Законһыҙ һунар итеүсенән зыян ҡаплатылды
22 февраля 2017 йыл | Хоҡуҡ

Район прокуратураһы тарафынан тәбиғәтте һаҡлау, аныҡ әйткәндә, хайуандар донъяһын яҡлау ҡануниәтен тикшереү булып уҙҙы.
Тикшереү барышында шул асыҡланды: 2017 йылдың 22 ғинуарында 11.00 сәғәттәр тирәһендә Ғафури районы кешеһе Үтәк ауылы яғындағы урманда законһыҙ рәүештә мышы ата.
Үҙенең енәйәти эшмәкәрлеге менән 39 йәшлек ир Рәсәй Федерацияһының хайуандар донъяһына ҙур зыян килтерә. Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының хайуандар донъяһы объекттарын күҙәтеү һәм һаҡлау бүлеге тарафынан килтерелгән матди зыян 120 000 һум тип баһаланды.
Рәсәй Федерацияһы мәнфәғәте файҙаһына район прокуратураһы тарафынан мышы атып килтерелгән зыянды ҡаплатыу өсөн Ғафури район-ара судына хоҡуҡ боҙоусынан 120 000 һум аҡса ҡайтарып алыу өсөн дәғүә ғаризаһы ебәрелде.
Суд тикшереүе барышында шул билдәле булды, хайуандар донъяһына килтерелгән зыян тулыһынса ҡаплатылды һәм шул сәбәпле гражданлыҡ эше буйынса эш туҡтатылды.
Рөстәм РАЯНОВ,
район прокуроры,
юстиция советнигы.

Прокуратура тикшереүҙәре
22 февраля 2017 йыл | Хоҡуҡ

Шәхси эшҡыуар яуап тотто. Ғафури районы прокуратураһы урындағы эшҡыуарҙың үҙ эшмәкәрлегендә  терроризмды финанслауға һәм енәйәтсел юл менән алынған килемде легалләштереүгә ҡаршы ҡануниәттең үтәлешен тикшерҙе. Тикшереүҙән шул билдәле булды, риэлтор хеҙмәттәре күрһәтеүсе шәхси эшҡыуар закон талаптарына ҡаршы килеп, ойошмаһын финанс мониторингы буйынса Федераль хеҙмәттең махсус иҫәбенә ҡуймаған һәм уҙғарылған аҡса операцияларына эске контроль булдырмаған. Билдәләнгән етешһеҙлектәр енәйәтсел табышты ҡаршылыҡһыҙ ҡулға төшөрөүгә  һәм террористик ойошмаларҙы финанслауға хәүеф сығанағы булып торҙо.
Ошоноң менән бәйле, район прокуратураһы тарафынан шәхси эшҡыуарға ҡарата РФ КоАП-ының 15.27-се статьяһы, 1-се бүлегенә ярашлы (енәйәтсел юл менән алынған килемде легалләштереүгә (ҡулға төшөрөү) һәм терроризмды финанслауға ҡаршы ҡануниәт талаптарын үтәмәү), административ эш асылды. Уның һөҙөмтәһендә ғәйепләнеүсе яуапҡа тарттырылды.
Рөстәм РАЯНОВ,
район прокуроры,
юстиция советнигы.
 
 

“Батыр”ҙар йәнә көс-ғәйрәттәрен һынаны
22 февраля 2017 йыл | Спорт

Буласаҡ ил һаҡсылары бында тәрбиәләнә.
Уҙған шәмбе көндә Красноуссолдағы 3-сө мәктәптә "Батыр” хәрби-патриотик клубында үҫмерҙәр араһында район беренселегенә ҡул һуғышы буйынса турнир үтте. Ул совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуҙың 28 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышланды.
“Батыр”ҙар йәнә көс-ғәйрәттәрен һынаны
“Батыр”ҙар йәнә көс-ғәйрәттәрен һынаны

Киләсәк улар ҡулында
22 февраля 2017 йыл | Мәғариф

4 көн барған һөнәри бәйгенең еңеүселәре билдәләнде.
17 февралдә «Йыл уҡытыусыһы – 2017» бәйгеһе тамамланды. Үҙ эшенең ысын оҫтаһы булған һәләтле, киң эрудициялы, ижади эшләүсе уҡытыусыларҙы асыҡлауҙы, мәғарифта яңы технологияларҙы, алдынғы методикаларҙы ҡулланып белем биреүҙе, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған конкурс юғары кимәлдә үтте.
Киләсәк улар ҡулында
Киләсәк улар ҡулында
 

Демографик хәл һөйөндөрмәй
22 февраля 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырыштарының сираттағыһы 15 февралдә Үтәк ауыл биләмәһендә үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатов, ра-йон Советы рәйесе һәм секретары З.М.Хафизов, Р.И.Зверева, был төбәк буйынса район Советы депутаты Р.Ғ.Ғафаров, участка уполномоченныйы А.Т.Әмирханов, биләмәгә ҡараған ауылдар халҡы ҡатнашты.
Демографик хәл һөйөндөрмәй
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12