Һәр саҡ булһын таҙа һауа, һыу һәм ер!
28 марта 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Илебеҙҙә Экология йылы сиктәрендә 234 проект тормошҡа ашырыласаҡ, тәбиғәтте һаҡлау буйынса 600 сара үтәсәк, 11 яңы айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе асыласаҡ, 7 милли парк, 2 дәүләт ҡурсаулығы, 2 федераль заказник булдырыласаҡ, «Рус Арктикаһы» һәм Кавказ дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулыҡтары биләмәләренең майҙанын киңәйтеү ҡаралған. Тәбиғәтте һаҡлауға дөйөм ил буйынса 238 млрд һум аҡса тотоноласаҡ.
Интернет селтәрендә Рәсәй Федера-цияһының Тәбиғәт министрлығы ҡушыуы буйынса рәсми сайт эшләй. Уның «Саралар картаһы» интерактив бүлегендә Экология йылында үтәсәк саралар яҡтыртылып барасаҡ.
Илебеҙҙә һәм республикала иғлан ителгән Экология йылына арналған сараларҙың береһе 17 мартта район мәҙәниәт һарайында үтте. Унда 10 ауыл клубының агитбригадалары көс һынашты.
 
 

Ятып ҡалғансы, атып ҡал
28 марта 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Беҙҙең уҡсылар - Ҡарас сәсән бәйгеһендә
18 мартта Учалы районының Уральск ҡасабаһында башҡорт халыҡ сәсәне һәм мәргән уҡсы Ҡарас сәсән исеменә йәйәнән уҡ атыу буйынса асыҡ турнир үтте. Ошондай сара тәүгеһенән былтыр беҙҙең ра-йонда уҙғайны. Учалы районының мәҙәниәт бүлеге ойоштороп уҙғарған ярышта Учалы, Ғафури, Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла райондарынан, Өфө һәм Сибай ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән 42 ир-егет һәм 11 сая ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Бәйге шарты буйынса уҡсыларҙың барыһы ла үҙҙәре әҙерләгән боронғолоҡто, тарихты сағылдырған милли кейемдәрҙә сығыш яһаны.
Ятып ҡалғансы, атып ҡал
 

Алға ҡуйып аныҡ бурыстар
27 марта 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Рухи байлығыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө илебеҙҙә 2001 йылдан алып билдәләнә. Һөнәри байрамдары уңайынан район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Эльвира Нурислам ҡыҙы Насирова (һүрәттә) байрамды ниндәй уңыштар менән ҡаршылауҙары, уҙған йыл йомғаҡтары һәм ағымдағы йылға пландары менән уртаҡлашты. Һүҙ - уға:
Алға ҡуйып аныҡ бурыстар
Алға ҡуйып аныҡ бурыстар

Ғәҙәттән тыш хәлгә - күмәк көс менән
27 марта 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Алда йылдың иң  көсөргәнешле һәм яуаплы осоро – яҙғы ташҡын тора. Һаҡланыу саралары күрмәгәндә уның хәүеф сығанағы булыуы, йәғни күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе лә ихтимал. Ра-йонда яҙғы ташҡынды хәүеф-хәтәрһеҙ уҙғарып ебәреү өсөн әҙерлек эштәре нисек барыуын һәм уның менән бәйле мәсьәләләр хаҡында һөйләүен һорап район хакимиәте башлығының төҙөлөш бу-йынса урынбаҫары – ташҡынға ҡаршы, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия рәйесе Фуат Зәки улы КЕЙЕКБАЕВҡа мөрәжәғәт иттек.
Ғәҙәттән тыш хәлгә -  күмәк көс менән

Көс-дәрт алып Мәскәүҙән
27 марта 2017 йыл | Мәғариф

Районыбыҙҙың йөҙөк ҡашына, үҙенсәлекле "визитка"һына әйләнгән Красноусол башҡорт гимназия-интернатының «Ауыр бала саҡ» шаяндар һәм тапҡырҙар клубы яулаған еңеүҙәр тураһында гәзитебеҙ биттәрендә даими яҡтыртып барабыҙ.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 13