Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте
31 марта 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы
муниципаль районы хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр:
торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн:
Рим Закуан улы ӘХМӘТОВ – Родина ауылы ҡаҙанлығы операторы;
Сергей Александрович БОЧКАРЕВ – электр селтәренең ям быраулау машинисы;
Иршат Хәниф улы СӘФИУЛЛИН – йылылыҡ селтәренең ремонт төркөмө слесары.

Үҙ эшенә яуаплы ҡарай
28 марта 2017 йыл | Хаттар

Беҙҙең Сәйетбаба ауылында 2 ҙур зыярат бар. Ауылға кергәс уң яҡтағы боронғо зыяратты тәртиптә, таҙалыҡта тотоуҙа Урал Сираевтың хеҙмәте ҙур.
Үҙ инициативаһы менән ир-егеттәрҙе ойоштороп, Урал Яхъя улы унда бөтә кәрәк-яраҡтары менән хужалыҡ йорто һалдырҙы. Зыярат тимер бағаналарға тартылған сетка менән уратылған. Уның тирәһендә сүп-сар, таш-таптың әҫәре лә юҡ – барыһы ла ваҡытында таҙартыла, яндырыла. Уралдың тырышлығы менән балтаһы, бысҡыһы, сүкеше-ҡаҙаҡтары, хатта ләхет өсөн ағастар ҙа килтереп ҡуйылған. Һәр төрлө ағас, тимер эшенә оҫта Урал Яхъя улы, өҫтәүенә, яҡшы оратор ҙа. Уның менән донъяуи хәлдәр, тарих, дин һ.б. тураһында иркен һөйләшергә була. Ә инде Уралдың мәрәкәле һүҙҙәре торғаны бер юмореска!
Ауыл халҡы Уралдың эшмәкәрлегенән бик ҡәнәғәт.
Ханнан БАЙБУЛДИН.
Сәйетбаба ауылы.

Яугирҙың сираттағы китабы
28 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, әүҙем йәмәғәтсе, "Табын” гәзитенең Н. Фәрхшатов исемендәге премия-һының дүрт тапҡыр лауреаты, талантлы шағир Уйыл-дан Әйүп улы Шәриповтың сираттағы китабы донъя күрҙе.
Авторҙың "Күңелемдә – донъя яҙмышы” тип аталған йыйынтығы - 19-сы(!) китабы. Тормошта үтә тыныс холоҡло, сабыр, шул уҡ ваҡытта тос фекерле Уйылдан Шәриповтың ижады гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш. Уның шиғырҙары, үткер телле мәҡәләләре гәзит биттәрендә даими донъя күрә. Йыйынтыҡҡа иһә һуңғы йылдарҙа ижад ителгән 254 шиғыры ингән. Шиғырҙарында ул тыуған яҡ тәбиғәтен, уңған яҡташтарын данлай, һуғыш, тыныслыҡ темалары, илебеҙ яҙмышын тасуирлай, мутлашыусылар, ришәүәтселәр, көмөшкәселәрҙе фашлай, уларҙан әсе көлә. Уның шиғырҙары халыҡсанлығы менән айырылып тора. Унынсы тиҫтәне ваҡлаған, тормош иптәше Хәфиҙә инәй менән 73 йыл татыу ғүмер кисергән аҡһаҡалға артабан да ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы шиғырҙары менән ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ.

Ташламалар ҡайтарыласаҡ
28 марта 2017 йыл | Мәғариф

2017 йылдың 30 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһындағы» законының 8 статьяһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында ата-әсәләр түләүҙәрен компенсациялау яңыса башҡарыла.
Әлегә, хөкүмәт был ҡарарға ҡул ҡуйғансы, ташламалар туҡталды. Яңы закон буйынса, баланың ғаилә ағзаларының йән башына иҫәпләнгән килеме 1,5 тапҡырға ҡабатланған йәшәү минимумынан (12484,5 һум) артырға тейеш түгел. Ата-әсәләргә ағымдағы йылдың 1 ғинуарына тиклем йыйған документтарҙан тыш, халыҡты социаль яҡлау үҙәгенән ошо хаҡта белешмә алырға кәрәк. Ул хөкүмәт ҡарарға ҡул ҡуйған көндән бирелә башлаясаҡ. Компенсация түләнмәгән айҙарға яңынан иҫәпләүҙәр эшләнәсәк.

Асыҡ тыңлау үтте
28 марта 2017 йыл | Урындағы үҙидара

27 мартта 11.00 сәғәттә Муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында БР Ғафури районы муниципаль район Советының "Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының 2016 йылғы бюджеты үтәлеше тураһында отчетты раҫлау хаҡында” ҡарар проекты буйынса асыҡ тыңлау үтте.  Асыҡ тыңлауҙа райондың 62 гражданы ҡатнашты.
Совет ҡарары проектын тикшергәндән һуң, асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләп уҙғарыу комиссияһы ҡарар итте:
1. БР Ғафури районы муниципаль район Советының "Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының 2016 йылғы бюджеты үтәлеше тураһында отчетты раҫлау хаҡында” ҡарар проектын, дөйөм алғанда,  хупларға.
2. Асыҡ тыңлау протоколын һәм ҡарарын БР Ғафури районы МР Советына тапшырырға.
3. Асыҡ тыңлау һөҙөмтәләрен ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы "Табын” һәм "Звезда” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
Зөфәр ХАФИЗОВ,
асыҡ тыңлауҙы уҙғарыу буйынса комиссия рәйесе,
Муниципаль район Советы рәйесе.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 13