Шаяндар һәм тапҡырҙар билдәләнде
27 января 2017 йыл | Мәғариф, Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Уҙған йомала район
мәҙәниәт һарайына республикабыҙҙың 7 район һәм 5 ҡалаһынан дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары «Шаяндар һәм тапҡырҙар” клубтарының республика ярымфиналына йыйылды.
ЮХХДИ идаралығы һәм Мәғариф министрлығы башланғысында ойошторолған «Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы» профилактик сараһы сиктәрендә үткән уйында районыбыҙ данын уҙған йылда республикала Гран-при яулаған Красноусол башҡорт гимназия-интернатының «Ауыр бала саҡ» командаһы яҡланы.
Шаяндар һәм тапҡырҙар билдәләнде
Шаяндар һәм тапҡырҙар билдәләнде

Конкурс: “Юморесканы яҙып бөт!”
27 января 2017 йыл | Матбуғат, Хаттар

Ә унда... Гонаһ шомлоғо, ғүмерҙә лә ишетмәгән, күрмәгән ваҡиғалар бара ине: Яңы йыл байрамына йыйылған ауылдаштар бер-береһенән ҡылған гонаһтары өсөн ярлыҡау һорайҙар, кисереүҙәрен үтенәләр икән.

Башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың Зәки Мәхмүтов исемендәге асыҡ район конкурсы тураһында ПОЛОЖЕНИЕ
27 января 2017 йыл | Яңылыҡтар, Урындағы үҙидара, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

 Башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың  Зәки Мәхмүтов исемендәге  асыҡ район конкурсы тураһында  ПОЛОЖЕНИЕ
Конкурстың ойоштороусылары
Ғафури районы муниципаль ра-йон хакимиәте һәм муниципаль район хакимиәтенең "Мәҙәниәт бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы.
Маҡсаты һәм бурыстары
РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, М.Ғафури исемендәге премия лауреаты Зәки Ғиззәт улы Мәхмүтовтың ижадын танытыу һәм иҫтәлеген мәңгеләштереү; халыҡ араһынан яңы таланттарҙы асыҡлап, уларҙың башҡарыу оҫталығын күтәреү, халыҡ башҡарыу традицияларын һаҡлап ҡалып, үҫтереү һ.б.
Үткәреү шарттары
Асыҡ конкурс 2017 йылдың 28 февралендә Красноусол ауылында үтә. Унда махсус вокал белеме булмаған  яңғыҙ (соло) башҡарыусылар ҡатнаша, йәш, шөғөл сикләүе ҡуйылмай. Шулай уҡ урта махсус уҡыу йорттарының вокал бүлектәренең беренсе һәм икенсе курс студенттары ҡатнаша ала. Элекке конкурстарҙа Гран-при яулағандар
конкурста ҡабатлап ҡатнашмай.
Башҡарыусылар өс йәш төркөмөнә бүленә: 16 йәшкә тиклемгеләр; 16 йәштән алып 30 йәшкә тиклемгеләр; 30 йәштән өлкәндәр. Конкурс һәр йәш төркөмө өсөн бер турҙа үтә, ул  28 февралдә Красно-усолда, Район мәҙәниәт һарайында була (иртәнге сәғәт 10.00-да башлана). Ғафури районынан ҡатнашыусылар өсөн тыңлап ҡарау 7 февралдә була.
Ҡатнашыусылар ике әҫәр башҡара: Башҡорт халыҡ йыры (музыкаль оҙатыу менән, музыкаль оҙатыуһыҙ, эстрада өсөн эшкәртелгән хәлдә); профессиональ башҡорт композиторҙарының, үҙешмәкәр композиторҙарҙың  йырҙары һәм автор йыры (минус-фонограмма аҫтында йәки теләгән музыка ҡоралдары оҙатыуында).
Мотлаҡ программала Зәки Мәхмүтов репертуарынан бер халыҡ йәки композитор йыры булырға тейеш. Ойоштороу комитеты, кәрәк булһа,  музыка оҙатыуы менән тәьмин итәсәк. Конкурста профессиональ концертмейстерҙар эшләйәсәк.
Баһалаусылар
Конкурс жюрийына Башҡортостан Республикаһының билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм сәнғәт оҫталары, Ғафури районының танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре инә.
Жюри башҡарыу оҫталығына, үҙенсәлекле башҡарыуға, сәхнә мәҙәниәтенә, репертуарҙың конкурс шарттарына тап килеүенә ҡарап баһа бирә. Жюри ҡарары ҡабаттан ҡаралмай.
Еңеүселәрҙе бүләкләү
Һәр йәш төркөмөндә еңеүселәр айырым билдәләнә. Иң яҡшы башҡарыусыға Гран-при бирелә. Шулай уҡ 3 беренсе премия, 3 - икенсе, 3 өсөнсө премия, 5 дипломант премияһы һәм 5 махсус бүләк булдырыла. Жюри Гран-приҙы һәм айырым бүләктәрҙе бирмәҫкә, шулай уҡ призлы урындарҙы еңеүселәр араһында бүлергә хоҡуҡлы. Башҡорт йыр фольклорында һирәк осрай торған әҫәр башҡарған өсөн махсус бүләк тапшырыла. Жюри башҡа махсус бүләктәр ҙә булдыра ала.
Конкурсты финанслау
Конкурс уны ойоштороусылар аҡсаһына, ҡатнашыусыларҙың конкурс иғәнәләре иҫәбенә ойошторола. 16 йәшкә тиклемге солист-ҡатнашыусынан конкурс фондына иғәнә - 300 һум, 16 йәштән өлкәндәрҙән 500 һум тәшкил итә. Конкурс-ты финанслауҙа бағыусылар – дәүләт
ойошмалары һәм предприятиелары, шулай уҡ коммерциялы структуралар ҡатнаша. Командировка сығымдарын, туҡланыу һәм йәшәү өсөн түләү - ҡатнашыусыны ебәргән яҡ иҫәбенән.
Конкурстың Гала-концерты Красноусолда Район мәҙәниәт һарайында 19.00 сәғәттә башлана.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 20 февралгә тиклем ойоштороу комитетына түбәндәге өлгөләге заявка тапшырырға кәрәк:
ҡатнашыусының исеме, атаһының исеме, фамилияһы; ебәреүсе ойошма; паспорт мәғлүмәттәре; эш (уҡыу) урыны; ниндәй конкурстарҙа ҡатнашыуы; етәксеһенең (әгәр булһа) исеме, атаһының исеме, фамилияһы; башҡарған репертуары.
Ойоштороу комитетының адресы: 453050, Башҡортостан Республикаһы, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Коммунистик урам, 14/1, "Мәҙәниәт бүлеге” МБУ-һы. Ҡатнашыу өсөн заявканы gafuri-metod@mail.ru электрон адресына ебәрергә. Барлыҡ һорауҙар менән 8(34740)2-12-48 телефонына мөрәжәғәт итергә.

