Етеҙлек, оҫталыҡ, таҫыллыҡ һынала бында
16 июня 2017 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Етеҙлек, оҫталыҡ, таҫыллыҡ һынала бында
Етеҙлек, оҫталыҡ, таҫыллыҡ һынала бындаБерәүҙәр кинәнеп районыбыҙ таланттарының сығыштарын тамаша ҡылды, ә бәғзеләр тирмәләр, сауҙа нөктәләре янында уралһа ла, күпселек спорт ярыштары, шаян халыҡ уйындары  барған майҙансыҡтарҙа ҡайнашты.

“Һабантуй - 2017” батыры – Салауат Ибәтуллин!
16 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

“Һабантуй - 2017” батыры – Салауат Ибәтуллин!Һабантуйҙың йөҙөк ҡашы булып торған быуындан-быуынға тапшырылыусы, халҡыбыҙ булмышының айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итеүсе милли көрәш быйыл да районыбыҙҙың бил бирмәҫ батырҙарын һабантуй майҙанына йыйҙы.

Ауыл эшсәндәренә дан йырланды
16 июня 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Ауыл эшсәндәренә дан йырланды
Ауыл эшсәндәренә дан йырланды
Ауыл эшсәндәренә дан йырланды
Ауыл эшсәндәренә дан йырланды
Ауыл эшсәндәренә дан йырландыКөн бер аҙ болоҡһоп тороуға ҡарамаҫтан, "Лукойл” автозаправкаһы артындағы майҙанға халыҡ эркелеп килде. Эйе, яҙғы сәсеү эштәрен тамамлауға бәйле уҙғарылған сара ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамына әүерелде.

Хөрмәтле райондаштар!
16 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

22 июнь – совет халҡының фашистик Германияға ҡаршы Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн.
10.00 сәғәттә,  Геройҙар аллеяһында ошо яуҙа һәләк булған, яраларҙан донъя ҡуйған, концлагерҙарҙа михнәт күргән һалдат һәм офицерҙар иҫтәлегенә арналған митинг була.
Был датаға битараф булмағандарҙы сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Район ветерандар советы.

Тарихи ҡомартҡы янды
16 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

11 июндә Красноусол ауылында элекке завод яғынан бейек төтөн бағанаһы һәм ялҡын күтәрелеүе барыһын да ғәжәпкә ҡалдырҙы. Ошо ваҡиғаны тасуирлауын һорап 74-се янғын часы начальнигы Вадим Отмаховҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ - уға:
- 19.45 сәғәттә 74-се янғын  часына заводтың элекке контораһы яныуы хаҡында телефондан хәбәр иттеләр. Шунда уҡ ике отделение янғын урынына ашыҡты. Беҙ барғанда янғын бинаның ҡыйығына күтәрелгән ине. Янғынды һүндереүгә шулай уҡ резервтағы техниканы, ярҙамға Табын, Бельский, Аҡкүл ауыл биләмәләренең янғын дружиналарын, "Тепловодоснабжение” МУП-ының бейек күтәрткес махсус машинаһын йәлеп иттек. Беҙҙең төп бурыс булып янғындың эргәләге ағастарға һәм унан яҡындағы дөйөм ятаҡҡа  үрләмәүенә өлгәшеү ине. Дөйөм көс менән беҙ быны атҡарып сыҡтыҡ. Янғын сәбәптәре һәм килтерелгән зыян әле асыҡлана. Тикшереү эше менән полиция шөғөлләнә.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 7 8 9 10 11 12 13 14 15 ... 24