Прокуратура сообщает
03 февраля 2017 йыл | Хоҡуҡ

ПРОКУРАТУРА ГАФУРИЙСКОГО РАЙОНА НАПРАВИЛА В СУД УГОЛОВНОЕ ДЕЛО ПО ФАКТУ НАПАДЕНИЯ НА ПОЛИЦЕЙСКОГО

Прокуратура Гафурийского района утвердила обвинительное заключение по уголовному делу в отношении 18-летнего местного жителя.

Он обвиняется в совершении преступления, предусмотренного ст. 319 УК РФ (публичное оскорбление представителя власти).

По версии следствия, ночью в ноябре 2016 года трое сотрудников патрульно-постов ой службы МВД России по Гафурийскому району патрулировали территорию с.Красноусольски й.

Вблизи магазина «Мини-маркет» сотрудники полиции заметили конфликт между двумя гражданами. Подойдя к ним, оппонент обвиняемого попросил принять меры в отношении нетрезвого местного жителя. Однако, после того, как сотрудники патрульно-постов ой службы попросили обвиняемого представиться, последний начал высказывать оскорбления с использованием слов, противоречащих нравственным нормам и правилам поведения в обществе.

Обвиняемый полностью признал вину в совершении преступления.

Уголовное дело направлено в Гафурийский межрайонный суд для рассмотрения по существу.

Заместитель прокурора

Гафурийского района

советник юстиции Г.Р. Ипатова

Прокуратура сообщает
03 февраля 2017 йыл | Хоҡуҡ

 

В Гафурийском районе в отношении бывшей главы сельсовета возбуждены уголовные дела

После прокурорской проверки в отношении бывшей главы сельсовета Гафурийского района возбуждены уголовные дела.

Прокуратура Гафурийского района по поступившему обращению провела проверку исполнения земельного законодательства .

Установлено, что местная жительница, будучи являясь главой муниципалитета, в 2007 году выдала знакомому подложную выписку из похозяйственной книги.

Сфальсифицирован ный документ подтверждал его право на 6 соток земли, расположенной на территории населенного пункта.

Впоследствии гражданин оформил ее в свою собственность.

На основании материалов прокурорской проверки в отношении бывшей чиновницы возбуждено уголовное дело по ч. 2 ст.285 УК РФ (злоупотребление должностными полномочиями главой органа местного самоуправления) и по ч.2 ст. 292 УК РФ (служебный подлог).

В ходе проверки материалов выявлен еще один аналогичный факт выделения подложной выписки из похозяйственной книги, по которому также возбуждено уголовное дело.

Заместитель прокурора

Гафурийского района

советник юстиции Г.Р. Ипатова

"Ғүмеремдең көҙгө балҡышы"
03 февраля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Фәүзиә Ҡотлогилдинаның ижад кисәһе шулай тип аталды
"Хоҙай биргән ғүмер йомғағынан
Мин бәйләйем матур селтәрҙәр.
Шул селтәрҙәр керһеҙ күңелемдең
Барлыҡ серҙәрен дә һөйләрҙәр.”
Алтынбикә.
Ҡыштың сатлама һыуыҡ көндәренең береһендә районыбыҙҙың йәмле төбәге Ватан ауылына барырға тағы ла юл төштө. Мәҙәниәт усағына эркелеп килеүсе халыҡ әүҙем йәмәғәтсе, ауыл старостаһы, ра-йон башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, шағирә Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы Ҡотлогилдинаның 65 йәшлек юбилейына һәм ижадының 5 йәшен билдәләргә йыйылды.
"Ғүмеремдең көҙгө балҡышы"
"Ғүмеремдең көҙгө балҡышы"

