Йәшлеккә ҡайтайыҡ!
21 марта 2017 йыл | Яңылыҡтар, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йылдың-йылы  гөрләп үткән "Театр яҙы” район фестиваленә әҙерлектең әле ҡыҙыу мәле. Райондың халыҡ театрҙары смотрға етди әҙерләнә.  
Әйтергә кәрәк, тамашасылар был театр байрамын көтөп ала. Яратҡан һәүәҫкәр артистарының тағы ниндәй образдар тыуҙырыуы, ниндәй яңы таланттар асылыры, ниндәй фәһемле ваҡиғалар менән осрашыу һәр кемде ҡыҙыҡһындыра. Әлбиттә, тамашасы халыҡ театрҙарынан көслө, яҡшы сығыштар көтә.
Беҙҙең Ғафури халыҡ театры быйыл яҡташыбыҙ, яңыраҡ үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләгән Таш-Аҫты ауылы егете, шағир һәм драматург
Салауат Әбүзәрҙең "Йәшлеккә ҡайтыу” тигән өр-яңы лирик комедияһын әҙерләне.  Был спектакль менән театрыбыҙ Родина, Игенйылға, Үзбәк ауылдарында сығыш яһап та өлгөрҙө инде.
Ә район мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә тамаша Халыҡ-ара театр көнөндә – 27 мартта 19.00 сәғәттә  сығарыласаҡ. Ул фәһемле лә, мауыҡтырғыс та буласаҡ тип ышандыра алам. Ғөмүмән, "Йәшлеккә ҡайтыу” тамашасы күңеленә хуш киләсәк.
Спектаклде ҡарарға автор Салауат Әбүзәр үҙе һәм бер төркөм яҙыусылар киләсәк.
Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА.

Әҙибәне ҙурланылар
17 марта 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сәйетбабала әленән-әле төрлө саралар үтеп тора. Яңыраҡ иһә күренекле яҡташыбыҙ, яҙыусы, Мөхәмәтша Буранғолов, Рамаҙан Өмөтбаев, Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар лауреаты, 2004 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаеваға 70 йәш тулыуға арналған әҙәби-мәҙәни кисә үтте.
Әҙибәне ҙурланылар

Табындарҙың арҙаҡлы шәхестәре кемдәр?
17 марта 2017 йыл | Йәмғиәт

«Табын ырыуҙары берләшмәһе» ижтимағи ойошмаһы Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл тулыуға арнап «Табындарҙың арҙаҡлы шәхестәре» тигән акция үткәрергә ҡарар итте. «100 йыллыҡҡа - 100 шәхес» кеүек проекттарҙан айырмалы рәүештә, ойошма идараһы күренекле заттарыбыҙҙы һан менән сикләмәҫкә булды.
Башҡорт халҡының ҙур бер өлөшөн тәшкил иткән Табын ҡәбиләһе данлыҡлы ул-ҡыҙҙарға бик тә бай, шуға ла улар араһынан иң-иңдәрен һайлап алыу еңел түгел. Был эште бары тик бергәләп атҡарып сыға аласаҡбыҙ. 25 февралдә үткән табындарҙың IV йыйынында мөһим мәсьәләләр менән бер рәттән ошо хаҡта ла һүҙ барҙы.

Һағындыра ауылым кешеләре
17 марта 2017 йыл | Хаттар

Тыуған ерҙән төшкән ер яҡын, тигәндәй, килен булып төшкән, бөтә хеҙмәт юлым шунда  үткән ауыл ул – Еҙем-Ҡаран. Һәм
ауылдан ҡырғараҡ китеп йәшәһәң, уның кешеләре бигерәк һағындырып иҫкә  төшә икән.

Ижади бәйләнештә ҡалайыҡ
17 марта 2017 йыл | Матбуғат

Ағымдағы йылдың ғинуар-февраль айы почтаһына байҡау яһағас, гәзит уҡыусыларыбыҙҙан 109 хат-хәбәр алыуыбыҙ асыҡланды. Улар араһында төрлө ойошма-преприятиеларҙан ебәрелгән рәсми хаттар ҙа бар, әлбиттә.
Редакцияға килгән мәҡәләләр, күп осраҡта, урындарҙа уҙған мәҙәни, ижтимағи саралар, ауыл уңғандары, өлгөлө ғаиләләр, хеҙмәт алдынғылары, ғүмер байрамдарын ҡаршылаған юбилярҙар тураһында булды. Сәйетбаба ауылынан Ханнан Байбулдиндың тәбиғәт күренештәре менән таныштырған мәҡәләләре иғлан ителгән Экология йылына арналды.
Уҙған йыл аҙағында иғлан ителгән "Юморесканы яҙып бөт!” конкурсына, гәзиттең даими рубрикаһы «Мағаш тауышы»на ла байтаҡ ҡына ижад емештәре килде.
Киләһе айҙарҙа ла, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙән матур эстәлекле хаттар, урындарҙағы яңылыҡтар, һәйбәт кешеләр тураһында хәбәрҙәр көтөп ҡалабыҙ.
Хаттар бүлеге.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13