Бер телдән дә телем кәм түгел
03 мая 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ниндәй ҙур көскә эйә ул туған тел! Һәр баланың иң тәүҙә һөйләшә башлағанда «Әсәй» тип теле асыла. Әсәйҙең бишек йырҙарын тыңлап, яғымлы тауышын ишетеп үҫәбеҙ.
Башҡорт кешеһе ситкә китһә, үҙ телендә аралашмай, русса һөйләшергә тырыша. Башҡорт була тороп, нисек үҙ телеңде оноторға мөмкин! "Бер телдән дә телем кәм түгел” тип яҙған Рәми Ғарипов кеүек телебеҙ менән ғорурланып йәшәргә кәрәк. Уны яҡлау һәм һаҡлау – беҙҙең төп бурысыбыҙ. Телдең дә, илдең дә йәшәүе беҙҙең ҡулда.
Яҙмышыбыҙ – тел яҙмышы,
Беләм уның хаҡында.
Әгәр телем йәшәй икән,
Йәшәйәсәк халҡым да!
Наҙгөл РӘХИМОВА,
Сәйетбаба
урта мәктәбенең
4-се класс уҡыусыһы.

Туған телем
03 мая 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тел – халыҡтың иң ғәзиз бүләге, йәшәү, аралашыу рәүеше. Халҡыбыҙҙың иң бөйөк, иң ҡиммәтле хазинаһы, беҙҙең тарихыбыҙ ул. Тел кешеләргә бер-береһен аңларға, йәшәү өсөн кәрәк-яраҡ, аҙыҡ табыуға, берләшергә ярҙам иткән һәм итә. Донъяла һәр кешегә үҙ теле яҡын, ҡәҙерлелер, тип уйла-йым. Сөнки тел – ул ата-бабаларыбыҙҙың быуындан-быуынға күсә килгән изге аманаты.
Тел тураһында бик күп мәҡәлдәр бар. Теле барҙың иле бар. Әсә теле бер булыр. Һүҙ – бер көнлөк, тел – ғүмерлек. Теле юҡ икән – халыҡ та, милләт тә юҡ.
Минең туған телем – башҡорт теле. Үҙ телем менән ғорурланам. Башҡорт телендә яҙылған китаптарҙы уҡый алыуҙан мәхрүм булған кешеләр йәл миңә. Ошолай дауам итһә, башҡорт милләте нисек артһын да, нисек ата-бабаларыбыҙҙың йолалары дауам итһен?! Телем миңә күп белергә, инглиз телен өйрәнергә, рус телен икенсе туған телдәй итергә ярҙам итә. Мин үҙ телемде яратам.
Мин бәхетле! Эйе, эйе, беҙ бәхетле! Сөнки үҙ илебеҙҙә туған телебеҙҙә һөйләшеп, аралашып йәшәйбеҙ. Телдең дә, илдең дә йәшәүе беҙҙең ҡулда. Шундай яғымлы һәм матур һүҙҙәргә бай башҡорт телен бер ҡасан да сит телгә алыштырмаясаҡмын!
Гөлсәсәк ҒӘЗИЗОВА,
Сәйетбаба урта мәктәбенең
4-се класс уҡыусыһы.

Мин бәхетле – өләсәйем бар...
03 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Мин бәхетле – өләсәйем бар...Ысынлап та, өләсәй-олатайлы булыу ҙур бәхеттер, тип уйлайым.
Үҙемде шул бәхетле кешеләр рәтенә индереп, өләсәйем тураһында яҙып үтәм.

Балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ
03 мая 2017 йыл | Мәғариф

Балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ
Балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫӘсә телендә тәрбиәләнгән бала ғына үҙ халҡының әхлаҡ ҡанундарын ҡабул итеп, милләтенә, туған теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә ысын мәғәнәһендә тоғро була ала.

Тәбиғәтте һаҡлайыҡ
03 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Беҙҙең яҡтағы тәбиғәт шундай матур! Һоҡланып туймаҫлыҡ! Уҡлыҡая, Мәмбәт, Күҙгәнәк кеүек сихри, ҡая-ташлы тауҙары, теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын саф һыулы шишмәләре, бормаланып-бормаланып аҡҡан йылғалары, сәскәгә күмелеп, йәйрәп ятҡан яландары, еләк-бәшмәккә бай урмандары... Ҡайһы яҡҡа ғына баҡма, ни менәндер хайран итер, ғорурландырыр. Шуғалыр ҙа Еҙем, Егән, Ағиҙел буйҙарында йәй етһә, ял итеүселәр өҙөлмәй. Һөйләп бөткөһөҙ матурлығы менән районыбыҙ уларҙы үҙенә тартып тора.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3