Илебеҙгә эшсе ҡулдар кәрәк
27 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Илебеҙгә эшсе ҡулдар кәрәк
Илебеҙгә эшсе ҡулдар кәрәкҺуңғы ҡыңғырау сыңланы, Берҙәм дәүләт имтихандары артта ҡалды һәм мәктәп тамамлаусылар алдына уҡырға ҡайҙа барырға, тигән һорау килеп баҫты. Ошо һорауға яуапты Ауырғазы күп профилле колледжы Красноусол филиалының уҡытыу бүлеге мөдире Гүзәл Тимерхан ҡыҙы ҒӘЗЕТДИНОВА сығышында табырға мөмкин. Һүҙ – уға:

Ауылымдың үткәне һәм бөгөнгөһө
27 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Ә уға тиклем ауыл халҡына ғилем нурын Абдулла Йәнешев тигән мулла һәм уның ҡатыны Әминә абыстай (ул Ҡырмыҫҡалы яҡтарынан булған) биргән була.
Абдулла мулла заманы өсөн бик ғилемле, аҡыллы, алдынғы ҡарашлы, тырыш кеше була. Ул муллалыҡ менән генә көн күрмәй, игенселек менән дә шөғөлләнә, күпләп мал аҫрай. Уларҙың йорто әлеге Фәүжәт Нурҡаев йорт һалған урында була. Йорт ике ҡатлы булып, аҫты таштан, өҫтө ағастан төҙөлә. Заман менән бергә атлаусы Абдулла мулла ауылда беренселәрҙән булып молотилка алып ебәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, муллаға һәм уның ғаиләһенә бәхеттә оҙаҡ йәшәргә насип булмай, уларҙың бар мөлкәтен тартып алып, йорттарынан ҡыуып сығаралар һәм Фәрит ағай Мәүлитов яғында бәләкәй генә йортто бирәләр. Абдул

Илебеҙҙе ҡара болот ҡапламаһын!
27 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Илебеҙҙе ҡара болот ҡапламаһын!Бынан 76 йыл элек, 1941 йылдың 22 июнь таңында, немец фашистары илебеҙгә ҡаршы һуғыш аса һәм барса халыҡты уңалмаҫлыҡ ҡара ҡайғыға һала. Яҡындарыңды юғалтыуҙан да оло ҡайғы юҡ икәнлеген ул йылдар әленән-әле иҫкә төшөрөп тора. Бөйөк Ватан һуғышының үлемесле һулышы һәр бер ғаиләгә ҡағылды, ул бер нисә быуын өлөшөнә юғалтыуҙар әрнеүе булып, улар тормоштарында юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Бары тик ҡаһарман яугирҙарҙың батырҙарса көрәшеүе һөҙөмтәһендә донъя фашизм ҡоллоғонан ҡотолдо. Еңеү байрағы миллионлаған ҡорбандар менән яуланды. Ваҡыт үтеү менән был ҡан ҡойошло ваҡиға тарихта ҡала, ә уның шаһиттары сафы ла һирәгәйә бара (беҙҙең
районда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары 12 генә  ҡалды).

Тырыштарға уңыш юлдаш
27 июня 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ, Йәмғиәт

Тырыштарға  уңыш юлдашАлма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр. Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Регина һәм Илнур Шәйәхмәтовтарға ҡарата ла быны әйтергә булалыр.

Күңелдәр һәр саҡ йәш ҡалһын!
27 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Йәшлек – кеше ғүмеренең иң гүзәл мәле. Гел хәрәкәттә һәм һәр саҡ иң яҡшыһы булғы килгән саҡ. Был – ижад итеү, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, ҡыйыулыҡ, эҙләнеү, эшләп ҡарау, асыштар яһау һәм иң баҙнатлы өмөттәреңде бойомға ашырыу осоро.
Ҡәҙерле йәштәр! Ошо ҡабатланмаҫ мәлде кәүҙәләндергән байрамыбыҙ – Йәштәр көнө менән барығыҙҙы ла ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, бөтмәҫ дәрт һәм изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ! Йәшлек осороғоҙ ваҡиғаларға бай, сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын!
Лариса ДӘҮЛӘТШИНА,
йәштәр сәйәсәте бүлеге мөдире.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3