Грипп - мәкерле сир
24 января 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Грипп – киҫкен респираторлы вируслы инфекция төркөмөнә ҡарай. Уны бөгөнгө көндә 2 меңдән ашыу төрө билдәле булған грипп вирустары тыуҙыра. Был мәкерле сир көҙ һәм ҡыш айҙарында эпидемиялар тыуҙырыуы, ә 30-40 йылға бер тапҡыр пандемия барлыҡҡа килтереүе лә мөмкин.

Тауҙар төбәге төпкөл түгел
24 января 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Толпар ауылында бер юлы ике сара – урындағы инициативаларҙы ғәмәлгә ашырыу проекты буйынса граждандар сходы һәм ауыл биләмәһе ауыл Советы депутаттарының асыҡ ултырышы булып үтте. Уларҙың эшендә ра-
йон хакимиәте башлығының финанс һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары Светлана Ғөбәйҙуллина, социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Руслан Салауатов, район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, район Советы секретары Римма Зверева, автотранспорт предприятиеһы директоры Анатолий Гребнев, урындағы инициативаларҙы ғәмәлгә ашырыу проекты координаторы Елена Капралова, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Фәнүзә Йәнешева ҡатнашты.
Тауҙар төбәге төпкөл түгел
Тауҙар төбәге төпкөл түгел
Тауҙар төбәге төпкөл түгел

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
24 января 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Уңғандарыбыҙ

Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр эшләгәндәре һәм юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн:
Зөфәр Мәғәсүм улы ХАФИЗОВ –
"Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте филиалы - Ғафури юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы;
Рима Әхиәр ҡыҙы ШӘРИПОВА –
Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлегенең төп белгесе;
оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр эшләгәне өсөн:
Раил Мансаф улы МӨХӘМӘҘИ-ЕВ – "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексы муниципаль автономлы учреждениеһы директоры.

Юлаевсылар һынатманы
24 января 2017 йыл | Яңылыҡтар

Өфөлә Континенталь хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчы Көнсығыш конференцияның Чернышев дивизио-
ны командаһы һәм көнбайыштың Тарасов дивизионы йыйылмаһы араһында финал менән тамамланды.

«Еҙем» тәбиғи паркын ойоштороу хәл ителәсәк
24 января 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Быйыл Башҡортостанда  Ғафури районында Киндерле мәмерйәһе янында «Еҙем» тәбиғи паркын булдырыу тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк.