Бала саҡтың сағыу бер көнө
17 марта 2017 йыл | Хаттар

Нәҙекәй бил бал ҡорттары кеүек, осоп-осоп бейейҙәр. Бәләкәс кенә, күмәктәр үҙҙәре... Бына бит ул бала саҡтың сағыу бер көнө!
Был күренеште "Миләшкәй” балалар баҡсаһының «Кәрәҙ» башҡорт төркөмөндә халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап әсәй-өләсәйҙәр өсөн үткәрелгән байрамда күҙәттек. Төркөмгә йөрөүсе тәрбиәселәрҙең һәм кескәйҙәрҙең был сараға уңған бал ҡорттары кеүек тырышып-тырмашып әҙерләнгәне күренеп тора. Зал байрамса матур итеп биҙәлгән. Шиғырҙар ятланған, бейеүҙәр өйрәнелгән. Әсәйҙәргә бағышланған йырҙар күңелгә күтәренке кәйеф өҫтәне. Килгән ҡунаҡтар ҙа тик кенә ултырманы – өләсәйҙәр ярышып йомғаҡ ураһа, әсәйҙәр "Тирмә” уйынында ҡатнашты. Төркөмдә башҡорт телен генә түгел, мәҙәниәтен дә өйрәнеүгә тос өлөш индерелеүенә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ.
Байрам булғас, бүләкһеҙ булмай. Уны бәләкәстәребеҙ үҙ ҡулдары менән кәрзингә ултыртып эшләп бүләк иттеләр. Ата-әсәләр комитеты ла ҡотланы. Ә Айҙарҙың өләсәһе шағирә Фәүзиә Ҡотлогилдина төркөмгә яңы ғына сыҡҡан 2 китабын бирҙе. Күңелле осрашыу сәй эсеү менән тамамланды.
Ошо сараны әҙерләп алып барған, барыбыҙға ла байрам кәйефе бүләк иткән, балаларыбыҙға тыуған илгә, туған телгә һөйөү орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәселәребеҙ Әлфирә Хәбиәхмәтова, Зөһрә Шәрәфетдинова һәм тәрбиәсе ярҙамсыһы Йәмилә Сәғитоваға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең кеүек тәрбиәселәр барҙа илебеҙҙең дә, телебеҙҙең дә киләсәге яҡты булыр тип ышанғы килә.
Ата-әсәләр исеменән,
Минәүзә ИШҠОЛОВА.

Әсәйемдең изге васыяты
17 марта 2017 йыл | Хаттар

- Беҙ үҫкәндә, тормош ҡорғанда бик ауыр заманалар ине, йүнле аш та, икмәк тәмен дә белмәй, ас-яланғас үҫтек, нисек тә йәшәргә тырыштыҡ. Һеҙ ҙә тормош һынауҙары алдында ҡаушап ҡалмағыҙ, хеҙмәт һөйөп, үкенмәҫлек итеп йәшәгеҙ, - тине әсәйем Хәкимә Ҡотлогилдина, баҡыйлыҡҡа күсер алдынан балаларын эргәһенә йыйып.
Ата-әсәйебеҙ 8 ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Барыбыҙ ҙа әсәйемдең васыятын үтәргә тырыштыҡ, матур йәшәнек. Иң оло апайым – Хөмәйрә, иптәше – Яҡуп еҙнә, Орҡоя – Вәлиулла еҙнә, Мәстүрә – Сафа еҙнә, Зәлифә апа-йым, Зәкиә – Рөфҡәт еҙнә, Гөлбикә – Әмир еҙнә, Миңнегөл – Рәйес еҙнә һәм мин – Зәйтүнә иптәшем Талип менән кеше араһында йөҙ ҡыҙартмаҫлыҡ итеп донъя көттөк. Ләкин тормош бер көйө тормай – еҙнәмдәр, апайымдар күптән әхирәттә инде. Өфөлә ҡыҙында йәшәгән Миңнегөл Вәли ҡыҙы һәм мин - иҫәнбеҙ.
Дөйөм хужалыҡ, колхоздар бар саҡта апайымдар, еҙнәмдәр ал-ял белмәй колхозда эшләне. Атайым был донъянан бик иртә – 50 йәшендә генә китеп барҙы. Әсәйем, тол ҡатын булып ҡалһа ла, һис тә бирешмәне – беҙҙе күмәк баланы үҫтерҙе, уҡытырға тырышты. 5 апайыма уҡыу тәтемәне, ә 2 апайым менән миңә махсус һөнәри һәм юғары белем алыу бәхете тейҙе. Хәҙер инде күптән хаҡлы ялдабыҙ. Бөгөнгө көндә атай-әсәйемдең 85 ейән-ейәнсәре бар. Хоҙайҙан был балаларға һаулыҡ, оҙон ғүмер, Хәкимә өләсәләренең васыятына тоғро булыуҙарын һорайым.
Хәҙер тормош яҡшы, ашарға ла, кейергә лә - бөтәһе лә бар. Тик халыҡҡа эш кенә юҡ. Эшһеҙ кеше нисек ғаилә ҡорһон да, нисек балалар үҫтерһен? Хөкүмәтебеҙ ошо хаҡта уйланып, эш урындары булдырһын ине.
Зәйтүнә ШӘМСИТОВА.
Сәйетбаба ауылы.

