Мәғлүмәт белдереүе
30 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Район Советы депутаттарының ун өсөнсө ултырышы булып үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров ҡатнашты.
Көн тәртибендә муниципаль район бюджетының килемдәр һәм сығымдар планына үҙгәрештәр индереү, балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға, мәғариф учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт хаҡы түләүгә район бюджетына өҫтәмәләр һәм төҙәтмәләр индереү, үҙәкләштерелгән муниципаль район бухгалтерияһында өҫтәмә штат булдырыу, автомобиль юлдарын һаҡлауҙы ойоштороуға муниципаль контроль булдырыу Положениеһын раҫлау, муниципаль ер контроле булдырыу тураһындағы Положениены раҫлау тураһында, ер ҡуртымы хаҡы күләмен билдәләү тураһындағы район Советы ҡарарҙарына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү, муниципаль мөлкәт менән идара итеү буйынса муниципаль район хакимиәте менән муниципаль мөлкәткә идара итеү комитеты араһында хеҙмәттәшлек итеү буйынса өҫтәмә килешеү проектын раҫлау тураһында, Имәндәш, Сәйетбаба, Табын ауыл биләмәләрендә төҙөлөш алып барыуға ерҙән файҙаланыу ҡағиҙәһенә үҙгәрештәр индереү тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды. Көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде. Ошоноң менән район Советы ултырышы үҙ эшен тамамланы.

Юлдарҙа именлек булһын!
30 июня 2017 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Хөрмәтле районыбыҙҙың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көн дә район юлдарында хоҡуҡ тәртибе һағында тора. Хеҙмәтегеҙ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, автомобиль юлдарын һәм транспортты һөҙөмтәле файҙаланыуға ҙур өлөш индерә. Һеҙ автомобиль сараларына бәйле енәйәттәрҙе ваҡытында иҫкәртәһегеҙ. Эске эштәр органдарының башҡа хеҙмәткәрҙәре кеүек үк һеҙгә лә йыш ҡына ғүмерегеҙҙе һәм сәләмәтлегегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйырға тура килә.
Бурыстарығыҙҙы бынан ары ла уңышлы, намыҫ менән үтәрһегеҙ, һеҙҙең тырышлыҡ һөҙөмтәһендә юлдарҙа һәр ваҡыт тәртип һәм именлек булыр, тип ышанам.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, именлек, Ватаныбыҙ хаҡына яуаплы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

Илебеҙгә эшсе ҡулдар кәрәк
27 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Илебеҙгә эшсе ҡулдар кәрәк
Илебеҙгә эшсе ҡулдар кәрәкҺуңғы ҡыңғырау сыңланы, Берҙәм дәүләт имтихандары артта ҡалды һәм мәктәп тамамлаусылар алдына уҡырға ҡайҙа барырға, тигән һорау килеп баҫты. Ошо һорауға яуапты Ауырғазы күп профилле колледжы Красноусол филиалының уҡытыу бүлеге мөдире Гүзәл Тимерхан ҡыҙы ҒӘЗЕТДИНОВА сығышында табырға мөмкин. Һүҙ – уға:

Ауылымдың үткәне һәм бөгөнгөһө
27 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Ә уға тиклем ауыл халҡына ғилем нурын Абдулла Йәнешев тигән мулла һәм уның ҡатыны Әминә абыстай (ул Ҡырмыҫҡалы яҡтарынан булған) биргән була.
Абдулла мулла заманы өсөн бик ғилемле, аҡыллы, алдынғы ҡарашлы, тырыш кеше була. Ул муллалыҡ менән генә көн күрмәй, игенселек менән дә шөғөлләнә, күпләп мал аҫрай. Уларҙың йорто әлеге Фәүжәт Нурҡаев йорт һалған урында була. Йорт ике ҡатлы булып, аҫты таштан, өҫтө ағастан төҙөлә. Заман менән бергә атлаусы Абдулла мулла ауылда беренселәрҙән булып молотилка алып ебәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, муллаға һәм уның ғаиләһенә бәхеттә оҙаҡ йәшәргә насип булмай, уларҙың бар мөлкәтен тартып алып, йорттарынан ҡыуып сығаралар һәм Фәрит ағай Мәүлитов яғында бәләкәй генә йортто бирәләр. Абдул

Илебеҙҙе ҡара болот ҡапламаһын!
27 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Илебеҙҙе ҡара болот ҡапламаһын!Бынан 76 йыл элек, 1941 йылдың 22 июнь таңында, немец фашистары илебеҙгә ҡаршы һуғыш аса һәм барса халыҡты уңалмаҫлыҡ ҡара ҡайғыға һала. Яҡындарыңды юғалтыуҙан да оло ҡайғы юҡ икәнлеген ул йылдар әленән-әле иҫкә төшөрөп тора. Бөйөк Ватан һуғышының үлемесле һулышы һәр бер ғаиләгә ҡағылды, ул бер нисә быуын өлөшөнә юғалтыуҙар әрнеүе булып, улар тормоштарында юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Бары тик ҡаһарман яугирҙарҙың батырҙарса көрәшеүе һөҙөмтәһендә донъя фашизм ҡоллоғонан ҡотолдо. Еңеү байрағы миллионлаған ҡорбандар менән яуланды. Ваҡыт үтеү менән был ҡан ҡойошло ваҡиға тарихта ҡала, ә уның шаһиттары сафы ла һирәгәйә бара (беҙҙең
районда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары 12 генә  ҡалды).
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 24