Пионерияға – 95
19 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Бөтә Рәсәй Пионер ойошмаһының 95 йыллығына арнап 2017 йылдың 19 майында районда тантаналы саралар үткәрелә. Был хаҡта Муниципаль район хакимиәте ҡарар ҡабул итте.

Балаларҙың йәйге ялы
19 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Муниципаль район хакимиәте 2017 йылдың йәйге каникул  осоронда балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең ялын, сәләмәтләнеүен, мәшғүллеген тәьмин итеү һәм 2017 йылдың сәләмәтлендереү кампанияһын уҙғарыу буйынса вәкәләтле муниципаль орган булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Ветерандар һынатмай
16 мая 2017 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Спорт ярыштары уҙғарыуға эшҡыуарҙарыбыҙ әленән-әле бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп тора. Красноусолдан Николай Фомин үҙе лә спорттың волейбол төрөн үҙ итә һәм даими рәүештә күнекмәләргә йөрөй.
Яңыраҡ Николай Трофимовичтың 50 йәшлек юбилейы булып үтте һәм ул шул хөрмәткә үҙе бағыусылыҡ күрһәтеп волейбол турниры уҙғарҙы. Волейбол ветерандары бер командаға туп-ланып уйнанылар һәм ул төркөмдә Николай Фомин да бар ине. Ветерандарыбыҙ йәштәргә өлгө күрһәтеп беренсе урынды яуланылар. Красноусол ауылының йәштәр командаһы – икенсе, Сәйетбаба ауылы командаһы өсөнсө урынды алды. Курорт ауылы командаһына дүртенсе урын менән сикләнергә тура килде.
Вил ҮТӘҒОЛОВ,
Балалар-үҫмерҙәр
спорт мәктәбе тренеры.

Ике йыл рәттән еңделәр
16 мая 2017 йыл | Спорт

Ике йыл рәттән еңделәр
Ике йыл рәттән еңделәрЕңеүҙең 72 йыллығына арнап Красноусолда бер нисә спорт ярышы булып үтте. Йылдағыса район үҙәге урамдары буйлап уҙған эстафета, "Йәшлек” ял паркындағы футбол, 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙең спорт залдарында уҙған урам баскетболы ярыштарында йөҙҙәрсә спортсы ҡатнашты.

Тыныс булһын өсөн күк йөҙө
16 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Тыныс булһын өсөн күк йөҙөТыныс булһын өсөн күк йөҙөЙылдағыса 1апрелдән егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды. Ул 15 июлгә тиклем дауам итәсәк. Ошо уңайҙан  ра-йон мәҙәниәт һарайында буласаҡ Ватан һаҡсылары өсөн тантаналы сара үтте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 25