“Көмөш ҡумта серҙәре”
12 мая 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Көмөш ҡумта серҙәре”
“Көмөш ҡумта серҙәре”
“Көмөш ҡумта серҙәре”Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың аҫыл ынйылай ижадына, байрам-йолаларына иғтибар артҡандан-арта бара. 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршылау сиктәрендә үткәрелгән ра-йон фольклор коллективтары фестивалендәге сығыштарҙың сағыуыраҡ, яҡшыраҡ була барыуы ла ошо хаҡта һөйләй.

Йола тотҡан яҙлыҡмаҫ
12 мая 2017 йыл | Яңылыҡтар, Йәмғиәт

Сәйетбаба ауылында күп йылдарҙан бирле «Ҡарға бутҡаһы» уҙғарылғаны юҡ, халыҡ уны онотоп та бөткән. Ошо йоланы тергеҙеп, яңыраҡ олоһо ла, кесеһе лә мәҙәниәт йорто алдына йыйылды. Байрамға күрше тирә-яҡ ауылдарҙан да килгәйнеләр.
Клуб алдында матур тирмә ҡоролған, өҫтәлгә төрлө аҙыҡ-түлек ҡуйылған. Ауылдың имам-хатибы Рәйес Вахитов сараға фатиха биреп, Ҡөрьән Кәримдән аят-хәҙистәр уҡып ишеттерҙе. 2 ҙур ҡаҙанда тәмле, майлы тары бутҡаһы бешерелгән. Һәр кем ул ризыҡтан ауыҙ итте. Шул уҡ мәлдә "Аҡбейек” ирҙәр вокал, «Асанай» фольклор, ҡатын-ҡыҙҙар бейеү ансамблдәре сығыш яһап, халыҡтың күңелен асты.
Ашауҙан артып ҡалған бутҡаны яр буйҙарына, ағас-ҡыуаҡтарға, кәртәләргә һалдылар. Йола үтәүҙән тыш, халыҡты берләштереү,
ойоштороу сараһы ла булған байрам барыһына ла оҡшаны. Киләсәктә уны һәр йылды апрель айының һуңғы йомаһында уҙғарырға кәңәш ҡоролдо.
Ханнан БАЙБУЛДИН.
Сәйетбаба ауылы.

Мал берәҙәклегенә юл ҡуймағыҙ!
12 мая 2017 йыл | Кәңәштәр

Ғәҙәттә, яҙғы-көҙгө миҙгел башланыу менән мал юғалыу осраҡтары йышая. 2016 йыл һуҙымында ошондай 16 енәйәт теркәлде.
Мал (ат, һыйыр, һарыҡ) урлау осраҡтары Красноусол, Табын, Бурлы, Имәндәш, Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәләрендә булды. Хужаларының вайымһыҙлығы, малды төндә сығарып ебәреүҙәре, йә булмаһа яланға бәйләп ҡуйыуҙары, ҡараусыһыҙ ҡалдырыуҙары мал урлауға килтерә лә инде. Ошондай енәйәтте булдырмаҫ өсөн малығыҙҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, төндә яланға бәйләп ҡуймағыҙ, мал торған карда-ҡураларығыҙҙы нығытығыҙ. Тик шундай осраҡта ғына уғрылар ҡорбаны булмаҫһығыҙ.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: Башҡортостан Республикаһы Админис-тратив хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексының 7.3 статьяһына һәм БР хоҡуҡи-норматив акттарына, муниципаль хоҡуҡи акттарға ярашлы, ауыл хужалығы малдарын көтөү, ҡыуыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн граждандарға 500 һумдан 1000 һумға, вазифалы кешеләргә 3 меңдән 5 мең һумға, юридик берәмектәргә 10 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф һалына. Ҡағиҙәне ҡабатлап боҙған осраҡта граждандарға
1 меңдән 3 мең һумға, яуаплы кешеләргә – 5-тән 8 мең һумға, юридик берәмектәргә 15-тән 20 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.
Илшат КИНЙӘБУЛАТОВ,
полицияның участка инспекторҙары начальнигы,
полиция подполковнигы.

Прокуратура ҡабул итә
12 мая 2017 йыл | Хоҡуҡ

Һәр айҙың беренсе шишәмбеһендә Бөтә Рәсәй эшҡыуарҙарҙы ҡабул итеү көнөндә Ғафури район прокуратураһы эш ваҡытында эшҡыуарҙарҙы түбәндәге адрес буйынса ҡабул итә: БР Ғафури районы, Красноусол ауылы, Фрунзе урамы, 35.
Марсель Ғиләжев,
район прокуроры ярҙамсыһы.

Асыҡ тыңлау үтте
12 мая 2017 йыл | Урындағы үҙидара

2017 йылдың 4 майында 11.00 сәғәттә Муниципаль район хакимиәте бинаһында Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең һыу менән тәьмин итеү объекттарына тапшырылған ер участкаларына ҡарата (Красноусол, Яңғыҙҡайын, Аҡкүл, Дарьино ауылдарында) асыҡ сервитут урынлаштырыу тураһында ҡарар проекты буйынса асыҡ тыңлау үтте. Асыҡ  тыңлауҙа райондың 17 гражданы ҡатнашты.
Хакимиәт ҡарарын тикшергәндән һуң, асыҡ тыңлауҙы әҙерләп уҙғарыу буйынса комиссия ҡарар итте:
1. БР Ғафури районы МР хакимиәте ҡарары проектын, дөйөм алғанда, хупларға һәм раҫлауға тәҡдим итергә.
2. Асыҡ тыңлау протоколын һәм ҡарарын БР Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенә тапшырырға.
З. Асыҡ тыңлау һөҙөмтәләрен, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, "Табын” һәм "Звезда” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
Сергей АФАНАСЬЕВ,
асыҡ тыңлауҙы әҙерләп уҙғарыу
буйынса комиссия рәйесе,
Муниципаль район Советы депутаты.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4