Хәл итмәҫтәй мәсьәлә юҡ, тик теләк кенә кәрәк
30 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Хәл итмәҫтәй мәсьәлә юҡ,  тик теләк кенә кәрәкГәзиттә хәбәр ителеүенсә, 26 майҙа район хакимиәте бинаһында Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау минис-тры Әнүәр Бакиров граждандарҙы ҡабул итеү уҙғарҙы. Уның эшендә шулай уҡ республика Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлауҙы күҙәтеү федераль идаралығының территориаль бүлеге начальнигы Алмаз Сәләхов, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Алик Йәнешев, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Руслан Салауатов ҡатнашты.

Һабантуйға әҙерлек
30 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Район хакимиәте яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу уңайынан 2017 йылдың 10 июнендә халыҡ байрамы – һабантуй уҙғарыу хаҡында ҡарар ҡабул итте.
Байрамды уҙғарыу буйынса саралар планы раҫланған,
ойоштороу комитеты, эшсе комиссия төҙөлгән.
Ауыл хужалығы бүлегенә, агросәнәғәт комплексы предприятие-лары етәкселәренә хужалыҡтарҙың ҡышҡы һәм яҙғы баҫыу эштәре осорондағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү бу-йынса тәҡдимдәр әҙерләү йөкмәтелә.
Ҡарарҙа яуаплы кешеләргә һәүәҫкәр һәм профессиональ артистарҙың сығыштарын, спорт ярыштары, халыҡ уйындары, төрлө конкурстар, сауҙа ойошторорға, байрамды матур уҙғарыу өсөн тәртип булдырырға ҡушыла.

Мөғжизәле бала саҡ
30 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Компенсациялар ҡайтарыла
30 мая 2017 йыл | Яңылыҡтар

Башҡортостанда ғаиләләрҙең бөтә категорияларына балалар баҡсаһы өсөн түләүгә ата-әсәләргә компенсацияларҙы кире ҡайтарыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде: беренсе бала өсөн — 20, икенсеһенә — 50, өсөнсөһөнә 70 процент.
Ағымдағы йылдың 1 мартына тиклем бөтә ата-әсәләр ҙә ошо льготаларға эйә ине. Ләкин 1 марттан федераль талаптарға ярашлы республикала компенсациялар түләү тәртибен яңынан ҡарау башланды. Шулай итеп, социаль ярҙамдың был төрөнә мохтаждар ғына иҫәп тота алды. Атап әйткәндә, килеме һәр кешегә йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырға артмаған ғаиләләр. Үҙгәрештәр балалары баҡсаға йөрөгән күпселек ата-әсәләрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.
20 майҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов
республика Хөкүмәтенә балалар баҡсалары өсөн компенсация түләү тәртибен ҡабаттан ҡарарға ҡушты.

Мартта Президент һайлаясаҡбыҙ
30 мая 2017 йыл | Яңылыҡтар

Дәүләт Думаһы Рәсәй Президентын һайлау көнөн Ҡырымдың илебеҙгә ҡушылыу көнөнә күсерҙе. Депутаттар өсөнсө уҡыуҙа теркәүҙән төшөрөү танытмаһын бөтөрөү һәм һайлауҙар көнөн билдәләү тураһында һайлау ҡануниәтенә төҙәтмәләрҙе ҡабул итте.
Киләһе һайлауҙарҙа теркәүҙән төшөрөү документы талап ителмәйәсәк. Һайлаусы теркәү урыны буйынса түгел, торған урыны буйынса тауыш биреү өсөн ошондағы һайлау комиссияһына тауыш биреү көнөнән бер көн алдан көндөҙгө сәғәт 2-гә ҡәҙәр (әммә 45 көндән иртәрәк түгел) ғариза тапшырырға тейеш. Һайлау көнөн март айының икенсе йәкшәмбеһенән өсөнсөһөнә күсерергә ҡарар ителде. 2018 йылда ул 18 мартҡа тура килә – Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы хаҡында Президенттың килешеүгә ҡул ҡуйыуына дүрт йыл.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 25