Барыһы ла үҙебеҙҙән тора
19 мая 2017 йыл | Мәғариф

Барыһы ла үҙебеҙҙән тора
Барыһы ла үҙебеҙҙән тораЕрҙәге һәр кешенең үҙ-үҙен тотошо киләсәк быуындарҙың яҙмышын билдәләй. Шуға күрә тирә-яҡ мөхиткә йоғонто тураһында һүҙ барғанда, беҙ – гимназия педагогтары һәм тәрбиәселәре уның киләсәген ҡайғыртырға тейешбеҙ.

Һауынсы, мөдир, быҙау ҡараусы
19 мая 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Һауынсы, мөдир, быҙау ҡараусыЯңғыҙҡайын ауылында йәшәүсе Рима Ғафароваға (һүрәттә) заманында һөтсөлөк фермаһында һауынсы, мөдир, быҙау ҡараусы ла булып эшләргә тура килә. Быйыл 65 йәшен билдәләгән ҡатын хәҙер хаҡлы ялда.

Тыуған ил беҙҙән башлана
19 мая 2017 йыл | Йәмғиәт

Тыуған ил беҙҙән башланаБөйөк Еңеү байрамы алдынан йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү темаһына арналған бик күп саралар үтте. Урындағы "Йәш армия” берекмәһе штабы начальнигы Айрат Миңлебаев әйтеүенсә, беҙҙең уҡыусылар ҙа был сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан.

“Табын”ға яҙыл һәм бүләк от!
19 мая 2017 йыл | Матбуғат

“Табын”ға яҙыл һәм бүләк от!
“Табын”ға яҙыл һәм бүләк от!
“Табын”ға яҙыл һәм бүләк от!Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
17 майҙа "Аҙна һайын бүләк” акцияһының сираттағы еңеүселәре билдәләнде.
Шулай итеп, салат һауыттары йыйылмаһы Табын ауылынан Ғ.Шәйәхмәтова (Баҡса урамы, 23) өлөшөнә сыҡты. Үтәк ауылынан (Чапаев урамы, 45) Наил Мәхмүтов тар муйынлы көршәк һәм стакандар йыйылмаһы, Яңы Бурлы ауылынан (Үҙәк урам, 4) Н.Ғ.Хисаметдинова бәләкәй сәйнүк отто. Бүләк отоусыларҙы 22 майҙа 11.00 сәғәттә редакция бинаһында көтөп ҡалабыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, СНИЛС документтарын алып килергә онотмағыҙ.
Башҡа гәзит уҡыу-сыларҙы иһә 21 майға тиклем генә ташламалы хаҡҡа "Табын”ға яҙылып ҡалырға саҡырабыҙ. Ошо арауыҡта "Табын”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 751 һум 74 тин (индексы 50675), Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, I, II төркөм инвалидтар өсөн 686 һум 70 тин (50675), пенсионерҙар өсөн 687 һум 78 тин (06075), Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм I, II төркөм инвалидтар өсөн 622 һум 74 тин (06075) тора. Бынан тыш Красноусолда йәшәүселәр өсөн альтернатив подписка ла ойошторола (редакция аша). Бындай осраҡта "Табын”ға ни бары 630 һумға яҙылырға була. "Табын”дың электрон вариантының хаҡы - 521 һум.

Сәскәндә сәғәте ҡәҙерле
19 мая 2017 йыл | Ауыл хужалығы

Сәскәндә сәғәте ҡәҙерле"Урожай” ЯСЙ-е крәҫтиән хужалығында яҙғы баҫыу эштәренең ҡыҙған мәле. Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра, тигәндәй, барлыҡ механизаторҙар ҙа һәр минут, сәғәттең ҡәҙерен белеп эш итә.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 25