Алға ҡуйып аныҡ бурыстар
27 марта 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Рухи байлығыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө илебеҙҙә 2001 йылдан алып билдәләнә. Һөнәри байрамдары уңайынан район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Эльвира Нурислам ҡыҙы Насирова (һүрәттә) байрамды ниндәй уңыштар менән ҡаршылауҙары, уҙған йыл йомғаҡтары һәм ағымдағы йылға пландары менән уртаҡлашты. Һүҙ - уға:
Алға ҡуйып аныҡ бурыстар
Алға ҡуйып аныҡ бурыстар

Ғәҙәттән тыш хәлгә - күмәк көс менән
27 марта 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Алда йылдың иң  көсөргәнешле һәм яуаплы осоро – яҙғы ташҡын тора. Һаҡланыу саралары күрмәгәндә уның хәүеф сығанағы булыуы, йәғни күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе лә ихтимал. Ра-йонда яҙғы ташҡынды хәүеф-хәтәрһеҙ уҙғарып ебәреү өсөн әҙерлек эштәре нисек барыуын һәм уның менән бәйле мәсьәләләр хаҡында һөйләүен һорап район хакимиәте башлығының төҙөлөш бу-йынса урынбаҫары – ташҡынға ҡаршы, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия рәйесе Фуат Зәки улы КЕЙЕКБАЕВҡа мөрәжәғәт иттек.
Ғәҙәттән тыш хәлгә -  күмәк көс менән

Көс-дәрт алып Мәскәүҙән
27 марта 2017 йыл | Мәғариф

Районыбыҙҙың йөҙөк ҡашына, үҙенсәлекле "визитка"һына әйләнгән Красноусол башҡорт гимназия-интернатының «Ауыр бала саҡ» шаяндар һәм тапҡырҙар клубы яулаған еңеүҙәр тураһында гәзитебеҙ биттәрендә даими яҡтыртып барабыҙ.

Үҙ йүндәрен үҙҙәре күрә
27 марта 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Район етәкселегенең халыҡ менән осрашыуының иң һуңғыһы - бер нисә тапҡыр кисектерелгәндән һуң, ниһайәт, 17 мартта Ташбүкән ауыл биләмәһендә үтте. Ауыл клубында уҙған осрашыу ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырышы рәүешендә уҙҙы. Уның эшендә  район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, район Советы секретары Римма Зверева, район мәғариф бүлегенең баш белгесе Роза Халиҡова, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Фәнүзә Йәнешева, район ветстанцияһы начальнигы урынбаҫары Радис Иждиһатов, үҙәк район дауаханаһы вәкиле Айгөл Дәүләтбаевалар ҡатнашты.

Ер һалымын түләгеҙ!
27 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар

Хөрмәтле Красноусол ауылы халҡы!
Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте 2016 йыл өсөн ер һалымы буйынса бурыстарҙы ҡаплатыуҙы һорай.
Әгәр ҙә ер һалымы түләнмәгән булһа, һәр көн өсөн пеня иҫәпләнә барыла, шулай уҡ суд аша түләттереү ҙә ҡарала. Ер һалымы түләү өсөн квитанция алмаған граждандар ауыл биләмәһе хакимиәтенә (Фрунзе урмаы, 35), йә булмаһа Һалым инспекцияһына (Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2А) мөрәжәғәт итә ала.
Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2