән йылдар
Шулай итеп, 1970 йылда колхозда агроном булып эшләй башланым. Хужалыҡ рәйесе Рәшит Сабир улы Йомағужин менән 1970 йылдың 1 июненән 1979 йылдың февраль айына тиклем бергә-бергә эшләргә тура килде. 1958 йылдан бирле колхоз рәйесе булып эшләгән кеше, сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, эшенән китте. Ул районда тәжрибәле, абруйлы колхоз рәйестәренең береһе булды. 1957 йылда Совет Армияһынан ҡыҫҡартыуға эләгеп ҡайтҡан элекке хәрби ине. Хәрби кеше булараҡ тәртипте ныҡ яратты, талапсан булды. Шуға ла колхозыбыҙ һәр саҡ районда алдынғылар рәтендә ине. Ул заманына күрә алдынғы ҡарашлы, ауыл хужалығын төплө белгән, кеше менән һәр саҡ уртаҡ тел таба белеүсе аҡыллы етәксе булараҡ хәтерҙә ҡалған. Ул осорҙа урта звено белгестәренән – партком секретары Виктор Поляков, баш бухгалтер – Венера Ишмөхәмәтова, Рәшит Нафиҡов
Миңлерәхим РАМАЗАНОВ,
"Почет Билдәһе” ордены кавалеры.
Ҡотлоғужа ауылы.
(Дауамы. Башы 1-2-се, 3-сө, 4-се һандарҙа).
 
 
 
 
 

Яҡшы эштәр – халыҡ өсөн
17 января 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Һуңғы йылдарҙа ауыл биләмәләре тарафынан халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Ауыл халҡы өсөн мөһим булған уртаҡ эштәрҙе башҡарыуҙа хөкүмәт тарафынан тәҡдим ителгән "Аныҡ эштәр” һәм урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программалары бик күп файҙалы эштәргә этәргес булып тора. Беренсенән, хөкүмәт тарафынан аҡсалата ҙур ярҙам күрһәтелһә, икенсенән, халыҡты борсоған уртаҡ һорауҙарҙы, ҙур эштәрҙе кешеләрҙең үҙҙәре менән кәңәшләшеп хәл итеү мөмкинлеге тыуа.

Трамп НАТО-ны бөтөрөрмө?
17 января 2017 йыл | Сәйәсәт

АҠШ-та Барак Обаманың властан китерҙән алда илебеҙгә этлек эшләп ҡалырға тырышыуы, Дональд Трамптың Германия канцлеры Ангела Меркелдең миг-рация сәйәсәтен тәнҡитләүе, Литваның Калининград өлкәһе менән сикте ҡойма менән тоторға тырышыуы уҙған арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо. 

Ҡаргиҙәрҙәрегеҙ төҙөкмө?
17 января 2017 йыл | Урындағы үҙидара

2017 йылдың 1-9 февраль арауығында районда ойошмаларға һәм физик шәхестәргә ҡараған ҡаргиҙәрҙәрҙе техник тикшереү уҙғарыла. Тикшереү түбәндәге график буйынса үтә:
"Башкирэнерго” ЯСЙ-е – Красноусол ауылы, "Башкирэнерго” ЯСЙ-е гаражында, 1 февраль, 10.30 сәғәттә;
"Красноусол” шиифаханаһы ДУП-ы – Курорт ауылы, шифахана гаражында, 1 февраль, 14.30 сәғәттә;
"Красноусол” балалар һауыҡтырыу спорт-туристик лагеры МАУ-һы – Курорт ауылы, Урман урамы, 3,  машина туҡталҡаһы майҙансығында, 1 февраль, 16.00 сәғәттә;
Аҡкүл ауыл советы – Аҡкүл ауылы, Ленин урамы, 6, машиналар туҡталҡаһында, 3 февраль, 10.30 сәғәттә;
Табын ауыл советы – Табын ауылы, Үҙәк урам, 24, машиналар туҡталҡаһында, 3 февраль, 14.30 сәғәттә;
Красноусол ауыл советы – Красноусол ауылы, Совет урамы, 6, гостехнадзорҙың машиналар туҡталҡаһында, 6 февраль, 10.00 сәғәттә;
Еҙем-Ҡаран ауыл советы – Еҙем-Ҡаран ауылы, М.Ғафури урамы, 22, машиналар туҡталҡаһында, 8 февраль, 11.00 сәғәттә;
Үтәк ауыл советы – Үтәк ауылы, Чапаев урамы, 30, машиналар туҡталҡаһында, 9 февраль, 15.00 сәғәттә.
Сергей ЛУКИН,
район дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының  бүлек мөдире.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2