“Үҙ урынымды таптым”
26 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

"Уҡыр өсөн үҙеңә һәм кеше-ләргә китап һайлай белеү – ул белем генә түгел, ә сәнғәт”, - тип яҙған билдәле библиограф Николай Рубакин.
Эйе, ысынлап та, кешенең белеменә, зауығына тура килерлек китап тәҡдим итә белеү – ул китапханасының оҫталығына бәйлелер. Бурлы моделле китапханаһы мөдире Рәсимә Мөхәмәтдинова ла итәғәтлелеге, кешеләр менән оҫта аралаша белеүе, үҙ бурысына яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһендә үҙ эшенең оҫтаһы булып танылды.

Хазиналар утрауында
26 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Кәштәләрҙә төрлө китаптар, өҫтәлдә гәзит-журналдар тупланмаһы... Кемдер ҡыштыр-ҡыштыр китап уҡый, икенсеһе үҙенә кәрәкле баҫманы эҙләй. Ҡапыл ишек асылды ла оло ғына йәштәрҙәге әбей килеп инде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй" тигән китабын һораны.
Хазиналар утрауында

Мөбәрәк ай башланыуы менән!
26 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Хөрмәтле  райондаштар һәм мосолман дин ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе изге мөбәрәк Ураҙа айы башланыу менән ысын күңелдән ҡотлайым.
Һәммәгеҙгә лә ошбу Рамаҙан айында ураҙаларығыҙҙы имен тотоп, тәндәрегеҙгә Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ биреп, шифаларҙан булһын.
Ғаиләләрегеҙгә именлек, балаларығыҙға тәүфиҡ, донъяларға тыныслыҡ бирһен. Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡап Аллаһы Тәғәлә күңелдәребеҙгә игелек, миһырбанлыҡ, иман нурҙары һалһын.
Рауил хәҙрәт Иваев,
имам-мөхтәсиб.

Барыһына етә күңел йылыһы
26 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Аллаһы Тәғәлә беҙҙе был яҡты донъяға бар иткән икән, иңебеҙгә тәғәйен бурыстар ҙа йөкмәткән. Йәғни кеше бер тапҡыр ғына бирелә торған ғүмерендә лайыҡлы тормош ҡороп, ғаиләһен булдырып, иманлы балалар үҫтереп, изге ғәмәлдәре менән донъяны нурлап-матурлап йәшәргә бурыслы. Ошо бурыстарын аңлап, шуны үтәү юлындағылар ниндәйен бәхетле, сауаплы!

“Изгеләр рухы шатланһын, иман нуры таралһын”
26 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Шулай тип аталды Сәйетбаба ауылы ағинәйҙәре үткәргән йыйын.
Уның ниәте лә үҙебеҙҙең төбәктә йәшәгән иманлы, изгелек-ле заттарыбыҙҙы, муллаларҙы, абыстайҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу, эштәренә баһа биреү, иман юлында булған кешеләрҙе йәш быуынға, халыҡҡа күрһәтеү, иман тәрбиәһенең әһәмиәтен аңлатыу ине.


качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 25