Үткәндәрҙе хәтерләп
27 января 2017 йыл | Хаттар

Тәбиғәт шарттарының нисек килеүенә генә япһарырға ярамай, игенсе тәү сиратта агротехник талаптарҙы теүәл үтәргә бурыслы. Агроном булып эшләү дәүеремдә быға мин ныҡлы инандым. Мәҫәлән, мин колхозда практика үткән 1969 йылда байтаҡ майҙанда баҫыуҙар көҙҙән һөрөлмәгән ине. Күп кенә майҙандарҙы яҙ көнө яҫы төрәнле дискылар менән эшкәртеп сәстек. Әле ул ваҡытта ерҙе еңелсә эшкәртеү өсөн техникаһы ла юҡ ине. Бөртөклө культураларҙы сәсеү өсөн рәт араларына ашлама индерергә
айырым сәскестәр ҙә булманы. Тар рәтле (рәт араһы 7-8 см) СУБ-48 сәскестәре менән сәсәләр ине. Арҡыры-буйға сәсеү өсөн баҫыу майҙандары бик бәләкәй, ә техника аҙ. Был инде яҙғы баҫыу эштәренең оҙаҡҡа һуҙылыуына килтерә ине. Минераль ашламаны келәттә үк орлоҡҡа ҡушалар ине. Ләкин бының кире яғы ла бар. Ямғыр яуып, орлоҡ еүешләнһә, шлангыға тығылып, ергә төшмәй йонсота. Орлоҡто яңынан таратып киптерергә тура килә. Һуңыраҡ орлоҡ һәм ашлама өсөн айырым тартмалары булған сәскестәр сығара башланылар.
Хеҙмәт алдынғылары
Шәхси хужалыҡтар берләшеп, дөйөм хужалыҡ ойошторған һәм һуғыш осоро, һуғыштан һуңғы йылдарҙа барлыҡ эш ҡул көсө менән башҡарыла ине. Ул ваҡытта ауылда бригадир булып Әҡсән Хөсәйенов, Фәрит Әбдрәшитов, Кәрим Ғафаров, Ғәлим Абдрахманов, Миңлеғәле Вәлиев эшләне. Барый һәм Ғәлимулла Нафиҡовтар оҙаҡ йылдар ат ҡараусы булды. Хужалыҡта төрлө эштәрҙә һәм шулай уҡ сөгөлдөр эшкәртеүҙә Миңниса Вахитова, Мәрйәм Вахитова, Мәрхәбә Әхмәтшина, Хәлиҙә Рамазанова, Мәрйәм Рамазанова, Заһира Абдрахманова һәм башҡалар фиҙаҡәр хеҙмәт итте.
1958 йылда МТС-тар бөтөрөлөп, техника колхоз-совхоздарға таратып бирелгәс, хужалыҡтарҙың үҙ механизаторҙары барлыҡҡа килде. Механизаторҙарҙан: Ғәли Рәхмәтуллин, Барый Йәнбәков, Сабит Насиров, Йәһүҙә Мәҡсүтов, Рәшит Нәзиров, шоферҙар: Азҡар Ғайсаров, Венер Әхмәтшин, Риф Абсаттаров, Фәрит Йәнбәков, Әнүәр Камалетдинов, Фоат Әхмәтйәнов, Әхмәтғәли Әбдрәшитов, Әсҡәт Ғәббәсов, малсылыҡ тармағында: Әмир Йәрмөхәмәтов, Фәнир Ғилманов, һауынсыларҙан: Нәзирә Нурҡаева, Любовь Аверина, Мәғзүмә Маликова, быҙау ҡараусыларҙан: Тәнзилә Нафиҡова, Наилә Маннанова, бригадирҙар: Василий Соколов, Рәшит Йәркәев, Хәмзә Мөлөков, ферма мөдирҙәре: Фәрит Ғәлиев, Миңлейәр Ҡунаҡҡужин, Иван Сидоров, Рәйес Рамазанов, умартасылар: В.Бардин, Мөхтәр Әхмәтйәнов, Анатолий Швецов, И.Кожуров хужалыҡтың уңышлы эшләүенә ҙур өлөш индерҙеләр.
