Һоҡланмай мөмкин түгел
09 июня 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ, Йәмғиәт

Бар ғүмерен һандар, иҫәп-хисап эше менән бәйләгән Асия Рәшит ҡыҙы Латипова Благовещен ра-йонының Трошкино ауылында тыуып үҫкән. Атаһы Рәшит Мөхәмәтрәхим улы менән әсәһе Гөлйыһан Хәбибрахман ҡыҙы 6 балаға
ғүмер биргәндәр. Асия менән Разия – игеҙәктәр, уртансы балалар булып тыуа.

Бейеү – тылсымлы сәнғәт
09 июня 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Бейеү – тылсымлы сәнғәтБейеү – тылсымлы сәнғәтБейеү – тылсымлы сәнғәтИң боронғо сәнғәт төрҙәренең береһе булған бейеү көнөнә арнап район мәҙәниәт һарайында "Феникс йондоҙлоғо – 2017” исемле концерт-фестиваль үтте.

Йүкәгә дан йыры
09 июня 2017 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Июнь аҙағы - июль башында,
Көн болотмо, эҫе томрамы,
Бар донъяны тултырып хуш еҫкә
Йүкә сәскә ата донъяла.
Бал ҡорттары осоп һутына
Кәрәҙҙәрҙе тултырып бал йыя.
Аҡландарҙа оҫта ҡортсолар
Сәмләнешеп китеп дан йыя.
Мин - йүкәгә ғашиҡ бер иҫәр,
Иҫереп китеп сәскә еҫенә,
Үткәндәргә ҡайтып китәм дә,
Ҡабат киләм ғүмер кисенә...

Тирәк мамығы - янғын сәбәпсеһе
09 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Республика биләмәһендә йәй башында тирәктәр сәскә атып, мамыҡ осороу мәле етә. Көн ни тиклем йылыраҡ һәм еллерәк булһа, тирәк мамығы ла шул ҡәҙәре күберәк оса башлай.

Беҙ - Рәсәй граждандары!
09 июня 2017 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Беҙ - Рәсәй граждандары!
Беҙ - Рәсәй граждандары!Кисә район эске эштәр бүлегендә районыбыҙҙың 6 йәш гражданына (2003 йылда тыуғандар) тантаналы шарттарҙа паспорттар тапшырылды.
14 йәштәре тулған Станислав Басариев, Эмиль Шакиров, Әмир Садиҡов, Алина Муллагилдина, Айгизә Кәримова һәм Сабина Вәлиева ошо көндән Рәсәйҙең тулы хоҡуҡлы гражданы булды.
Рәсәй көнө уңайынан музейҙа үткән тантанала йәш граждандар район миграция хеҙмәте начальнигы О.Фролова ҡулынан ҙур ғорурлыҡ менән тәүге шәхес таныҡлыҡтарын ҡабул итеп алды. Сарала музей етәксеһе К.Хәлитов ҡатнашты һәм балаларының шатлығын уртаҡлашырға әсәйҙәре лә килгәйне.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Ольга Фролова йәш граждандарға паспорт тапшыра; Алина Муллагилдинаның шатлығын әсәһе Гөлнара һәм һеңлеһе Зарина уртаҡлашты.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3