Яҙыусы килде беҙгә
30 июня 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Хаттар

Яҙыусы килде беҙгәКүптән түгел  Юлыҡ мәктәбендә яҡташыбыҙ, күренекле шағирә, яҙыусы Гөлнур Яҡупова менән осрашыу булып үтте. Осрашыуҙа мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, уның ижадын, үҙен ихтирам итеүселәр, әҫәрҙәрен яратып уҡыусылар йыйылғайны.

Мин бәхетле – олатайым бар
30 июня 2017 йыл | Хаттар

Ысынлап та, олатай-өләсәйле булыу ҙур бәхеттер, тип уйлайым. Үҙемде шул бәхетле кешеләр рәтенә индереп, олатайым тураһында яҙып үтәм.

“Имәнкәй”ҙә иҫтәлекле осрашыу
30 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

“Имәнкәй”ҙә  иҫтәлекле осрашыу21 июндә район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова етәкселегендә ойошма ағзаларынан бер төркөм дәүләт хеҙмәте ветерандары һәм ауыл ветерандар ойошмаһы рәйестәре "Имәнкәй” балаларҙы һауыҡтырыу спорт-туристик лагерына сәйәхәт ҡылды. Бында ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы алдылар. Улар ял итеүсе балалар менән осрашты. Ҡунаҡтарҙы лагерь тормошо менән директор Инна Алевтиновна Цыбина таныштырып, оҙатып йөрөнө. Тәүге сменала 130 бала ял итә һәм һаулыҡтарын нығыта. Осрашыу Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 76 йыллығы сиктәрендә үтте.

Һағындырҙы ғүмер яҙы
30 июня 2017 йыл | Хаттар

Күптән түгел Йөҙимән төп дөйөм белем биреү мәктәбендә тап бынан 35 йыл элек, 1982 йылда, мәктәпте тамамлаусы класташтар осрашыуға йыйылдыҡ. Матур сараға ветеран уҡытыусы, мәғариф отличнигы Әминә Мөхәмәт ҡыҙы Мәхмүтова саҡырылды.
Бер-беребеҙҙе һағынған класташтар мәктәптә уҡыған ваҡыттарҙы юҡһынып, яҡты хәтирәләребеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Арабыҙҙан бик иртә киткән класташтарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ. Уҡытыусыбыҙ күңелле мәктәп йылдары тураһында һөйләне һәм барыбыҙға ла үҙенең матур теләктәрен еткерҙе. Осрашыуҙа мәктәп директоры Таңсулпан Фәрит ҡыҙы Рәхмәтуллина ҡатнашты һәм мәктәпте тамамлаусы барлыҡ уҡыусыларҙы ла мәктәп менән бәйләнештә ҡалыуҙарын теләне. Ошо матур сара - осрашыуға килгәндәре өсөн Әминә апабыҙға, класташтарыма, шулай уҡ мәктәп етәксеһе Таңсулпан Фәрит ҡыҙына һәм ойоштороуҙа ярҙам иткән клас-таштарым Гөлнур, Рәмзиә, Нәбирәгә, уҡытыусыларға, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде еткерәм һәм иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.
Лилиә Ғәлимова.

Ауылымдың үткәне һәм бөгөнгөһө
30 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Ауылыбыҙҙан фронтҡа 156 кеше китә. Шуларҙың 66-һы ғына тыуған еренә әйләнеп ҡайта, 90 ауылдашыбыҙ яу ҡырында башын һала, ә ситтән һуғышҡа киткән ауылдаштарыбыҙ күпме икән?
Тылдағы бөтә ауырлыҡ бала-саға һәм ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төшә. Үҙҙәре ас-яланғас килеш, улар көндө төнгә ялғап, баҫыуҙарҙа эшләйҙәр, кистәрен ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп фронтҡа ебәрәләр. Өйҙәргә Ленинградтан, Мәскәүҙән эвакуацияланғандарҙы бүлеп бирәләр. Ауыл халҡы менән бергә уларҙың күбеһе аслыҡтан үлә.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 24