Ветерандар һынатмай
16 мая 2017 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Спорт ярыштары уҙғарыуға эшҡыуарҙарыбыҙ әленән-әле бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп тора. Красноусолдан Николай Фомин үҙе лә спорттың волейбол төрөн үҙ итә һәм даими рәүештә күнекмәләргә йөрөй.
Яңыраҡ Николай Трофимовичтың 50 йәшлек юбилейы булып үтте һәм ул шул хөрмәткә үҙе бағыусылыҡ күрһәтеп волейбол турниры уҙғарҙы. Волейбол ветерандары бер командаға туп-ланып уйнанылар һәм ул төркөмдә Николай Фомин да бар ине. Ветерандарыбыҙ йәштәргә өлгө күрһәтеп беренсе урынды яуланылар. Красноусол ауылының йәштәр командаһы – икенсе, Сәйетбаба ауылы командаһы өсөнсө урынды алды. Курорт ауылы командаһына дүртенсе урын менән сикләнергә тура килде.
Вил ҮТӘҒОЛОВ,
Балалар-үҫмерҙәр
спорт мәктәбе тренеры.

Ике йыл рәттән еңделәр
16 мая 2017 йыл | Спорт

Ике йыл рәттән еңделәр
Ике йыл рәттән еңделәрЕңеүҙең 72 йыллығына арнап Красноусолда бер нисә спорт ярышы булып үтте. Йылдағыса район үҙәге урамдары буйлап уҙған эстафета, "Йәшлек” ял паркындағы футбол, 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙең спорт залдарында уҙған урам баскетболы ярыштарында йөҙҙәрсә спортсы ҡатнашты.

Тыныс булһын өсөн күк йөҙө
16 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Тыныс булһын өсөн күк йөҙөТыныс булһын өсөн күк йөҙөЙылдағыса 1апрелдән егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды. Ул 15 июлгә тиклем дауам итәсәк. Ошо уңайҙан  ра-йон мәҙәниәт һарайында буласаҡ Ватан һаҡсылары өсөн тантаналы сара үтте.

Дан, хөрмәткә лайыҡ Герой-әсә
16 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Дан, хөрмәткә лайыҡ Герой-әсәМәндем ауылында йәшәүсе Хәтимә Насретдин ҡыҙы Кәлимуллина 12 балаға ғүмер биргән Герой-әсә. Бөгөнгө көндә балаларының, 31 ейән-ейәнсәренең, 14 бүләсәренең бик ҡәҙерле кешеһе ул. Тормош иптәше Фәрит Кәлимуллин менән һәр береһен үҙҙәре һайлаған һөнәргә уҡытып, үҙ аллы тормош юлына сығырға ярҙам иттеләр. 57 йыл бергә ғүмер иткән бабайын әле лә һағынып иҫкә ала ул, уның кешелек-ле, ярҙамсыл сифаттарын балаларына үрнәк итеп һөйләй.

Һоҡланып һәм ғорурланып...
16 мая 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Һоҡланып һәм ғорурланып...Районыбыҙ ғорурлығы булған Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ижады менән танышыуҙы тамамлағас, уҡытыусыбыҙ менән уның тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранға сәйәхәт ҡылдыҡ.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4