Урал батыр рухы сәхнәлә
05 мая 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Урал батыр рухы сәхнәлә
Урал батыр рухы сәхнәлә
Урал батыр рухы сәхнәләГәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр һәм сәхнәләштереүселәрҙең зона этабы беҙҙең районда үтте. Унда Ғафури, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Архангел, Учалы, Ҡырмыҫҡалы райондары һәм Межгорье ҡалаһынан уҡыусылар ҡатнашты.

“Парктар маршы - 2017”
05 мая 2017 йыл | Яңылыҡтар

“Парктар маршы - 2017”Башҡортостан Республикаһында йыл һайын апрель-май айҙарында "Парктар маршы” халыҡ-ара акцияһы уҙғарыла. Халыҡтың, ауыл биләмәһе башлыҡтары, хужалыҡ етәкселәренең иғтибарын айырыу-са һаҡланыусы тәбиғәт ҡомартҡыларына йүнәлтеү маҡсатында уҙғарыла акция. Айы-рыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре фәнни, мәҙәни, һауыҡтырыу әһәмиәтенә эйә.

Китапханаға кистән килһәң дә мауыҡтырғыс
05 мая 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Китапханаға кистән килһәң дә мауыҡтырғыс
Китапханаға кистән килһәң дә мауыҡтырғыс"Китапханалар төнө” социаль-мәҙәни акцияһы илебеҙҙә тәүге тапҡыр 2012 йылда уҙғарылды. Уға йылдың-йылы үҙәк ра-йон һәм балалар-үҫмерҙәр китапханалары ла әүҙем ҡушыла. Акция барышында халыҡҡа китаптар һәм башҡа төрлө күргәҙмәләр генә күрһәтелмәй, ә ҡыҙыҡлы саралар ҙа ойошторола. Был акция китап һәм әҙәбиәт менән бәйле төрлө учреждениеларҙы берләштереп, китап уҡыуҙа ярҙам,  китапхана, музей һәм китап эштәрен үҫтереү, шулай уҡ китапхана менән файҙаланыусы һәр төрлө йәштәге: балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәрҙең буш ваҡытын уҙғарыуҙы яңы форматта ойоштороуҙы үҙ маҡсаты итеп ҡуя. Был төндө илебеҙҙең төрлө район-ҡалаларында йөҙләгән китапханалар үҙ ишектәрен аса һәм хеҙмәткәрҙәре майҙансыҡтарында әҙәбиәтселәр, музыканттар, рәссамдар, артистар ҡатнашлығында мәҙәни программалар, шулай уҡ төрлө күргәҙмәләр һәм махсус проекттар тәҡдим итә.

Спорт мәктәбенә – 30!
05 мая 2017 йыл | Спорт

Спорт мәктәбенә – 30!
Спорт мәктәбенә – 30!Районыбыҙҙың Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең 30 йыллыҡ юбилейы айҡанлы байрам сараһы  район мәҙәниәт һарайында тантаналы шарттарҙа үтте. Унда Өфө ҡунағы – уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм Олимпия резервы әҙерләү идаралығы начальнигы Рәшит Кәримов, район
хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Шамил Хәбибуллин, мәғариф бүлеге етәксеһе Зөһрә Әхтәмова, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Айҙар Рафиҡов һәм башҡалар ҡатнашты.

Үлемһеҙҙәр
05 мая 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

ҮлемһеҙҙәрҮлемһеҙҙәр, мәңге үлемһеҙҙәр
Полк булып сафҡа теҙелгән.
Ҡараштары, моңһоу ҡараштары
Кемде эҙләй, алға төбәлгән.
Ул ҡараштар төбәлгәндәр икән
Үткәндәргә, килер көндәргә.
Ҡандар тамған һуғыш юлдарына,
Үлем, ҡарғыш, ҡара төндәргә.
Ҡайтҡан улар, ҡайтҡан
тыуған ергә,
Осоп ҡайтҡан улар талпынып.
Тыуып үҫкән ерҙе күреү өсөн,
Яҡын туғандарын һағынып.
Улар бөгөн беҙҙең менән бергә
Баҫып тора оло байрамда.
Онотмаған өсөн рәхмәт, тиҙәр,
Онотмағыҙ, тиҙәр, һаман да.
Тыуған илдең, ерҙең
бар йөктәрен
Улар барҙы яуҙа күтәреп.
Бәхетен дә илдең, ҡайғыһын да
Йөрәктәре аша үткәреп.
Һеҙ булдығыҙ илдең һаҡсылары,
Яуҙа үлгән батыр һалдаттар.
Илем халҡы биргән аманатҡа,
Антығыҙға тоғро яуҙаштар.
Онотмабыҙ һеҙҙе, онотмайбыҙ,
Байрамдарҙа бергә булырбыҙ.
Киләсәкте, яҡты киләсәкте
Һеҙҙең менән бергә яуларбыҙ.
Онотмабыҙ!
Вилдан ШӘРИПОВ,
Бөйөк Ватан һуғышы
яугиры.
 Красноусол ауылы.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6