Үткәндәрҙе хәтерләп
03 февраля 2017 йыл | Хаттар

1965 йылдан Хөкүмәт ауыл хужалығы предприятиеларына туранан-тура кредит бирә башланы. Ауыл кешеләренә паспорт та бирелде. Тик ул осорҙа хужалыҡ етәкселәре, урта звено етәкселәре үҙаллы эшләй алманылар. Уларҙың эшмәкәрлеге ҡаты контроль аҫтына алынған ине. Мәҫәлән, иген йыйыу осоронда сүпһеҙ баҫыуҙарҙы туранан-тура һуғып алырға мөмкин. Ә райком һәр баҫыуҙағы игенде  башта яҫмаларға һалдырып, шунан һуң ғына һуғып алырға ҡуша. Инде саптырып бөттөм тиһәң, ямғырҙар башлана һәм иген яҫмаларҙа шытып сығып, серей башлай. Ә һәр хужалыҡ етәксеһе, агроном бындай эште үҙаллы хәл итһә, бындай күңелһеҙ хәлдәр булмаҫ ине. Хужалыҡ итеүҙә бындай миҫалдарҙы күпләп килтерергә була.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ялансылыҡ тармағы табышлы ине. Беҙ юғары репродукциялы яңы сортлы, элиталы орлоҡ һатып алыуға ҙур иғтибар бирҙек. Борсаҡ сәсеү тупраҡты азот менән байыта, ә ҡарабойҙай сәсеү сүп үләндәренә ҡаршы көрәштә һәйбәт культура иҫәпләнә. Бал биреүсе культура булараҡ та ауыл хужалығына бик кәрәкле. Шуға ла был культураларҙы ҙур ғына майҙандарҙа үҫтерергә тырыштыҡ. Был ике культураның һатып алыу хаҡы ла бойҙайға ҡарағанда 2-3 тапҡырға тиерлек артыҡ ине.
1990 йылда Ришат Йәнешев колхоз рәйесе итеп һайланып ҡуйылды. Ә мин агроном булып эшләнем. Барыһы ла үҙ ағышына ҡуйылған йылдар ине. Тора-бара колхоз Красноусол быяла заводының ярҙамсы хужалығына әүерелеп, "Иҙел” исеме менән аталып йөрөтөлә башланы. СССР тарҡалған, ил иҡтисады емерелә башлаған йылдар булды. Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельцин колхоз-совхоздарҙы тарҡатыу тураһында Указ сығарҙы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күмәк хужалыҡ булып эшләүҙе дауам иттек. Дөйөм йыйылышта колхозсыларға пай ерҙәрен бүлеп биреү тураһында ҡарар сығарылды. Магазин кәштәләре бушаны, һәр нәмәгә ҡытлыҡ башланды. Колхоздарҙа ла "бартер” тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Хөкүмәт кредит биреүҙе туҡтатты, эш хаҡы түләү онотолдо. Колхозсылар эш хаҡын тик әйберләтә, магазиндағынан күпкә ҡиммәткә ала башланы. Яҙғы сәсеү, уңыш йыйыуға яғыулыҡ-майлау материалдары, техника өсөн запас частар табыу оло бәләгә әүерелде.
Ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыусылар ҙа бөттө һәм колхоз-совхоздар ауыр хәлдә ҡалды. Хужалыҡта 2500 баш һарыҡ, 1500 баш сусҡа бар ине. Ошо малдарҙы һәм һыйыр малдарын запас частар һәм яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуға тотоноп бөттөләр. Красноусол быяла заводы ла ошондай яҙмышҡа дусар ителде.
Малсылыҡ тармағы табышһыҙ ине. Сөнки тоҡомсолоҡ эше менән бөтөнләй шөғөлләнмәнеләр. Һимертергә ҡуйыу өсөн ит тоҡомло мал хужалыҡта бөтөнләй булманы.
Малдарҙы аҙыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә бик шәптән түгел ине. Фуражға һалынған игенде элеваторға оҙатып бөтөрөп, ҡыш көнө комбикорма һатып алған осраҡтар йыш булды. Уның хаҡы өс-дүрт тапҡырға ҡиммәт ине. Ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә, белгестәргә үҙаллы эшләргә ирек бирелмәүе һөҙөмтәһендә ауыл хужалығындағы эштәр алға бара алманы.
Бөгөн ауыл хужалығы ауыр осор кисерә һәм мин быны бик ауыр кисерәм. Сөнки барлыҡ ғүмерем ауыл хужалығы, ер эшкәртеү, иген игеү менән бәйле. Әлбиттә, киләсәктә илебеҙ халҡы үҙ-үҙен тулыһынса икмәк менән тәьмин итер, уңыш мул булыр, тип өмөтләнәм.
Мин хужалыҡта 1999 йылдың 17 ғинуарына тиклем эшләп, 60 йәшемдә хаҡлы ялға туҡтаным. Мин эшләгән хужалыҡ та илебеҙҙә уйлап табылған үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә оҙаҡ йәшәй алманы – "Иҙел” дә банкротлыҡҡа батты. 2011 йылда "Родина” агрофирмаһы ҡарамағына керҙе. Һуңғараҡ был хужалыҡ та банкрот булды. Яңы Ҡарамыш, Игенйылға, Цапаловка, Краснодубровкалағы малсылыҡ ҡаралтылары малдар бөткәс емерелеп, ватылып, теләһә кем тарафынан ташып алып бөтөрөлдө. Ҡотлоғужа, Игенйылғалағы ырҙын табағындағы ҡаралтылар ҙа емерелеп бөтөп бара. Бындай күренештәрҙең барыһына ла күңел әрней, заманында үҙебеҙ булдырғанды кемдәрҙеңдер юҡҡа сығарыуына аяныслы итеп ҡарайбыҙ. Беҙ бит был биналарҙы емерер өсөн түгел, халыҡҡа хеҙмәт итһен өсөн төҙөнөк!
Миңлерәхим РАМАЗАНОВ,
"Почет Билдәһе” ордены кавалеры.
Ҡотлоғужа ауылы.
(Аҙағы. Башы 1-2-се, 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы, 8-се һандарҙа).

Конкурс: “Юморесканы яҙып бөт!”
03 февраля 2017 йыл | Хаттар

 Тәүбә
... Мин ахылдап-уфылдап, ҡатынымды ҡабаландыра-ҡабаландыра клубҡа барып керҙем. Байтаҡ кеше йыйылған, бөтәһенең күҙе сәхнәгә төбәлгән.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3