Күңелдәрҙә мәңге сыңлар был моң, һуңғы ҡыңғырау сыңы
26 мая 2017 йыл | Мәғариф

25 майҙа илебеҙҙең барлыҡ мәктәп-тәрендәге кеүек район мәктәптәрендә лә һуңғы ҡыңғырау сыңланы. Быйыл район мәктәптәрендә 4411 уҡыусы белем һәм тәрбиә алды һәм шуларҙан 168 уҡыусы 11-се, 429 уҡыусы 9-сы класты тамамланы. "Һуңғы ҡыңғырау” көнөндә балаларҙың бәхетенә күрә көн салт аяҙ булды һәм был инде сығарылыш класс уҡыусыларына ғына түгел, ә ата-әсәләр, уҡытҡан уҡытыусылары өсөн дә шатлыҡлы күренешкә әүерелде.
Күңелдәрҙә мәңге сыңлар был моң, һуңғы ҡыңғырау сыңы
Күңелдәрҙә мәңге сыңлар был моң, һуңғы ҡыңғырау сыңы
Күңелдәрҙә мәңге сыңлар был моң, һуңғы ҡыңғырау сыңы
Күңелдәрҙә мәңге сыңлар был моң, һуңғы ҡыңғырау сыңы
Күңелдәрҙә мәңге сыңлар был моң, һуңғы ҡыңғырау сыңы

Яҙғы ҡыңғырауҙар сыңы
26 мая 2017 йыл | Мәғариф

Күптән түгел Красноусол башҡорт гимназия-интернатында район мәктәптәре уҡыусылары араһында "Яҙғы ҡыңғырауҙар” халыҡ йырын башҡарыусылар бәйгеһе үтте.

Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы арта
26 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Быйыл Башҡортостанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арттырыла. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майындағы указдарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәтенең «2017 йылда Башҡортостан Республикаһы дәүләт һәм муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса саралар тураһында»ғы ҡарар проекты ҡабул ителде.

“Табын”ға яҙыл һәм бүләк от!
26 мая 2017 йыл | Матбуғат

"Аҙна һайын бүләк" акцияһының өсөнсө аҙна еңеүселәр“Табын”ға яҙыл һәм бүләк от!
“Табын”ға яҙыл һәм бүләк от!е: Гөлсирә Шәйәхмәтова менән Нажия Хисаметдинова, шулай уҡ Наил Мәхмүтов.

Грант алыуға заявкалар
26 мая 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы яңы эш башлаусы фермерҙарға, ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтерергә теләүселәргә һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын нығытыу өсөн грант алыуға заявкалар ҡабул ителә башлауы хаҡында белдерә.
Конкурс шарттары, ниндәй документтар кәрәклеге, заявкалар формаһы менән БР Ауыл хужалығы министрлығының сайтында: www.agriculture.bashkortostan.ru танышырға мөмкин.
Заявкалар 25 майҙан 9 июнгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106, 401-се бүлмә. Телефондар: 8(347) 218-05-26, 218-05-64. Шәмбе һәм йәкшәмбе ял, 13.00 -14.00 сәғәттәр арауығында төшкө аш мәле.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 25