“Ҡыңғырауҙар сыңы” балаларҙы йыйҙы
25 апреля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡыусыларға төплө белем биреү менән бер рәттән өҫтәлмә белем биреүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Дәрестәр тамамланғандан һуң да бында тормош гөрләп тора.

“Яугилде кубогы”н бурлылар яуланы
25 апреля 2017 йыл | Спорт

“Яугилде кубогы”н  бурлылар  яуланы15 апрелдә Яугилде мәктәбендә традицияға әүерелгән спорт байрамы – Бурлы ауыл биләмәһе ауыл командалары араһында "Яугилде кубогы”на волейбол ярышы булып үтте.

Ҙур хәрефле, ысын Уҡытыусы
25 апреля 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Ҙур хәрефле, ысын Уҡытыусы"Әгәр ҙә уҡытыусы үҙенең эшен яратып башҡарһа, ул һәйбәт уҡытыусы була. Уны эшенә лә  һәм уҡыусыларына ҡарата  ла һөйөү тойғоһо берләштерә икән, тимәк, ул – ысын уҡытыусы”.
Бөйөк рус яҙыусыһы Лев Толстойҙың ошо ҡанатлы һүҙҙәре  тап Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының башланғыс һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре Гүзәл Тимерхан ҡыҙы Ғәзетдиноваға ҡарата әйтелгән кеүек.

Һәр ерҙә тәртип булһын
25 апреля 2017 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указдарына ярашлы, 2017 йыл Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Тимәк, маҡсатыбыҙ - тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, тәбиғәткә булған мөнәсәбәтебеҙгә күберәк иғтибар итеү.

Йәрминкәнән матур уйҙар, күтәренке кәйеф менән
25 апреля 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Йәрминкәнән матур уйҙар,  күтәренке кәйеф менәнЕҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорто алдындағы майҙан гөрләп тора. Хистәргә ҡағылып ағылған көй ҙә, бығаса һалҡынсараҡ, болоҡһоп торған көндәрҙән һуң нәҡ ошо мәлде генә көткәндәй йылытып ебәреүе лә күңелдәргә рәхәтлек биреп, байрамса күтәренке кәйеф тыуҙыра. Бында Үҙидара көнөнә арналған сара һәм йәрминкә бара. Кемдер үҙенә кәрәкле тауарын һатып ала, кемеһелер уны һата.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3