Юристар ҡабул итә
17 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар

24 мартта Рәсәй Юристар ассоциацияһы Ғафури
районында Бөтә Рәсәй бушлай юридик ярҙам күрһәтеүҙе ойоштора. Ҡабул итеүҙә район прокуратураһы, адвокатураһы, Росреестр хеҙмәткәрҙәре, юристар ҡатнаша.
Ҡабул итеү район хакимиәте бинаһының ҙур залында 09.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем була.
Адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы,2.

Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына арнала
17 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар

18 мартта Красноусолда Ҡырым Республикаһының Рәсәй Федерацияһы составына ҡушылыу көнө айҡанлы байрам саралары үтә.
Байрам айҡанлы район хакимиәте ҡаршыһындағы майҙанда йәрминкә була. Башлана 11.00 сәғәттә. 2-24-49, 2-16-31 телефондары буйынса белешмә алырға мөмкин.

Коррупцияға ҡаршы көрәш, мәғариф – иғтибар үҙәгендә
17 марта 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров уҙғарған кәңәшмәлә көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Мәғариф бүлегенең 2016 йылдағы эш йомғаҡтары һәм белем сифатын күтәреү буйынса 2017 йылға бурыстар хаҡында район мәғариф бүлеге начальнигы Зөһрә Әхтәмова, 2016-2017 уҡыу йылында математика һәм рус телдәренән 9,11 кластарҙа йомғаҡлау аттестацияһы һәм БДИ тапшырыуға әҙерлек, ошо фәндәр буйынса белем сифатын күтәреү буйынса мәғариф бүлегенән Рита Сәйфетдинова менән Әлфиә Латипова, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларындағы хәл-торош буйынса Красноусолдағы "Тирәккәй” балалар баҡсаһы мөдире Галина Сөләймәнова һәм Аҡкүл мәктәбенең мәктәпкәсә йәштәге төркөмөнөң өлкән тәрбиәсеһе Татьяна Федорова сығыш яһаны.
Район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс бу-йынса урынбаҫары Светлана Ғөбәйҙуллина Башҡортостан Республикаһы бюджетынан бүленгән сығымдарҙы һәм бюджет средстволарын эффектлы файҙаланыу хаҡында бәйән итте. Мәғариф бүлеге экономисы Гөлнара Әхтәмова мәғариф учреждениеларында коммуналь хеҙмәттәр менән ҡулланыу эшмәкәрлегенә анализ эшләне.
Район прокуроры ярҙамсыһы Марсель Ғиләжев коррупцияға ҡаршы көрәш һәм коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек тураһында һөйләне.
Кәңәшмәлә шулай уҡ башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13