“Карамель”дә матурлыҡ тыуҙыралар
26 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Тәбиғәттә шундай ҡанун бар: һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенең тышҡы ҡиәфәтен матурларға ынтыла. Красноусолда йәш эшҡыуар Земфира Рәхимова асҡан "Карамель” шәхси матурлыҡ студияһында ҡатын-ҡыҙҙарға яҡшы кәйеф бүләк итергә, гүзәллек алиһәһенә әйләндерергә һәләтле универсалдар эшләй. Салон яңы төҙөлгән "Радужный" Сауҙа комплексының икенсе ҡатында ("Рощинский” магазины эргәһендә, баҙар ҡаршыһында) урынлашҡан. Бында ниндәй хеҙмәттәр күрһәтелә һуң?
“Карамель”дә матурлыҡ тыуҙыралар

Тәмле лә, сифатлы ла булһын
26 мая 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

"Красноусол" ҡулланыусылар йәмғиәтенә ҡараған икмәк заводы эшмәкәрлеге туҡтала биреп ҡуйһа ла, хәҙер икенсе һулышын алып, замана ауырлыҡтарына бирешмәҫкә тырышып, эшмәкәрлеген яҡшыртыу, етештереү күләмен арттырыу һәм юғары табыш алыу маҡсаты менән йәшәй. Уның бөгөнгө етәксеһе Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова уй-пландарын тормошҡа ашырыу өсөн бар тырышлығын, көсөн һала (былтыр сентябрь айынан эш башлаған).
Тәмле лә, сифатлы ла булһын

Тәүәккәлләгән - таш ярған
26 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Красноусолдан Гөлшат менән Айрат Ҡаҙаҡҡоловтар эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 2001 йылдан эшләйҙәр. Бөгөн улар районда аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙар иҫәбендә. Сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһын етәкләйҙәр.
Юғары белемле педагог Гөлшат Ҡаҙаҡҡолова ҡасандыр хеҙмәт юлын мәктәптә уҡытыусы булып башлағайны. Бер үк ваҡытта бизнеста ла үҙен һынап ҡарау уйы менән яна һәм хәҙерге "Әкиәт” магазинын ҡуртымға алып эшен туңдырма һатыуҙан башлай. Тәүәккәлләгән - таш ярған

“Аҙна һайын бүләк” акцияһының дүртенсе аҙна еңеүселәре билдәле булды.
26 мая 2017 йыл | Матбуғат

Шулай итеп, көрөшкәләр йыйылмаһы Аҡташ ауылынан (Аҡсарлаҡ урамы,15) Лира Зәйнуллина өлөшөнә сыҡты. Салат һауыттары йыйылмаһын Оло Үтәш ауылынан (Дуҫлыҡ урамы,7) З.Бәшәрова, термокөрөшкәне Уҫман ауылынан (Йәштәр урамы,1) Рая Мөхәмәтҡолова отто. Бүләк отоусыларҙы 29 майҙа 11.00 сәғәттә редакция бинаһында көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, СНИЛС документтарын алып килергә онотмағыҙ. Башҡа гәзит уҡыусыларҙы иһә июнь айында автоһәүәҫкәрҙәр өсөн отошта ҡатнашырға саҡырабыҙ. Шулай уҡ супер-бүләк отоу мөмкинлеге лә бар. Бының өсөн "Табын”ға һәм бер республика баҫмаһына яҙылып (мотлаҡ дәүләттеке), квитанцияһын Өфө ҡалаһына ебәрергә кәрәк. Адресы: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45 (матбуғат таратыу бүлегенә). Бүләккә телевизорҙар, спутник приемниктары, планшеттар уйнатыла.

Уңыш юлдаш булһын
26 мая 2017 йыл | Мәғариф

4 майҙа Салауат ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Юниор КВН лигаһының фестивале үтте.
Республикабыҙҙың көньяҡ зона район-ҡалаларынан килгән 11 команда араһында Красноусол башҡорт гимназия-интернатының "Ауыр бала саҡ” командаһы ла булды. КБГИ директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Рәмилә Сиражетдинова етәкләгән команда составында Заһир Зәйнетдинов, Радмир Усманов, Камил Латипов, Булат Ильсов, Карина Сиражетдинова, Илсур Рәхмәтуллиндар уңышлы сығыш яһап, "Сәләмләү” һәм "Биатлон” конкурстарында юғары балдар алды. Һөҙөмтәлә, улар ошо йылдың сентябрь-октябрендә үтәсәк финал уйындарында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы. Уларға уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 25