Ауылдың иң оло кешеһе
06 июня 2017 йыл | Хаттар

Беҙҙең Сәйетбаба ауылында оло быуын кешеләре юҡ тиерлек. Ирҙәр араһында иң өлкәне – һуғыш ветераны Миңләхмәт Әхтәри улы Байбулдин, уға 89 йәш.
Ҡатын-ҡыҙ-ҙарҙан – Маһира Мансур ҡыҙы Ғарифуллина. Ҡышын Өфөлә ҡыҙҙарында торһа, йәй көнө төпсөк улы Илгиздә ауылда йәшәй. Әле һаулығына зарланмай, табиптарға барғаны, дарыу ашағаны ла юҡ. Уның әсәһе Фәғилә Байгилде ҡыҙы 86 йәшендә донъя ҡуйҙы. Оҫта быуынсы, эшкә бик шәп ине – оло биҙрәләр менән Ташбашы шишмәһенән көйәнтәләп һыу ташый торғайны.
Маһира апайҙың ире Хәбибулла Ғарифуллин ғүмерен уҡытыусы һөнәренә бағышланы. Уңған, егәрле умартасы ла булды. Маһира апай ҙа, 96 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, өйҙә тик кенә ултырмай – бәйләмен дә бәйләй, йөнөн дә иләй. Йәй буйына баҡсаһынан сыҡмай, төрлө йәшелсә-емеш, еләк үҫтерә. Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар әҙерләй, ҡаҡ та ҡоя.
Был йәшкә етеүҙең сәбәбе нимәлә тигән һорауға, "эштә”, - тип яуап бирә ул. Ысынлап та, шулайҙыр, эшләһәң юҡ-бар уйҙарға бирелергә ваҡытың да ҡалмай. Бына ошондай инәй йәшәй
ауылда. Бәхетле ҡартлыҡта оҙон ғүмер кисерергә яҙһын уға.
Ханнан БАЙБУЛДИН.
Сәйетбаба ауылы.

Рәхмәт һеҙгә, аҡ халатлылар!
06 июня 2017 йыл | Хаттар

Сир өҫтөнә сир тигәндәй, 2 апрель көнө температурам күтәрелеп ауырып киттем. Өйҙә дауаланыуҙың файҙаһы теймәгәс, ра-йон дауаханаһына алып килделәр.
Миңә табип-онколог Ирек Фәйзуллин тиҙ ярҙам күрһәтеп, инфекция бүлегенә һалды. Уның дөрөҫ диагноз ҡуйыуы, көн дә обход яһап, тейешле дарыуҙар билдәләүе, бүлектәге шәфҡәт туташтарының яғымлылығы, үҙ эштәренә яуаплы ҡарауҙары, ашнаҡсы-йыйыштырыусыларҙың тәмле аштары, бүлмәләрҙе таҙа, тәртиптә тотоуҙары тиҙ арала һауығып сығыуыма булышлыҡ итте.
Барыһына ла яуаплы, тынғыһыҙ эштәрендә сабырлыҡ, ғаилә бәхете, һау-сәләмәт булыуҙарын теләйем һәм «Табын» гәзите аша рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Әнүәр ҒӘЛИН.
Бурлы ауылы.

Шофер булғас, шундай булһын...
06 июня 2017 йыл | Хаттар

Өфө автовокзалынан Красноусолға барыусы автобусҡа кереп ултырҙым. Күңелдә ауыр уйҙар, яҡын туғанымды ерләп ҡайтып киләм бит.
Тиҙҙән ҡайғылар тарала төшкәнен, ниндәйҙер еңеллек һиҙәм. Автобус-та талғын ғына көй уйнай, бер кемгә лә ҡамасауларлыҡ түгел. Тирә-яғыма күҙ һалам. Автобус эсе таҙа, бөхтәлек бөркөлөп торғандай. Водитель дә, туҡталыштарҙа юлсыларҙы төшөргән-ултыртҡанда ипле генә һөйләшә, радиоалғысының тауышын баҫа бирә. Ә бит юлда күп йөрөгәс, һәр водителдең дә ундай булмағанын, ҡайһы бер автобустарҙың саң-туҙанға батып бөткәнен күреп йөрөлә.
Ҡыҙыҡһынып, шоферҙың кем булыуын белешәм. Үҙебеҙҙең район егете Жәүҙәт Мөхәмәтшин икән. Хәйер, был водителдең автобусында күп йөрөгәнем бар. Унда юлаусылар ҙа бер-береһенә ихтирамлыраҡ, итәғәтлерәк кеүек. Хужаһы ниндәй, автобусы ла шундайҙыр, тип уйлап ҡуйҙым.
Жәүҙәт Миңнулла улына юлсылар исеменән ҙур рәхмәт әйтеп, артабан да шулай уңышлы эшләүен, имен, аҡ юлдар теләйем.
Зәйтүнә НАСИБУЛЛИНА.
Красноусол ауылы.

