Егәрлеләр етерлек
22 февраля 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Ҡауарҙы ауыл клубын зауыҡлы, матур тип әйтеп булмай, күптән ремонт күргәне юҡ. Түшәменә лә терәү ҡуйылған. Бындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тырышып эшләй, әленән-әле төрлө саралар уҙғарып торалар. Халыҡ менән осрашыу алдынан бай йөкмәтке концерт ҡуйып, быны тағы ла бер тапҡыр дәлилләп ҡуйҙылар. Һуңғараҡ район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эшенә юғары баһа биреп, быйыл Ҡауарҙы ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлатасаҡбыҙ, тип ауыл халҡын шатландырҙы.

Афғансылар
22 февраля 2017 йыл | Йәмғиәт

Афған һуғышының тәүге йылдарында үҙҙәренең интернациональ бурысын үтәп ҡайтҡан ветерандар. Дары еҫе еҫкәгән был ир-уҙамандар ысын мәғәнәһендә Ватанды һаҡлаусы булып торалар һәм уларҙы ошо байрам айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ.
Афғансылар

Ыңғай баһа бирелде
22 февраля 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

18 февралдә Ғафури район муниципаль район Советы дүртенсе саҡырылыш депутаттарының туғыҙынсы ултырышы булып үтте. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, ауыл биләмәһе башлыҡтары, предприятие, учреждение етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡатнашты.
Ыңғай баһа бирелде

Китап – әҙәм өсөн бер ғәжәйеп донъя
17 февраля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"...Китап, китап, эй, сауаплы китап,
Ил йәненә бөркә сихәттәрен.
Ғилем, тиеп йәнен атыусыға
Ишектәрен аса бәхеттәрҙең”.
Уҙған аҙнала үҙәк район китапханаһының уҡыу залында "Изге ҡулдарҙан китап” акцияһы сиктәрендә уҙған үҙенсәлекле, фәһемле сара ошо шиғыр юлдары менән башланды.
Китап – әҙәм өсөн бер ғәжәйеп донъя
Китап – әҙәм өсөн бер ғәжәйеп донъя
Китап – әҙәм өсөн бер ғәжәйеп донъя

“Табын”дың алтын терәге ул
17 февраля 2017 йыл | Матбуғат

-Беҙгә ҡамасауламайынса хәреф-һүрәттәргә әүрәп ултырһын, - тип 2 йәше лә тулмаған һеңлеләренә гәзит-журнал биреп ҡуйған ағай-апайҙары үҙҙәре лә аңламаҫтан уның киләсәгенә йүнәлеш бирәбеҙҙер, ғүмере буйы ул гәзит, яҙыу-һыҙыу эшенә бәйле булыр тип уйламағандарҙыр ҙа инде. Нисек кенә булмаһын, өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен район матбуғатына арнаған Зифа Сәйетгәрәй ҡыҙы гәзит сығарыу, хаталар төҙәтеү, китап уҡыуға әүәҫлек, бала саҡтан ғәҙәтенә әйләнгәндер инде тип иҫәпләй.
“Табын”дың алтын терәге ул

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12