Абруйлы фекер
14 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Билдәле булыуынса, һалым түләүҙәре төрлө кимәлдәге (федераль, төбәк, урындағы) бюджеттарҙы тулыландырыуҙың төп юлы булып тора.  Юғарғы кимәлдәге бюджеттарҙан урындарҙа бюджет учреждениеларын һәм ойошмаларын тотоу, пенсиялар, социаль пособиелар түләү һ.б. финанслана.
Беҙҙең районда һалым түләү менән хәлдәр нисек тора һәм йыйылған аҡсалар нимәгә тотонола? Был һорауҙарҙы редакция муниципаль район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаровҡа бирҙе.

Иғтибар үҙәгендә – төҙөкләндереү, матбуғатҡа яҙылыу
14 июня 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров район хакимиәтенең бүлек начальниктары, предприятие, учреждение етәкселәре менән оператив кәңәшмә уҙғарҙы һәм унда көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Шәмбе булып үткән һабантуйҙы Рәмил Зәкәриә улы ыңғай баһаланы. Байрамға район халҡы ла, ҡунаҡтар ҙа күп килгән ине. Район хакимиәте башлығы сараны ойоштороусы яуаплы хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт белдерҙе.
Кәңәшмәлә шулай уҡ төҙөкләндереү мәсьәләһе күтәрелде һәм быға тәү сиратта иғтибар бирелергә тейешле. Үләндәрҙе сабыу, ҡойма, рәшәткәләрҙе буяу, тейешһеҙ урындарға сүп түгеүҙе туҡтатыу һәм башҡа мәсьәләләр. Ямғырҙар туҡтау менән юлдарҙы ремонтлауҙы тергеҙеү талап ителә.
Шулай уҡ район гәзиттәренә яҙылыу барышы ла көнүҙәк булып ҡала. Рәмил Зәкәриә улы барыһына ла подписка эшен әүҙемләштерергә һәм тейешле ваҡытҡа һәйбәт һөҙөмтә менән тамамларға ҡушты.

Алдынғылар бүләкләнде
14 июня 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Алдынғылар бүләкләнде
Алдынғылар бүләкләндеАуыл хужалығы тармағында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр:
Рауил Ғәбделхаҡ улы Ғафаров – шәхси эшҡыуар;
Алексей Владимирович Михайлов – "Восход-СТ” йәмғиәте механизаторы;
Руслан Винер улы Рәжәпов – шәхси эшҡыуар;
Павел Константинович Садаев – шәхси эшҡыуар;
Фәнис Исхаҡ улы Фәхретдинов – "Агролэнд” йәмғиәте механизаторы;
Вәсилә Исхаҡ ҡыҙы Хажимөхәмәтова – "Урожай” йәмғиәте һауынсыһы.
Ғафури районы муниципаль ра-йон хакимиәте, ярыш һөҙөмтәләрен ҡарап, еңеүселәрҙе билдәләне.

Йәш шахматсылар уңышы
14 июня 2017 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Йәш шахматсылар уңышыБашҡортостандан биш йәш шахматсы Кострома ҡалаһында үткән Рәсәй беренселегендә ҡатнашты. Республика командаһы составында беҙҙең райондан да ике ҡыҙ  бар ине (һүрәттә).

“Бәхетле авто” отошонда ҡатнашығыҙ!
14 июня 2017 йыл | Матбуғат

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, июнь айында автоһәүәҫкәрҙәр өсөн бүләктәр уйнатыла.
Был отошта ҡатнашыу өсөн мотлаҡ "Табын” гәзитенә алты айға яҙылып, редакцияның иғландар бүлмәһенән машинағыҙға йәбештереү өсөн наклейка алырға һәм билдәләнгән көнгә һәм урынға (алдан хәбәр итәсәкбеҙ) килергә кәрәк. Унда автоһәүәҫкәрҙәр йыйылмаһы, авто-компрессер кеүек бүләктәр уйнатыласаҡ.
"Табын”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075) тора. Бынан тыш Красноусолда йәшәүселәр өсөн альтернатив подписка ла
ойошторола (редакция аша). Бындай осраҡта "Табын”ға ни бары 630 һумға яҙылырға була. "Табын”дың электрон вариантының хаҡы - 521 һум
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3