Яҙыусы менән осрашыу
06 июня 2017 йыл | Хаттар

Күптән түгел беҙҙең мәктәптә билдәле яҙыусы-сатирик, юмор оҫтаһы Венер Айҙар улы Исхаҡов менән осрашыу булды.
Унда мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылары һәм башҡа бик күп ҡунаҡтар йыйылғайны. Был күркәм сара йәнле барҙы. Венер Исхаҡов менән беҙҙең мәктәп уҡыусыларының осрашыуҙары йыш булып тора. Шунлыҡтан уҡыусылар яҙыусыға ҡыйынһынмай үҙҙәренең һорауҙарын бирҙеләр. Венер Айҙар улы уларҙың бөтәһенә лә төплө яуап бирҙе. 4-се класс уҡыусыһы Линара Шәмсетдинова «Шоколад ниңә асыуланды» хикәйәһенән, 8-се класс уҡыусыһы Миңһылыу Зәйнетдинова яңы ғына донъя күргән "Өй эйәһе” исемле китабынан өҙөктәр уҡып ишеттерҙеләр. Сара уҡыусыларҙың йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. 4-се класс уҡыусыһы Эмиль Ғәбдиевтың «Азамат»ын, 8-се класс уҡыусыһы Рәис Зәйнетдиновтың, 5-сенән Сөмбөл Баймырҙинаның йырҙарын, Миңһылыу Зәйнетдинованың бейеүен йылы ҡабул иттеләр. Мәктәп директоры Таңсулпан Фәрит ҡыҙы Рәхмәтуллина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Жунир ҡыҙы Ишбулдина үҙҙәренең сығыштарында уҡыусыларға һәм яҙыусыға изге теләктәрен еткерҙеләр. Уҡытыусы-ветеран Гөлсирә Хәким ҡыҙы Дәүләтова матур кәңәштәрен еткерҙе. Осрашыуҙы башланғыс клас-тар уҡытыусыһы Лилиә Айҙар ҡыҙы Ғәлимова йәнле итеп алып барҙы. Сара һуңында Венер Айҙар улы уҡыусыларға үҙенең китаптарын бүләк итте.
Линара ШӘМСЕТДИНОВА,
Йөҙимән төп дөйөм
белем биреү мәктәбенең 4-cе класс уҡыусыһы.

Мәшәҡәттәргә ҡарамай хәбәрләшеп торайыҡ
06 июня 2017 йыл | Хаттар

Билдәле булыуынса, май айы ауыл эшсәндәре өсөн ҡыҙыу осор. Барыһы ла баҡса-баҫыуҙарҙа тотороҡһоҙ һауа торошоноң һәр көнөн файҙаланып, сәсеү эштәрен башҡарып ҡалырға тырышты.
Был ай байрамдарға, экологик өмәләргә, мәҙәни, спорт сараларына, осрашыуҙарға ла бай булды. Май почтаһында ошоларҙың барыһы ла сағылыш тапмай ҡалманы, әлбиттә. Гәзит уҡыусыларҙан, төрлө рәсми ойошмаларҙан 65 хат-хәбәр алғанбыҙ. Уларҙың 2-һе архивҡа һалынды. Киләһе айҙа ла һеҙҙән ауыл уңғандары, йүнселдәр, өлгөлө ғаиләләр, урындарҙа үткән саралар тураһында, әхлаҡ, тәрбиә темаһына матур йөкмәткеле хаттар көтөп ҡалабыҙ. Кемдәрҙер мәшәҡәттәр араһында икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылырға онотҡан икән, ошо көндәрҙә был эште атҡарып ҡуйырға кәрәк. Һеҙҙең менән алдағы көндәрҙә лә бергә булырбыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Хаттар бүлеге.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4