Үҙ йүндәрен үҙҙәре күрә
27 марта 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Район етәкселегенең халыҡ менән осрашыуының иң һуңғыһы - бер нисә тапҡыр кисектерелгәндән һуң, ниһайәт, 17 мартта Ташбүкән ауыл биләмәһендә үтте. Ауыл клубында уҙған осрашыу ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырышы рәүешендә уҙҙы. Уның эшендә  район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, район Советы секретары Римма Зверева, район мәғариф бүлегенең баш белгесе Роза Халиҡова, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Фәнүзә Йәнешева, район ветстанцияһы начальнигы урынбаҫары Радис Иждиһатов, үҙәк район дауаханаһы вәкиле Айгөл Дәүләтбаевалар ҡатнашты.

Ер һалымын түләгеҙ!
27 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар

Хөрмәтле Красноусол ауылы халҡы!
Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте 2016 йыл өсөн ер һалымы буйынса бурыстарҙы ҡаплатыуҙы һорай.
Әгәр ҙә ер һалымы түләнмәгән булһа, һәр көн өсөн пеня иҫәпләнә барыла, шулай уҡ суд аша түләттереү ҙә ҡарала. Ер һалымы түләү өсөн квитанция алмаған граждандар ауыл биләмәһе хакимиәтенә (Фрунзе урмаы, 35), йә булмаһа Һалым инспекцияһына (Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2А) мөрәжәғәт итә ала.
Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте.

Асыҡ тыңлау үтте
27 марта 2017 йыл | Урындағы үҙидара

21 мартта 11.00 сәғәттә Муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында БР Ғафури районы МР хакимиәтенең "Һыу менән тәьмин итеү объекттарына бүленгән ер участкаларына ҡарата даими асыҡ сервитут урынлаштырыу тураһында” ҡарар проекты буйынса асыҡ тыңлау үтте. Асыҡ тыңлауҙа райондың 75 гражданы ҡатнашты.
Хакимиәт ҡарары проектын тикшергәндән һуң, асыҡ тыңлауҙа ҡатнашыусылар түбәндәге ҡарарҙы ҡабул итте:
1. Муниципаль район хакимиәте ҡарарын, дөйөм алғанда, хупларға һәм уны раҫлауға тәҡдим итергә.
2. Асыҡ тыңлау протоколын һәм ҡарарын БР Ғафури районы МР хакимиәтенә тапшырырға.
3. Асыҡ тыңлау һөҙөмтәләрен ғәмәлдәге закондарға ярашлы "Табын” һәм "Звезда” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
Сергей АФАНАСЬЕВ,
асыҡ тыңлауҙы әҙерләп уҙғарыу комиссияһы рәйесе, Муниципаль район Советы депутаты.

Гүзәл заттар ярышты
21 марта 2017 йыл | Хаттар

Яҙҙың иң күркәм байрамы - ҡатын- ҡыҙҙар көнө үтеп китте. Ошо айҡанлы ауыл мәҙәниәт йортонда бик матур сара: "Йәгеҙ әле, гүзәл заттар!” бәйгеһе үтте.
Бәйгелә ауыл хакимиәтендә эшләүсе ҡатын- ҡыҙҙарҙың "Йәйғор нурҙары” һәм мәктәп ҡатын-ҡыҙҙарынан торған "Умырзаялар” командалары көс һынашты. Баһалама ағзалары үҙ эштәренә бит етди ҡарап, дөйөм мәрәйҙәрҙе иғлан иттеләр... Бәйге 77-гә 77 мәрәй менән тамамланды! Байрам сараһы юғары кимәлдә үтте. Һүҙемде тыңлап, үҙ эштәрен ситкә ҡуйып, үҙебеҙгә-үҙебеҙ байрам үткәрергә ярҙам иткән хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәтемде еткерәм!
Роза Кәримова,
Ташбүкән ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.
Гүзәл заттар ярышты
Гүзәл заттар ярышты

Яҡташыбыҙ иҫтәлегенә турнир
21 марта 2017 йыл | Спорт

Районда күренекле яҡташыбыҙ А.С.Чушкиндың яҡты иҫтәлегенә бас-кетбол ярыштары уҙғарыу күптән инде матур йолаға әйләнгән. Быйылғы турнир, ғәҙәттәгесә, Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә үтте.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 13