Конкурс: "Юморесканы яҙып бөт!"
20 января 2017 йыл | Хаттар

Ярҙам итәйек – байман итәйек йәки Яңы йыл мажаралары
Йыл иҫәбе 12 ай – йыл мөсәле 12 йыл тигәндәй, был арауыҡ та, керпек ҡаҡҡан ара кеүек, үтә лә китә. Түҙемһеҙләнеп көткән Яңы йыл да тиҙ етә.
Йола буйынса, Яңы йыл байрамын яҡты донъяға ауаз һалған сабыйынан алып, таяҡҡа таянған ҡарттарға ҡәҙәр йәмәғәт урындарында, ҡупшы биҙәлгән, йондоҙҙай емелдәгән уттары үҙенә саҡырып торған шыршы янында ҡаршы алырға күнеккәнбеҙ.

Үткәндәрҙе хәтерләп
20 января 2017 йыл | Хаттар

Ул осорҙа колхоз-совхоздар төркөмдәргә бүленеп, эш күләме, түләү тәртибе юғарынан еткерелә ине. Ә беҙҙең колхоздың баҫыу майҙандары бик бәләкәй, шуға ла юғарынан еткерелгән талаптарға тура килмәй. Колхоз идараһы ултырыштарында ошо нормативтарҙы үҙебеҙҙең тәбиғәт һәм рельеф шарттарына яраҡлаштырып, ҡайтанан ҡарап сығып, яңынан ҡабул итә инек. Бындай баш-баштаҡлыҡ ра-йон етәкселегенә оҡшап етмәй, йыш ҡына тикшереү ебәреп йонсоторҙар ине.
1979 йылдың февраль айынан 1985 йылға тиклем колхоз рәйесе булып Фәнис Ишморатов эшләне. Миңә был ваҡытта агроном, ә 1983-1985 йылдарҙа ауыл Советы рәйесе булып эшләргә тура килде. Хөсәйен Сатлыҡов партком секретары ине.
1985-1986 йылдарҙа районға яңы етәксе килгәс, колхоз рәйесе итеп Әнүәр Муллағоловты ебәрҙеләр. 1986 йылда Әнүәр Әбүзәр улын "Йондоҙ” колхозына рәйес итеп ҡуйҙылар. Ә беҙҙең колхозға "Заветы Ильича” колхозында партком секретары булып эшләп йөрөүсе Рим Вахитов рәйес булып ҡайтты. Мин был ваҡытта агроном, бер йыл самаһы бригадир булып эшләп алдым.
Ул осорҙа аҙ сығымдар менән тупраҡты еңелсә эшкәртеүгә күсеү хаҡында ныҡлы һүҙ алып баралар ине. Ошо хаҡта райкомдың махсус ҡарары ла сыҡты. Шул маҡсатта колхоздарға көсләп төрлө маркалы техника ҡайтарттылар. Әммә был техникалар еңел механик составлы тупраҡ өсөн тәғәйенләнгән булып сыҡтылар. Ә беҙҙә ауыр балсыҡлы механик тупраҡ ҡатламы һәм шунлыҡтан ҡайтартылған яҫы төрәнле һабандар менән ерҙе тейешле эшкәртеү мөмкин түгел ине. Шунан заманалар үҙгәреп китте һәм бындай техника хаҡында оноттолар, тупраҡты башҡа төрлө эшкәртеү техникалары барлыҡҡа килде.
Миңә малсылыҡ тармағында ла эшләргә тура килде. Был Горбачев иғлан иткән "үҙгәртеп ҡороуҙар”, "тиҙләнеш” заманына тура килде. Планлы хужалыҡ итеүҙән баш тартып, "хужалыҡ иҫәбе”, "ғаилә подряды”, "бригада подряды” менән эшләйбеҙ тип, барыһы ла үҙ ағышына ҡуйылған осор ине. Ул ваҡытта колхоз рәйесе булып Рим Вахитов эшләне. Ҡотлоғужа ауылындағы һыйыр, сусҡа фермаларына реконструкция уҙғарылып, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарылды.
