“Йөрәк ауазы”
20 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

“Йөрәк ауазы”Яңыраҡ Еҙем-Ҡаран ауылында йәшәүсе уҡытыусы-ветеран, "Табын” гәзитенең Н.Фәрхшатов исемендәге премияһы лауреаты Флүрә Хәлилованың "Йөрәк ауазы” тип аталған китабы донъя күрҙе.
"Китап уҡыусылар иғтибарына тәҡдим иткән был яҙмаларым – йылдар дауамында тупланған ижад емештәрем. Шиғырҙарым, хикмәтле хикәйәләрем аша замандаштарым күңелендә иң бөйөк төшөнсәләргә - Ватанға, ата-әсәгә, ғаиләгә, милләткә, туған телгә,  тарихҡа һ.б. – ҡарата һөйөү-ихтирамды көсәйтеү, иманға - әҙәпле-әхлаҡлы булыуға әйҙәү бурысын ҡуйғанмын”, - ти автор китаптың йөкмәткеһе хаҡында.
Юғарыла әйтелеүенсә, йыйынтыҡҡа Флүрә Хәмит ҡыҙының төрлө тематикалы шиғырҙары, бағышлауҙары, уймаҡ хикәйәләре, мәҡәләләре ингән. Уларҙың күпселеге "Табын” гәзитендә, республика баҫмалары "Башҡортостан”, "Һәнәк”тә донъя күргән. Авторҙың ижад багажы ҙур, әле уларҙы ла туплап, китап итеп сығарыу өҫтөндә эшләй. Уға уңыштар теләйбеҙ!
З.СУФИЯНОВА.

“Хәүефһеҙлек көндәре” үтә
20 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Гостехнадзор инспекцияһының 2017 йылдың 14 июнендәге бойороғона ярашлы, 19 июндән 30 июнгә тиклем  республика биләмәһендә "Хәүефһеҙлек көндәре” тигән шартлы исем аҫтында ун көнлөк уҙғарыла.
Уның барышында үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау һәм булдырмау буйынса саралар күреләсәк.
Мал аҙығы әҙерләү осоро башланыу менән, үҙйөрөшлө машиналар һәм уларға тағылмалар күберәк файҙаланыла башлай. Шул уҡ ваҡытта кешеләр һаулығы һәм ғүмере, мөлкәт, тирә-яҡ мөхит өсөн хәүефһеҙлек мәсьәләләре йыш ҡына һанға һуғылмай. "Хәүефһеҙлек көндәре” бына шундай етешһеҙлектәрҙе асыҡлау һәм башҡаса ҡабатланмауына өлгәшеүҙе күҙ уңында тота.
Сергей ЛУКИН,
Гостехнадзорҙың район инспекцияһы
бүлек мөдире.

Фытыр саҙаҡаһы күләме
20 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Фытыр саҙаҡаһы бирмәй тороп, Рамаҙан айында ҡылған изге ғәмәлдәрең ҡабул булмаҫ, тиелә Хәҙис Шәрифтә.
Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратынан аныҡлауҙарынса, быйыл фытыр саҙаҡаһы күләме түбәндәгесә: йәшәү кимәле уртасанан түбән булған мосолмандар өсөн – ғаиләнең һәр ағзаһынан 50 һум; урта хәллеләрҙән – һәр кешенән 150 һум; хәлле мосолмандарҙың һәр береһенән – 250 һум.
Һаулыҡ торошо буйынса ураҙа тота алмаған мосолмандарҙан фидиә саҙаҡаһы күләме – көнөнә 150 һумдан (Рамаҙан айы – 29 көн) 4350 һум тәшкил итә.

Ураҙа байрамында ял көндәре
20 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2017 йылдың 25 июнендә Ураҙа байрамы билдәләнеү сәбәпле, был көн эш көнө булмаған ял көнө тип иғлан ителде.
Быйыл Ураҙа байрамы йәкшәмбеләге ял көнөнә тура килә.  Ял һәм байрам көнө бер көнгә тап килгәндә, ял көнө байрамдан һуңғы тәүге эш көнөнә күсерелә. Шулай итеп, 25 июнь, йәкшәмбеләге ял көнө 26 июнгә күсерелә. Шул уҡ ваҡытта йома, 23 июндә эш көнө ҡыҫҡартылмай.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 24, 25, 26 июнь ял көндәре булып тора.

“Урман” хужалығы аттары ал бирмәне
16 июня 2017 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Һабантуйҙың төп биҙәге, иң күп тамашасыны – олоһон да, кесеһен дә үҙенә йыйған урыны, әлбиттә, ат сабышы булғандыр. Шуға ла уға старт бирелеү менән бар халыҡ дәррәү бәйге майҙансығына йыйылды. “Урман” хужалығы аттары  ал бирмәне
“Урман” хужалығы аттары  ал бирмәне
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 24