Һеҙҙең хаттар – көтөп алынған сәләм
21 апреля 2017 йыл | Хаттар

Март почтаһына байҡау яһағанда, төрлө тарафтарҙа йәшәгән дуҫтарыбыҙҙан күпләп хат алыуыбыҙ күҙгә ташлана. Төрлө учреждение, ойошмаларҙан килгән рәсми хаттар менән бергә бөтәһе 90-ға яҡын хат алғанбыҙ. Был бик һөйөнөслө, сөнки гәзит уҡыусыларҙы мәғлүмәтле итеүҙә, рухи яҡтан байытыуҙа һеҙҙән килгән йылы, бай йөкмәткеле хаттарҙың да өлөшө ҙур. Бигерәк тә ауылдаштары өсөн шатланған, ниндәйҙер ваҡиға тураһында хәбәр иткән сәләмдәрҙе оло кинәнес менән уҡыйбыҙ.

Артылғанда ғүмер үрҙәрен
21 апреля 2017 йыл | Йәмғиәт

Артылғанда ғүмер үрҙәренҠыш менән яҙ бер-береһенә юл бирмәй тартҡылашҡанда, бөтә тәбиғәт йоҡонан уянып сихри йәмгә күмелгәндә, бынан 55 йыл элек Сәйетбаба ауылы егете Сәлимйән ағай Мансуров менән Ҡолҡан ауылы һылыуы Маһизәр апай Батыршинаның ғаиләһендә 4-се бала булып донъяға килә Тәнзилә Сәлимйән ҡыҙы Мәүлетҡолова.

Хакимиәт – халыҡ өсөн
21 апреля 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Урындағы үҙидара – халыҡҡа иң яҡын торған хакимиәт. Иң элек кешеләр менән эшләргә, уларҙың ябайҙан алып иң ҡатмарлы булған проблемаларын тыңларға, аңларға, хәлдән килгән ярҙамды күрһәтергә кәрәк.
Биләмәләрҙә урындағы совет төп ролде уйнай һәм ул үҙенең ҡарарҙары менән биләмә тормошон яйға һала. Ә инде эштең һөҙөмтәлелеге  барлыҡ йәмәғәт ойошмалары һәм халыҡ менән тығыҙ, бергәләп эшләүгә бәйле.

Старосталар институты үҙен аҡлай
21 апреля 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Старосталар институты  үҙен аҡлай
Илебеҙ Президенты Владимир Путин урындағы үҙидара институтын нығытыу, гражданлыҡ йәмғиәте һәм демократияны үҫтереү маҡсатында 2012 йылдың 10 июнендә йыл һайын 21 апрелдә Урындағы үҙидара көнөн билдәләү хаҡындағы Указға ҡул ҡуйған ине. Илебеҙ бына бишенсе тапҡыр ошо байрамды билдәләргә йыйына. Урындарҙа үҙидара органдары эше нисек ойошторолған, ниндәй эштәр башҡарыла, киләсәккә пландары нисек? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир ӘХМӘРОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Старосталар институты  үҙен аҡлай

Ауылдаштар мәнфәғәтендә
21 апреля 2017 йыл | Йәмғиәт

Ауылдаштар мәнфәғәтендә Һыҙылып яҙғы таң ата. Ҡояш нурҙары әле һаман китергә теләмәгән ҡыштың һалҡын тынын үҙенә буйһондорорға тырыша. Эйе, ҡыш нисек кенә ҡаршылыҡ күрһәтеп маташмаһын, яҙғы елдәр инде ерҙә  яҙ хакимлыҡ иткәнлеген һиҙҙерә. Урмандар ҡарҙан асыла.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 21