Мин һөтсөлөк фермаһын ҡабул иткәндә унда 126 баш симменталь тоҡомло тана, 200 баш башмаҡ, 100-ләп баш быҙау бар ине. Был таналар быҙаулай башлаған һәм уларҙы 8 һауынсы ҡул менән һауа ине. Ферманы тулы хужалыҡ иҫәбенә күсерергә йөрөйбөҙ. Мин, зоотехник Ринат Ғималетдинов һауынсыларҙы йыйып, 4 һауынсыны ғына ҡалдырасағыбыҙҙы белдерҙек, ә бишенсегә – алмаш һауынсы ғына ҡала. Һауынсыларға һауын аппараттары менән нисек эш итергә кәрәклеге хаҡында зоотехник аңлатты, үҙем дә һауын аппараттарын төптән өйрәнеп, кәрәк саҡта һауынсыларға ярҙам итә инем. Ошондай бер аҙ алға китеш булһа ла, тулы хужалыҡ иҫәбенә күсеү булманы. Экономист Мәүлиҙә Йәнешева һауынсылар менән һөйләшеп, түләү тәртибен аңлатып ҡараны. Әммә һауынсылар аванс алып эшләүҙән баш тарттылар һәм иҫкесә түләү тәртибе һаҡланып ҡалды. "Елочка” тибындағы һауын аппараттары йәйге лагерҙарға ла урынлаштырылды. Ҡыш көнө һауынсылар һөттө биҙрә менән ташып йөрөмәһендәр өсөн һөт үткәргес торбалар ҙа монтажланды һәм һауынсылар өсөн эш күпкә еңелләште.
Мал ҡараусыларға ла эште еңеләйтеү сараһын күрергә тырыштыҡ. Тиреҫ түгеү транспортеры (ТСН) йүнләп эшләмәгән булған, уны эшләтеүсе оператор үҙ эшенә яуаплы ҡарамаған. Өсәр тәүлек тиреҫ түгелмәй торған. Һөҙөмтәлә был транспортер тығылып, йыш ҡына сафтан сыҡҡан. Был эште ныҡлы контролгә алып, көн дә тиреҫ түгеүҙе ойоштора башлағас, эш яйға һалынды. Һыйырҙарға һәр мал алдына автоматик һыу эсеү ҡоролмаһы яйланған ине.
1967 йылда республикала ла, районда ла, беҙҙең колхозда ла уңыш юғары булды. Колхоз иген һатыу планын өс тапҡырға арттырып үтәгән. План 8500 центнер булған, унан һуң 13500 центнер, 15500, ә 1980 йылда планды 18500 центнерға еткерҙеләр. 1980 йылда планды арттырып үтәп, дәүләткә 23000 центнер иген һаттыҡ. Шәкәр сөгөлдөрө һәм башҡа культураларҙың да уңышы яҡшы булған. Малсылыҡта ла күрһәткестәр һәйбәт ине.
Был йылды яҙ бик иртә килде. Апрель баштарына ҡар иреп бөтөп, ай урталарына байтаҡ майҙандарҙа иген сәселгән ине. Шунан ҡабат ҡар яуып, байтаҡ иген ҡар аҫтында ҡалды. Сәселгән иген, бигерәк тә борсаҡ сыҡмаҫ инде, тиеүселәр булды. Әммә ярайһы ғына уңыш йыйылды.
1968 йылда Башҡортостанда иген арыу ғына уңды, ә "Победа” колхозында элеккегә ҡарағанда түбәнерәк булды. Бер йыл икенсеһенә тура килмәй, тип халыҡ бик дөрөҫ әйтә. Унан килеп, тәбиғәт шарттарына кеше факторы ла йоғонто яһай бит әле. Агротехник талаптарҙы теүәл үтәү, тупраҡты көҙҙән иртә эшкәртеү (август, сентябрь), ҡар һыуы тотоу, ашлама индереү, оптималь срокта сәсеү, районға ярашлы сорттар сәсеү юғары уңыштың нигеҙе булып тора. Бер йыл икенсеһенә тура килмәй, тигән фекер ҙә дөрөҫ. Мәҫәлән, 1967 йыл уңыш юғары, 1968 – түбәнерәк, 1969 – түбән, 1970 - яҡшы, 1971-1972 – түбәнерәк, 1973 йылда – юғары уңыш, 1974 – түбәнерәк, 1975 йыл ҡоролоҡло – иң түбән уңыш алынды. Был йылда иген культуралары гектарынан 10 центнер самаһы ғына уңыш бирҙе. Шәкәр сөгөлдөрө бөтөнләй үҫмәне. 1976 йыл – ямғырлы булып, уңыш мул булды. Шул рәүешле йылдар төрлөсә алмашынып торҙо һәм киләсәктә лә шулай буласаҡ тип уйлайым.
Миңлерәхим РАМАЗАНОВ,
"Почет Билдәһе" ордены кавалеры.
Ҡотлоғужа ауылы.

