Ҡара төлкө бәләһе
22 февраля 2017 йыл | Хаттар

Ишҡолов Ямалетдин бабайыма йәш сағында хеҙмәт армияһында (үҙе һөйләгәнсә) булырға тура килә. Эш бик ауыр, ә ашау яғы...кесерткәнде тураҡлап ҡаҙандағы һыуға һалып ҡайнаталар ҙа, һалдаттарға аш итеп таратып бирәләр. Исмаһам, тоҙо ла юҡ, ә башҡа төрлө ризыҡтың әҫәре лә булмай. Кеше себен урынына ҡырылған. Иртән казармаларҙан мәйеттәрҙе йыйып аттарға тейәп, зонанан ситкә алып китеп, уларҙың урынына яңыларын килтереп торғандар.

Конкурс: “Юморесканы яҙып бөт”
22 февраля 2017 йыл | Матбуғат

Ҡыш бабайҙың яңы мажаралары.
... Ә унда иҫ китерлек хәлдәр бара, имеш. Клуб эсендә сәйер генә көй ағыла. Көй тип әйтеп тә булмай үҙен. Көй бит ул йә моңло, йә дәртле була: йә йырлата, йә илата, йәиһә бейетә. Ә был нәмә томан кеүек, аңды томалай.

Йыл һөҙөмтәләренә арналды
22 февраля 2017 йыл | Йәмғиәт

Күптән түгел республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса ултырыш үтте. Унда беҙҙең ра-йон ҡараған Стәрлетамаҡ территориаль идаралығының дәүләт инспекторы – әйҙәүсе белгес-эксперты Илшат Ишбулдин министрлыҡтың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Йыл һөҙөмтәләренә арналды

“Балалар ризығы”н һатыу хаҡы көйләнде
22 февраля 2017 йыл | Хоҡуҡ

Ғафури районы прокуратураһы Аҡкүл ауылында дарыуҙар менән ваҡлап һатыу иткән "Спектр” ЯСЙ-һе дарыуханаһы пунктында "балалар ризығы”н һатыуҙа етешһеҙлектәр тапты.  
Ҡануниәткә ярашлы, балалар өсөн продукттарға һатыу өҫтәмәләре 25 процент тәшкил итергә тейеш. Әммә алда билдәләнгән дарыухана пунктында был продукттарға өҫтәмә 40 процентҡа барып баҫҡан.
Ошоға бәйле, район прокуратураһы йәмғиәт директорына ҡарата РФ КоАП-ының 14.6-сы статьяһы, 1-се бүлегенә ярашлы (хаҡтарҙы билдәләү тәртибен боҙоу), административ эш асты. Уны ҡарау һөҙөмтәһендә вазифа биләүсе административ яуапҡа тарттырылды. Бынан тыш, етешһеҙлеккә юл ҡуйғаны өсөн уның адресына күрһәтмә сығарылды.
Прокурор йоғонтоһонан һуң, хаҡтар ҡануниәткә ярашлы хәлгә килтерелде.
Илмир ИҘРИСОВ,
район прокуроры ярҙамсыһы,
2-се класлы юрист.

Етемдәргә фатир тейешле
22 февраля 2017 йыл | Хоҡуҡ

Ғафури районы прокуроры етем балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғын яҡлап дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итте. Ул район хакимиәтенән ата-әсәһе ҡарауынан мәхрүм ҡалған ике ҡыҙға фатир алып биреүҙе талап итте.
Судҡа дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт итеүҙең төп сәбәбе булып прокуратура тикшереүҙәре торҙо.
Ғәмәлдәге закондарға ярашлы, үҙҙәренә теркәлмәгән торлаҡ йорттары булмаған етем балалар мәғариф учреждениеларында уҡыуҙарын тамамлағандан һуң фатир менән тәьмин ителергә тейешле.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙҙар 2011 йылда уҡ мәғариф учреждениеһын тамамлаһалар ҙа, уларға фатир бирелмәгән. Ошоноң менән бәйле район прокуратураһы судҡа дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт итте һәм тейешле талап ҡуйҙы. Суд ҡарауы барышында район прокуратураһының дәғүәһе тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде.
Суд ҡарарының үтәлеше район прокуроры контроле аҫтында тотола.
Илмир ИҘРИСОВ,
район прокуроры ярҙамсыһы,
2-се класлы юрист.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12