Әсәйем
31 марта 2017 йыл | Хаттар

Әсәйем Әсиә Мансур ҡыҙы Кәбирова (Динисламова) 1 апрелдә 90-сы яҙын ҡаршылай. Ул үҙенең ғүмерендә барыһын да: яҡшыһын да, яманын да кисергән кеше.

Айыу
31 марта 2017 йыл | Хаттар

Аллаға шөкөр, бөгөн һәр ғаиләнең тип әйтерлек еләк-емеш баҡсаһында ҡурай еләге үҫә һәм мул уңыш бирә. Беҙҙең йәш саҡтағы һымаҡ, әллә ҡайҙа тауҙар артылып, ҡарурман эсендәге ҡырҡындыларҙан еләк эҙләп йөрөмәйһең. Барына шөкөр итә белергә һәм ошо ниғмәттәр һәр саҡ булһын өсөн, көсөңдө йәлләмәй баҡсаңда тир түгергә генә кәрәк.
Айыу
 

Йәнә халыҡты алдамаҡсылар
31 марта 2017 йыл | Йәмғиәт

Интернет селтәрендә "Древпром-онлайн” (Drevprom.org) сайты, "Древпром” кеүек, халыҡтың барлыҡ кредиттарын ҡаплатыу буйынса ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләй. Асыҡланыуынса, яңы финанс пирамидаһы барлыҡҡа килгән. Ошоноң менән бәйле йәнә граждандарҙың алданыуы ихтимал һәм улар власть вәкилдәрен, хоҡуҡ һаҡлау органдарын "мутлашыу схемаһын” туҡтата алмауҙа ғәйепләйәсәк. Әле был компанияның үҙҙәренең телефон номерын һәм сайтын күрһәтеп, халыҡтың кеҫә телефонына күпләп смс хәбәр ебәреүе билдәле булды.

“Урал батыр ере” музей-ҡурсаулығы булдырыла
31 марта 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республикала «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы барлыҡҡа киләсәк. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге палеолит осоро һүрәттәрен һаҡлау һәм «Урал батыр ере»нең туристик инфраструктураһын үҫтереү» II Халыҡ-ара симпозиумына арналған матбуғат конференцияһында музейҙың проекты менән таныштырыу булды. Ғилми форум 23-24 июндә Бөрйән районында «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы биләмәһендә уҙғарыла.

Һаҡ булығыҙ: ҡош киҙеүе!
31 марта 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Һаулыҡ һаҡлау

Россельхознадзор халыҡты илебеҙ биләмәһендә ҡош киҙеүе вирусы таралыуы хаҡында иҫкәртә. Мәскәү эргәһендә тиҫтәләгән урында ҡош киҙеүе сире таралыуы асыҡланған. Вирус менән көрәш маҡсатында ҡошсолоҡ фабрикаларында 337 мең тауыҡ, 731 мең  йомортҡа юҡ ителгән.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 13