Берҙәмлектәре менән көслөләр
20 января 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

 Имәндәш ауыл биләмәһендәге осрашыуҙа төбәк өсөн мөһим мәсьәләләр күтәрелде
Халыҡ менән осрашыуҙар – урындағы Совет депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырыштары уҙғарыла башланы. Осрашыуҙың тәүгеһе 16 ғинуарҙа Имәндәш ауыл биләмәһендә үтте. Уның эшендә ра-йон хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров, уның урынбаҫарҙары - төҙөлөш буйынса Фуат Зәки улы Кейекбаев, социаль мәсьәләләр буйынса Руслан Йәғәфәр улы Салауатов, иҡтисад Һәм финанстар буйынса Светлана Рәшит ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, ауыл хужалығы буйынса урынбаҫар вазифаһын башҡарыусы Юрий Александрович Родионов, район Советы рәйесе Зөлфәр Мәғәсүм улы Хафизов, район Советы секретары Римма Ишмырҙа ҡыҙы Зверева, мәғариф бүлеге етәксеһе Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова, район эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары Айрат Зиннәт улы Мирхәйҙәров, прокурор ярҙамсыһы Илмир Әфҡәт улы Иҙрисов, был төбәк буйынса участка уполномоченныйы Ғәле Ғәлинур улы Суфиянов, ауыл Советының 10 депутаты, биләмәгә ҡараған ауылдар халҡы ҡатнашты.
 

Граждандар иғтибарына!
20 января 2017 йыл | Яңылыҡтар

25 ғинуарҙа Рәсәй Федерацияһы Президентының Башҡортостан Республикаһындағы ҡабул итеү бүлмәһе белгестәре Ғафури районында граждандарҙы ҡабул итә. Халыҡтың һорауҙарына шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, пенсия фонды, Башҡортостан Республикаһы адвокаттар коллегияһы белгестәре лә яуап бирәсәк.  
Ҡабул итеүгә килеүсе граждандар закондар үтәлеше, шул иҫәптән урындағы үҙидара органдары  һәм вазифалы кешеләр тарафынан закондар үтәлеше, социаль гарантия һәм төрлө категория граждандар өсөн программалар мәсьәләләре буйынса консультация алыу мөмкинлегенә эйә.
Граждандарҙы ҡабул итеү 10.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем район мәҙәниәт һарайында (Красноусол ауылы, Коммунистик урамы, 16/1), 14.30 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем Табын ауыл мәҙәниәт йортонда (Табын ауылы, Үҙәк урам, 25) адрестары буйынса була.
Үҙегеҙ менән шәхес таныҡлығы һәм биреләсәк һорауҙың айышын төшөндөрөрлөк документтар булһын.

Экология - йәшәү рәүеше
20 января 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

2017 йыл Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың указдарына ярашлы, Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Был илебеҙ һәм республикабыҙ етәкселегенең әйләнә-тирә мөхитте, тәбиғәтте һаҡлауға иғтибар бүлеүҙе тейешле кимәлгә еткереүҙе күҙ уңында тота.
Беҙҙең районда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә контроллек итеүгә БР Экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы  дәүләт инспекторы - әйҙәүсе белгес-эксперт Илшат Исхаҡ улы ИШБУЛДИН яуаплы. Ул уҙған йылғы эшмәкәрлектәренә байҡау яһаны һәм быйылғы – Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына пландары менән уртаҡлашты.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 12