Ғүмер берәү, икәү түгел ғүмер...
20 июня 2017 йыл | ---

Март айында барлыҡ үҙәк телеканалдар үлемгә саҡырыусы төркөмдәр тураһында һөйләшеүҙәр уҙғарҙы. Был осраҡлы хәл түгел, сөнки күп кешегә "sms"-тар килә башланы. Унда ата-әсәләргә ял көндәрендә балаларын бер ҡайҙа ла ебәрмәҫкә, гел күҙ уңында тоторға кәңәш ителә ине.

Упҡынға илткән юлдар
20 июня 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

Шешәгә ҡулың һуҙғансы,
Ныҡлап уйлансы, кеше.
Тышы быяла булһа ла,
Эсе бит уның ағыу.
Яҙмамды ошо һүҙҙәр менән башлағы килә. Эйе, быяла эсендәге ябай ғына эсемлек күпме кешеләрҙе ағыулай, насар юлға баҫтыра, ғаиләләрҙе тарҡата, балаларҙы етем ҡалдыра, ғүмерҙәрҙе өҙә. Ҡасандыр дарыу өсөн генә ҡулланылған эсемлек ысынлап тороп ағыуға әйләнде. Кешеләр араҡы менән генә сикләнмәй, теләһә ниндәй йыуынғыстар, лосьондар эсеп тә үҙ-үҙҙәрен ағыулай. Былтыр Иркутск өлкәһендә булған фажиғәле хәлдәр күп нәмә тураһында һөйләй. Ә ил буйынса эсеп үлеүселәр күпме?

“Наркотиктарға - юҡ!”акцияһы
20 июня 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

“Наркотиктарға - юҡ!”акцияһыУҡыу йылы барышында мәктәптәрҙә төрлө саралар уҙғарылды. Улар араһында "Наркотиктарға - юҡ!”  исеме аҫтында уҙғарылған акция айы-рыуса иғтибарҙы йәлеп итә.
Был темаға һүрәттәр конкурсы ла иғлан ителеп, еңеүселәр билдәләнде.  Иң-иңдәр иһә район мәҙәниәт һарайында сығыш яһаны. Красноусолдағы 3-сө мәктәп уҡыусыларының (һүрәттә) сығышы үҙенсәлеклелеге менән айырылып торҙо. Бер иштән футболка кейеп сығыуҙары, берҙәм сығыш яһауҙары баһалама ағзалары тарафынан һәйбәт баһа алды. Уҡыусыларға кесе йәштән наркотик һәм башҡа аңды томалаусы нәмәләрҙең зыяны хаҡында аңлатып тороу кәрәк, тип иҫәпләй сараны ойоштороусылар.

Батыр яуҙа һынала
20 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Батыр яуҙа һыналаБашҡорт халҡының һорауын үтәп, 1941 йылдың 13 ноябрендә, СССР Оборона Комитеты республиканың эске ресурстары иҫәбенә атлы дивизия ойошторорға рөхсәт итте. Был мөһим һәм шатлыҡлы хәбәр бөтә ҡала һәм райондарға йәшен тиҙлегендә таралып өлгөрҙө.

Илле алты йыл тын булыр ине...
20 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Илле алты йыл тын булыр ине...1941 йылдың 22 июне – илебеҙ, халҡыбыҙ тарихында иң дәһшәтле, ҡанлы дата ул. Был - Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн. Был – 1418 көн һәм төн фажиғәһе. Беҙгә барлыҡ һәләк булғандар, фашист тотҡононда михнәт кисергәндәр, оккупация-ла, тылда аслыҡ-яланғаслыҡтан, ауырыуҙарҙан
донъя ҡуйғандар хаҡында хәтерләтеп тороусы көн ул.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3