Мөғәллимдәр сыҡты бәйгегә
17 февраля 2017 йыл | Мәғариф

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, районда уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе бара. Быйыл ул яңы форматта үтеүе менән иғтибарҙы йәлеп итте.
25-се тапҡыр уҙғарылған конкурс 14 февралдә район мәҙәниәт һарайында тантаналы шарттарҙы асылды. Унда төрлө предмет, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан тыш, тәүге тапҡыр йәш уҡытыусылар ҙа үҙ көстәрен һынаясаҡ. Красноусол, Бурлы, Йөҙимән, Родина, Игенйылға ауылдары мәктәптәренән 11 мөғәллим бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергән. Был көндө улар барыһы ла сәхнә түренән урын алды. 4 көн дауам итәсәк конкурсты мәғариф бүлеге методистары баһалаясаҡ. Уҡытыусыларҙы жюри рәйесе, мәғариф бүлеге етәксеһе Зөһрә Әхтәмова, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Айҙар Рафиҡов тәбрикләне, уңыштар теләне.
Алып барыусылар бәйгеселәр менән таныштырғандан һуң, һәр береһенә төрлө сетерекле һорауҙар бирҙе. 1992 йылдан бирле уҙғарылған конкурстың тарихына туҡталып, районда "Йыл уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ булған, республика бәйгеһендә урындар алған уҡытыусыларҙың исемдәре аталды. Шуларҙың береһе, тәүге бәйгенең еңеүсеһе - КБГИ директоры Фәнүзә Йәнешева хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ә инде былтырғы "Йыл уҡытыусыһы” Красноусол башҡорт гимназияһының химия уҡытыусыһы Ильмира Ғәзизова был конкурстың барыһы өсөн дә ҙур тәжрибә туплау, һөнәри оҫталығыңды арттырыу, үҙ һәләттәреңде күрһәтеү мөмкинлеге икәнлеген әйтеп үтте.
Тантаналы сараны уҡыусыларҙың сағыу концерт номерҙары биҙәне. Шулай итеп, быйылғы бәйгегә старт бирелде. Еңеүселәр тураһында гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.

Эшмәкәрлегебеҙ күп яҡлы
17 февраля 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Район хакимиәте ҡарарына ярашлы ойошторолған Йәмәғәт советы 2014 йылдан бирле эшләй. Уҙған йылдың сентябрь айында уның составына үҙгәрештәр индерелде. Бөгөнгө көнгә Йәмәғәт советында 19 кеше бар. Улар – район халҡы араһында абруй ҡаҙанған, төрлө учреждениеларҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәр, коммерциялы булмаған йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һ.б. Советтың рәйесе – үҙәк район дауаханаһы табип-хирургы Сәлимгәрәй Байгилдин, секретары – ра-йон ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова.
Эшмәкәрлегебеҙ күп яҡлы

Тәфтиш бүлеге ҡабул итә
17 февраля 2017 йыл | Яңылыҡтар

20 февралдә Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Стәрлетамаҡ район-ара тәфтиш бүлеге етәксеһе И.А. Ибраһимов тәфтиш бүлегенең тәфтишселәре тарафынан алып барылған енәйәт эштәрен тәфтишкә тиклем тикшереү һәм тәфтишләү мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итә.
Ҡабул итеү тәфтиш бүлегендә уҙғарыла. Адресы: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 7-се ноябрь урамы, 100. Ҡабул итеү 15.00 сәғәттә башлана. Өҫтәмә мәғлүмәтте һәм ҡабул ителеүгә яҙылыуҙы 8(3473)25-10-20 телефондары аша ла атҡарырға була.

Һайлау комиссияһы белдереүе
17 февраля 2017 йыл | Яңылыҡтар

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2017 йылдың 8 февралендәге 171/3-5 ҡарарына ярашлы, участка комиссиялары резервына өҫтәмә кандидатураларҙы индереү буйынса тәҡдимдәр ҡабул итеүҙе иғлан итә.
Документтар ҡабул итеү 20 февралдән 17 мартҡа тиклем эш көндәрендә 10.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем БР Ғафури районы Территориаль һайлау комиссияһы тарафынан ҡабул ителә. Адресы: 453050, БР, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Октябрь урамы,2 (204, 207-се бүлмәләр).
Римма ЗВЕРЕВА,
Территориаль һайлау
комиссияһы рәйесе.

Һалым ҡануниәтендә яңылыҡ
17 февраля 2017 йыл | Яңылыҡтар

2017    йылдың 1 февраленән контроль-касса техникаһын теркәү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе.
Әйтәйек, бынан ары иҫке өлгөләге контроль-иҫәп техникаһын теркәп булмаясаҡ. Хәҙер фискаль туп-ланмалы яңы өлгөләге кассаларҙы ғына иҫәпкә ҡуйырға була.
Теркәүҙе еңеләйтеү маҡсатында һалым түләүселәр Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең nalog.ru сайтындағы шәхси кабинеттан файҙалана ала.  Бында инеп, касса аппаратын теркәтеп, теркәлеү карточкаһы алырға мөмкин. Һалым түләүселәр  контроль-касса аппараттарын теләгән һалым инспекцияһында ла теркәтә ала, әлбиттә.
2017 йылдың 1 июленән барлыҡ касса аппараттары хужалары ла  контроль-касса техникаһын ҡулланыуҙың яңы тәртибенә күсергә тейеш. Закон тарафынан был тәртипте кисектереү элек контроль-касса техникаһы ҡулланыу мотлаҡ булмаған һалым түләүселәргә - һалым түләүҙең патент системаһын, ЕНВД ҡулланыусы, сауҙа автоматтары тотоусы һалым түләүселәргә һәм халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүсе эшҡыуарҙарға  ғына рөхсәт ителә һәм улар яңы кассаға 2018 йылдың 1 февраленән күсә.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12