Яуа ҡарҙар
13 января 2017 йыл | Хаттар

Мамыҡ ҡына ҡарҙар яуа
Ауылым өҫтәренә.
Бар матурлыҡ сағыла
Аҡ ҡарҙың төҫтәрендә.
Ҡарҙар менән ер өҫтөнә
Әйтерһең, сафлыҡ инә.
Шундай сихри халәт:
Шиғыр ҙа тыуа миндә.
Килә яҙаһы ауылдың
Тәбиғәт матурлығын.
Кешеләрҙең тырышлығын,
Ғаиләләр татыулығын,
Балалар игелеген,
Донъялар именлеген.
Саф мөхәббәт, оло хистәр…
Күңелдәр керһеҙлеген.
Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа,
Ергә ынйы ҡойола.
Ҡарҙың һәр бер бөртөгөндә
Бәхет кеүек тойола.
Эйе, эйе, бәхет ҡары
Яуһын ергә ишелеп.
Йәшәһен ерҙә һәр кеше
Тик бәхеткә төрөнөп.
Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа
Ауылым өҫтәренә.
Эй, Хоҙайым, йыл буйына
Гел шатлыҡ өҫтә генә,
Гел шатлыҡ өҫтә генә.
Ауылым өҫтәренә,
Ауылым өҫтәренә.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Игенйылға ауылы.

Хеҙмәттә үткән ғүмер
13 января 2017 йыл | Хаттар

Уйлап-уйлап ҡуям да, "бармы икән ул мөхәббәт?” – тигән һорау ҡуям. Бәлки, ул сағыштырма төшөнсә генәлер. Ҡайһы берәүҙәр йылдар буйынса бер-береһен яратышып йөрөйҙәр, ҡауышалар һәм оҙаҡ та үтмәй – айырылышалар. Бер-береһен белмәйенсә, димләп өйләнешкәндәр бик күп йылдар татыу йәшәй бирәләр. Тимәк, мөхәббәт аҙаҡ та килергә мөмкин икән, тип уйларға урын бар.
Бына шундай ғаилә беҙҙең Игенйылға ауылында йәшәй. Наилә апай менән Вәзир ағай Йәнбәковтар өйләнешкәндә бер-береһен белмәгәндәр ҙә. Тәнзилә исемле апай димләүе буйынса ҡауыша улар. Бергә иңгә-иң терәшеп ғүмер итеүҙәренә 55 йыл тула.
Хеҙмәттә үткән ғүмер

Ҡумыҙ яһау оҫтаһы
13 января 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар

Халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралдары ҡурай, ҡумыҙ башҡорт фольклорында ғына түгел, көндәлек тормошобоҙҙа ла мөһим роль уйнаған. Мәҫәлән, элегерәк аулаҡ өйҙәрҙә ир-егеттәр ҡурай тартып, ҡатын-ҡыҙҙар ҡумыҙ сиртеп йырлап-бейеп күңел асҡан. Хужалар ҡайтып килгән осраҡта был ҡоралдарҙы тиҙ генә йәшерергә лә мөмкин булған.
Ҡумыҙ яһау оҫтаһы

Вазифаға конкурс иғлан ителә
13 января 2017 йыл | Яңылыҡтар, Урындағы үҙидара

Ғафури  районы муниципаль район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге мөдире  - вакантлы муниципаль хеҙмәт вазифаһын биләүгә конкурс иғлан ителә.

Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып
13 января 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Уҙған йыл аҙағында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты А.Н.Изотов беҙҙең районда эш сәфәре менән булып китте. Алексей Николаевич башта район хакимиәтенең бүлек етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары менән кәңәшмә, артабан граждандарҙы йәмәғәт ҡабул итеүе уҙғарҙы.  Ҡабул итеүҙә район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров, уның торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары Ф.З.Кейекбаев, капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе О.Ф.Саттарова ҡатнашты.
Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып
Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12