Утты ҡыйыуҙар, тәүәккәлдәр ауыҙлыҡлай
28 апреля 2017 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

Утты ҡыйыуҙар, тәүәккәлдәр ауыҙлыҡлай30 апрелдә хәүефле лә, яуаплы ла, шул уҡ  ваҡытта кешелекле һөнәр эйәләре - янғын һағы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Красноусол 74-се янғын часы начальнигы Вадим Владимирович ОТМАХОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Асыҡ тыңлау була
28 апреля 2017 йыл | Урындағы үҙидара

4 майҙа 11.00 сәғәттә Муниципаль район хакимиәте бинаһында Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең "Һыу менән тәьмин итеү объекттарына бүленгән ер участкаларына ҡарата (Яңғыҙҡайын, Аҡкүл, Дарьино ауылдары) асыҡ сервитут урынлаштырыу тураһында” ҡарар проекты буйынса асыҡ тыңлау була.
Асыҡ тыңлауға сығарылған мәсьәлә буйынса иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр (яҙма рәүештә) асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләп уҙғарыу комиссияһы тарафынан Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2-се йорт, 204-се бүлмәлә ҡабул ителә. Ҡарар проекттары райондың рәсми сайтында урынлаштырылған: http://www.gafury.bashkortostan.ru/.
Асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләп уҙғарыу буйынса комиссия.

Ҡабул итеүгә килегеҙ
28 апреля 2017 йыл | Йәмғиәт

4 майҙа 10.00 сәғәттә район хакимиәтенең залында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, уларҙың тол ҡатындары, һуғыш инвалидтары, тыл ветерандарын ветерандар менән эшләүсе ойошма, учреждение етәкселәре тематик ҡабул итеү уҙғара.

Умартасылар, һеҙҙең өсөн!
28 апреля 2017 йыл | Йәмғиәт

Район Умартасылар йәмғиәте 4 рамлы (3+1) урындағы тоҡомло бал ҡорто пакеттарына заявкалар ҡабул итә.
Хаҡы 4 мең һум, алдан түләү мотлаҡ, пакет партиялары сикләнгән. 20 майға тиклем түбәндәге телефондар буйынса мөрәжәғәт итергә: 8-961-370-23-53, 2-40-12.
Рәдиф ХАЛИҠОВ,
Умартасылар йәмғиәте рәйесе.


Уңыштар теләйем!
28 апреля 2017 йыл | Йәмғиәт

Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар һәм ветерандар!
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!
Уттың бик ҡурҡыныс һәм һәләкәт килтереүсе икәнен һәр кем белә. Шуға ла йәшәйешебеҙҙе, кешеләр ғүмерен һәм мөлкәтен хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау һәм янғынды һүндереү, уны булдырмау йәһәтенән һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Һәр ҡайһыбыҙҙың именлеген тәьмин итеүгә бағышланған ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Һеҙгә ышанып йөкмәтелгән бурыстарға артабан да яуаплы ҡарарһығыҙ, янғындарҙы иҫкәртеүҙә, утлы һәләкәткә ҡаршы көрәштә намыҫлы хеҙмәт итерһегеҙ, тип ышанам. Барығыҙға ла ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, именлек, хеҙмәт уңыштары, күтәренке кәйеф теләйем.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.


качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 21