Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
28 апреля 2017 йыл | Йәмғиәт

Хөрмәтле райондаштар!
1 Май - барыһының да көтөп алған байрамы. Төрлө йылдарҙа байрамдың исеме төрлөсә аталһа ла, асылы үҙгәрмәй. Беҙҙең өсөн ул Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы булып ҡала. Май айы – яҙғы сәсеү эштәрен атҡарыуҙың иң ҡулай ваҡыты булыуы менән дә әһәмиәтле. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа баҫыуға сыҡтылар ҙа инде һәм игенселәр байрамды хеҙмәт вахтаһында ҡаршылай.Шәхси хужалыҡтар өсөн баҡса эштәре башлана. Хеҙмәт коллективтарында ла 1 Май байрамын лайыҡлы ҡаршылайҙар. Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы яңырыу, яңы һулыш, яҡты өмөттәр алып килһен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ҙур уңыштар, бәхет-шатлыҡтарҙан ғына торған яҡты көндәр, республикабыҙ һәм районыбыҙ хаҡына яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

“Ҡыңғырауҙар сыңы” балаларҙы йыйҙы
25 апреля 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡыусыларға төплө белем биреү менән бер рәттән өҫтәлмә белем биреүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Дәрестәр тамамланғандан һуң да бында тормош гөрләп тора.

“Яугилде кубогы”н бурлылар яуланы
25 апреля 2017 йыл | Спорт

“Яугилде кубогы”н  бурлылар  яуланы15 апрелдә Яугилде мәктәбендә традицияға әүерелгән спорт байрамы – Бурлы ауыл биләмәһе ауыл командалары араһында "Яугилде кубогы”на волейбол ярышы булып үтте.

Ҙур хәрефле, ысын Уҡытыусы
25 апреля 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Ҙур хәрефле, ысын Уҡытыусы"Әгәр ҙә уҡытыусы үҙенең эшен яратып башҡарһа, ул һәйбәт уҡытыусы була. Уны эшенә лә  һәм уҡыусыларына ҡарата  ла һөйөү тойғоһо берләштерә икән, тимәк, ул – ысын уҡытыусы”.
Бөйөк рус яҙыусыһы Лев Толстойҙың ошо ҡанатлы һүҙҙәре  тап Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының башланғыс һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре Гүзәл Тимерхан ҡыҙы Ғәзетдиноваға ҡарата әйтелгән кеүек.

Һәр ерҙә тәртип булһын
25 апреля 2017 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указдарына ярашлы, 2017 йыл Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Тимәк, маҡсатыбыҙ - тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, тәбиғәткә булған мөнәсәбәтебеҙгә күберәк иғтибар итеү.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 21