Ул осорҙа тырышып эшләгәндәрҙе баһалай ҙа белделәр һәм хеҙмәт алдынғылары төрлө наградаларға лайыҡ булдылар. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Мәҫәлән, хужалыҡ рәйесе Р.С.Йомағужин Ленин һәм Октябрь революцияһы ордендары, механизатор А.Н.Заплатин - Ленин ордены, комбайнсы В.М.Аверин - Октябрь Революцияһы ордены, механизатор Б.Г.Йәнбәков  Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнде. Быларҙан тыш Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына түбәндәге иптәштәр лайыҡ булды: колхозсы П.А.Швецова, бригадир В.А.Соколов, партком секретары В.И.Поляков, һауынсы Л.Ф.Аверина, механизаторҙарҙан – Ф.Х.Мәҡсүтов, Б.Т.Йәнбәков, А.П.Заплатин. Малсы Т.М.Нафиҡова, сусҡа ҡараусы А.Б.Кәримова, сөгөлдөрсө Г.Г.Ғайсарова, агроном М.В. Рамазанов "Почет Билдәһе” орденына, бригадир Х.М.Мөлөков, Р.Т.Йәркәев, быҙау ҡараусы Т.М.Нафиҡова, һауынсы Л.Скрипак, бригадир ярҙамсыһы Ф.Х. Кәлимуллин III дәрәжә Хеҙмәт Даны орденына лайыҡ булды. Шулай уҡ агроном М.В.Рамазанов, шофер А.Х.Ғайсаров, механизатор В.М.Аверин, сөгөлдөрсөләр – В.З.Йәғәфәрова, А.Г.Швецова төрлө миҙалдар менән бүләкләнделәр.
Йомғаҡлау
Беҙ эшләгән осорҙа барлыҡ эштәр ҙә планлы алып барыла ине. План юғарынан төшөрөлөп, күпме майҙанда ниндәй культуралар сәсергә, күпме уңыш үҫтереп алырға план бирелә. Шуныһы аяныслы, хужалыҡтарҙың
рельеф, тупраҡ составы, уның уңдырышлылығы ниндәй кимәлдә икәнлеге план бирелгәндә иҫәпкә алынманы. Мин эшләй башлағанда шәкәр сөгөлдөрө 245 гектар майҙанды биләй ине, ә 1980 йылға уның майҙанын 315 гектарға тиклем арттырҙылар. Ә беҙҙең һөрөнтө ер 2767 гектар майҙанда булып, күп баҫыуҙар бәләкәй, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә яраҡһыҙ, уңдырышһыҙ, тигеҙ түгел, ташлы ине. Унан килеп, шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеүсе ҡатын-ҡыҙҙар һаны ла кәмене. Элек эшләгәндәре хаҡлы ялға сыҡты, йәштәр үҫә торҙо, ҡалаға сығып китә торҙо. Бындай шарттарҙа ҡул көсө ҡулланмай эшләүгә күсергә, йә булмаһа шәкәр сөгөлдөрө сәсеү майҙанын кәметергә кәрәк ине.
Дәүләткә иген һатыу иң
яуаплы бурыстарҙың береһе булды. Дәүләткә иген һатыу планы еткерелә, тағы быға өҫтәп һәр хужалыҡ социалистик йөкләмә ҡабул итә ине. Иген мул уңыш биргән йылдарҙа малдарға фуражлыҡ та ҡалдырмай, ра-йондан вәкил килеп, һуңғы тоннаһына тиклем элеваторға оҙаттырып ҡайтып китә ине. Һуғыш ваҡытында һәм унан һуңғы осорҙа ҡулланылған ҡурҡытыу, әрләү, янау менән эш итеү, хеҙмәт хаҡына бер тин дә түләнмәгән ваҡытта аптырағандан ҡулланылған сара булғандыр тим.
 
Миңлерәхим РАМАЗАНОВ,
"Почет Билдәһе”
ордены кавалеры.
Ҡотлоғужа ауылы.
(Дауамы. Башы 1-2-се, 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы һандарҙа).

Йыл уңышлы булды
27 января 2017 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Рәсәйҙә 1845 йылда барлыҡҡа килгән Рус география йәмғиәте бай тарихлы, ҡыҙыҡлы юл үткән. Был ойошма эске туризмды үҫтереү, тәбиғәтте һаҡлау, төрлө төбәктәрҙең тәбиғәт үҙенсәлектәрен өйрәнеү һ.б. буйынса бик ҙур эштәр алып бара.
Йыл уңышлы булды

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3