Ике яҡлы хеҙмәттәшлек
28 марта 2017 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Гәзитебеҙҙә хәбәр итеүебеҙсә, Талбазы һөнәрселек колледжының Красноусолдағы филиалында социаль партнерлыҡ темаһына "Түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү булып үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Юрий Родионов, ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм дөйөм туҡланыу тармағында эшләүсе эшҡыуарҙар, район мәшғүллек үҙәгенән һәм, әлбиттә, Талбазы колледжынан вәкилдәр ҡатнашты.
Ике яҡлы хеҙмәттәшлек
Ике яҡлы хеҙмәттәшлек

Үҙ мәлендә дауаланырға кәрәк
28 марта 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Туберкулез – хәҙерге заман медицинаһының мөһим социаль проблемаһы. Медицина күрһәткестәренә ярашлы, йыл һайын туберкулездан 3 миллион кеше вафат була, ә халыҡ араһында йылына был сир менән ауырыусылар һаны 8 миллион тәшкил итә.

«Етегән» йондоҙсоҡтары
28 марта 2017 йыл | Мәғариф

16 мартта Дүртөйлө ҡалаһында Мәғариф министрлығы ойошторған "Яҙғы тамсылар” конкурсының финал туры үтте.
Республикабыҙҙың һәр мәктәбен тиерлек ылыҡтырған был бәйгелә тәүҙә район, шунан зона кимәлендә еңеү яулаған "иң-иң"дәр генә, йәмғеһе 450 бала ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Улар араһында күп йылдар инде Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уңышлы эшләп килгән Зөлфиә Дәүләтбаева ойошторған «Етегән» вокаль ансамбленең кесе төркөмө лә бар ине. Ансамбль II дәрәжә дипломға һәм лауреат исеменә лайыҡ булды, ә Зөлфиә Мостафа ҡыҙы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Һәр саҡ булһын таҙа һауа, һыу һәм ер!
28 марта 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Илебеҙҙә Экология йылы сиктәрендә 234 проект тормошҡа ашырыласаҡ, тәбиғәтте һаҡлау буйынса 600 сара үтәсәк, 11 яңы айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе асыласаҡ, 7 милли парк, 2 дәүләт ҡурсаулығы, 2 федераль заказник булдырыласаҡ, «Рус Арктикаһы» һәм Кавказ дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулыҡтары биләмәләренең майҙанын киңәйтеү ҡаралған. Тәбиғәтте һаҡлауға дөйөм ил буйынса 238 млрд һум аҡса тотоноласаҡ.
Интернет селтәрендә Рәсәй Федера-цияһының Тәбиғәт министрлығы ҡушыуы буйынса рәсми сайт эшләй. Уның «Саралар картаһы» интерактив бүлегендә Экология йылында үтәсәк саралар яҡтыртылып барасаҡ.
Илебеҙҙә һәм республикала иғлан ителгән Экология йылына арналған сараларҙың береһе 17 мартта район мәҙәниәт һарайында үтте. Унда 10 ауыл клубының агитбригадалары көс һынашты.
 
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 13