Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы айҡанлы
21 марта 2017 йыл | Сәйәсәт, Йәмғиәт

18 мартта илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендәге кеүек, Красноусолда ла Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы уңайынан тантаналы саралар булып үтте.
Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы айҡанлы
Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы айҡанлы

Техника көйлө, кәйеф тә күтәренке
21 марта 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Ауыл хужалығы

Ҡояш нурҙары көндән-көн сағыулана барып, нығыраҡ йылыта. Баҫыу ситтәрендә әкренләп ҡар кәмей. Тимәк, яҙғы баҫыу эштәренә лә күп ҡалмай. Хужалыҡтарҙың ремонт мастерскойҙарында эштәрҙең ҡыҙған мәле. Һәр йылдағыса, яҙғы баҫыу эштәре башланырҙан алда тракторҙарға техник тикшереү уҙғарыла. Район буйынса ауыл хужалығында тракторҙар һаны - 164 берәмек, тағылмалар 37 иҫәпләнә. Йылдың-йылы хужалыҡтарҙың техника паркы яңыртыла бара. Иҫкеләре иҫәптән төшөрөлә. "Гостехнадзор” инспекцияһы начальнигы С.Лукин  әйтеүенсә, былтыр 17 берәмек техника иҫәптән төшөрөлгән. Бер нисә йыл рәттән районыбыҙ хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәрен ситтән техника йәлеп итмәйенсә, үҙ көстәре менән атҡарып сығыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.
Техника көйлө, кәйеф тә күтәренке

Асыҡ тыңлау була
21 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар, Урындағы үҙидара

27 мартта 11.00 сәғәттә  Муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында БР Ғафури районы МР Советының  "Башҡортостан Республикаһы Ғафури  районы муниципаль районы бюджетының үтәлеше тураһында отчетты раҫлау хаҡында” ҡарар проекты бу-йынса асыҡ тыңлау була.
Асыҡ тыңлауға сығарылған һорау буйынса иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр (яҙма рәүештә) ҡарар проекттарын әҙерләү комиссияһы тарафынан Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2-се йорт (204-се бүлмә) адресы буйынса ҡабул ителә. Ҡарар проекттары райондың рәсми сайтына (http://www.gafury.bashkortostan.ru) урынлаштырылған.
Асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләп уҙғарыу комиссияһы.

Йәрминкәгә килегеҙ!
21 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар

25 мартта Красноусол башҡорт гимназия-интернатында йәрминкә ойошторола.
Һатыуҙа ит һәм һөт аҙыҡтары, йәшелсә, бал, тәмлекәстәр һәм башҡа бик күп тауарҙар буласаҡ.
Башлана сәғәт 11.00-дә. Йәрминкәгә рәхим итегеҙ!

Яҡташыбыҙҙың әҫәре Стәрлетамаҡта
21 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар

Билдәле яҙыусы һәм драматург, күренекле журналист Мөнир Ҡунафин әленән-әле яңы әҫәрҙәре менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыуандырып тора.
Былтыр Ғафури халыҡ театры уның "Люксембургҡа барып ҡайтҡансы” драма әҫәрен тамашасыларға тәҡдим иткәйне һәм халыҡ уны бик яратып ҡабул итте. Сөнки әҫәр халыҡсан тел менән яҙылыу өҫтәүенә тормошсан булыуы менән дә үҙенә йәлеп итә. Ундағы геройҙар араһында һәр кем үҙенең күршеһен, йә булмаһа туғанын, танышын ”таный” ала. 23 мартта Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында Мөнир Ҡунафиндың ошо әҫәре буйынса
премьера була. Башлана 19.00 сәғәттә.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 13