Хоҡуҡ һаҡсыһын битәрләгән өсөн - яуапҡа
10 февраля 2017 йыл | Хоҡуҡ

Ғафури районы прокуратураһы 18 йәшлек район кешеһенә ҡарата асылған енәйәт эше буйынса ғәйепләү ҡарары  сығарҙы. Ул РФ Енәйәт Кодексының 319-сы статьяһына ярашлы (власть вәкиленең намыҫына тейеү), енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Уңып бешә икмәге
10 февраля 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Икмәк бешереү оҫталары борон-борондан оло хөрмәт ҡаҙанған. Әгәр элек ауыл кешеләре икмәкте үҙҙәре һалһа, хәҙерге йәшәү рәүеше һәм көсөргәнешле хеҙмәт күптәрҙең был эшкә ваҡытын ҡалдырмай. Магазин кәштәләрендә аҙыҡ-түлек тулып ятһа ла, икмәккә хөрмәт һис кәмемәй.
Уңып бешә икмәге
Уңып бешә икмәге

Муниципаль район Советы ҡарары
10 февраля 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Ағымдағы саҡырылышҡа Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының дүртенсе саҡырылыш депутаттары тарафынан граждандарҙы ҡабул итеү графигын раҫлау тураһында
Муниципаль район Советы ҡарары
Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарар итте:
1. Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының дүртенсе саҡырылыш депутаттары тарафынан граждандарҙы ҡабул итеүҙең түбәндәге графигын раҫларға.
2. Был ҡарар раҫланған мәленән үҙ көсөнә инә.
3. Ҡарарҙы "Звезда” һәм "Табын” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
4. Ҡарарға контроллек итеүҙе үҙ өҫтөмә алам.
З.М.ХАФИЗОВ,
Совет рәйесе.
№ 4/8-78, 30 ғинуар, 2017 йыл.

Тест үтергә саҡырабыҙ
10 февраля 2017 йыл | Яңылыҡтар

Хөрмәтле ғафуриҙар! Район Тест үтеү үҙәгендә ГТО комплексы нормативтарын тапшырыу уҙғарыла.
Барлыҡ теләүселәрҙе www.gto.ru  сайтында теркәлеп, ГТО нормаларын тапшырырға саҡырабыҙ.
Үҙәк айҙың һәр икенсе һәм дүртенсе шәмбеһендә15.00 сәғәттән башлап "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында  эшләй.
Тест үтеү үҙәге хакимиәте.

Афғансылар иҫтәлегенә
10 февраля 2017 йыл | Яңылыҡтар

15 февралдә совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 28 йыл тула.
Ошо айҡанлы 12.00 сәғәттә локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янында митинг, 13.00 сәғәттә район  мәҙәниәт һарайында "Перевал” төркөмө концерты була. Шулай уҡ "Батыр” хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәренең сығыштары ла ҡаралған.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12