Тырыштарға уңыш юлдаш
27 июня 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ, Йәмғиәт

Тырыштарға  уңыш юлдашАлма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр. Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Регина һәм Илнур Шәйәхмәтовтарға ҡарата ла быны әйтергә булалыр.

Күңелдәр һәр саҡ йәш ҡалһын!
27 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Йәшлек – кеше ғүмеренең иң гүзәл мәле. Гел хәрәкәттә һәм һәр саҡ иң яҡшыһы булғы килгән саҡ. Был – ижад итеү, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, ҡыйыулыҡ, эҙләнеү, эшләп ҡарау, асыштар яһау һәм иң баҙнатлы өмөттәреңде бойомға ашырыу осоро.
Ҡәҙерле йәштәр! Ошо ҡабатланмаҫ мәлде кәүҙәләндергән байрамыбыҙ – Йәштәр көнө менән барығыҙҙы ла ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, бөтмәҫ дәрт һәм изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ! Йәшлек осороғоҙ ваҡиғаларға бай, сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын!
Лариса ДӘҮЛӘТШИНА,
йәштәр сәйәсәте бүлеге мөдире.

Төҙөлөш туҡталғаны юҡ
27 июня 2017 йыл | Йәмғиәт

Төҙөлөш туҡталғаны юҡ
Төҙөлөш туҡталғаны юҡРайоныбыҙҙа төҙөлөштөң бер ҡасан да туҡталып торғаны юҡ, ул киң ҡолас алған. Красноусолдың бер яҡ осонда, йәғни "Йәштәр” биҫтәһендә балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итһә, икенсе яғында - "Һамар” биҫтәһендә социаль йорт йылдам темп менән ай үҫәһен көн үҫә, шәхси йорт төҙөүселәр ҙә бихисап.  Тағы ла был йәһәттән ниндәй эштәр алып барылыуы менән район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы
КЕЙЕКБАЕВ таныштыра:

Ун көнлөктә өлгөрөп ҡалығыҙ!
27 июня 2017 йыл | Матбуғат

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
20 июндән 30 июнгә тиклем гәзиткә яҙылыу ун көнлөгө бара.
Шулай итеп, ошо арауыҡта "Табын”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 751 һум 74 тин (индексы 50675), Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, I, II төркөм инвалидтар өсөн 686 һум 70 тин (50675), пенсионерҙар өсөн 687 һум 78 тин (06075), Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм I, II төркөм инвалидтар өсөн 622 һум 74 тин (06075) тора. Бынан тыш Красноусолда йәшәүселәр өсөн альтернатив подписка ла ойошторола (редакция аша). Бындай осраҡта "Табын”ға ни бары 630 һумға яҙылырға була. "Табын”дың электрон вариантының хаҡы - 521 һум.
Ун көнлөк барышында урындағы почтамтта гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу ҡаралған. Бынан тыш автоһәүәҫкәрҙәр өсөн "Бәхетле авто" отошонда ҡатнашырға ла онотмағыҙ. Отош үҙе 29 июндә 11.00 сәғәттә уйнатыла. "Бәхетле авто"ла ҡатнашыу өсөн редакцияға квитанцияларын килтереп, наклейкалар алған гәзит уҡыусыларҙың ошо көндә редакция эргәһендә йыйылыуын көтөп ҡалабыҙ. Отошта ҡатнашыусылар, килгәс, яңынан теркәлеү үтә.

Бушлай юридик ярҙам
27 июня 2017 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

30 июндә Рәсәй Юристар ассоциацияһы Бөтә Рәсәй берҙәм бушлай юридик ярҙам күрһәтеү көнө уҙғара.
Беҙҙең районда ҡабул итеү Башҡортостан Республикаһы, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2-се йортта – район хакимиәтенең ҙур залында иртәнге сәғәт 9-ҙан 13.00-гә тиклем үтә.
Ҡабул итеүҙә Ғафури районы прокуратураһы, адвокатура, Росреестр хеҙмәткәрҙәре, практик юристар һ.б. ҡатнаша.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 24